«Булды ни ҙә, булманы ни» түгел!

Урал аръяғы башҡорттары үҙҙәренә мәҙрәсә талап итә

(«Ваҡыт!» гәзите, №2, 19.03.2010)

Яңы мәҙрәсә кәрәк

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында социаль өлкәлә үҫеш темптары һиҙелерлек. Юлдар, мәктәптәр, спорт һарайҙары, мәҙәниәт йорттары төҙөлә. Хатта йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә аҡрынлап яйға һалына башланы, шикелле. Аллаға шөкөр, донъя шарттарын уңайлаштырыуға йүнәлтелгән яҡшы эштәр бихисап. Әммә…

Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, бала саҡта уҡыған әкиәттәге кеүек, ҡурайҙың бер осонан бал тамһа, икенсе осонан ҡай саҡ ҡан тама. Башҡортостан матбуғаты күберәк беҙгә тик баллы яҡты күрһәтергә тырыша ла, әммә сирҙе йәшереү менән генә ауырыу һауыҡмай шул. Уны йәшереп тоторға түгел, ә, киреһенсә, асыҡларға, төрлө яҡтан тикшерергә һәм дауаларға кәрәк. Ошондай ауырыуҙарҙың иң ҡурҡынысы, әлбиттә, – бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙәге әхләҡ-тәрбиә мәсьәләһе. Нисек кенә йылдан-йыл тормош шарттары яҡшырмаһын, әммә, танырға кәрәк, йәмғиәттә, дөйөм алғанда, әхләҡ кимәле түбәнгә тәгәрәгәндән-тәгәрәй. Әсәләргә ҡарата мөхәббәт-ихтирам тик радиоҡотлауҙарға ҡалып бара, атай һүҙе һүҙ түгел, туған үҙ туғанының хәлен белмәй, күрше хаҡы онотолдо, юҡ ҡына сәбәптән дә үпкәләп, дошманлашып барабыҙ, ә сабырлыҡ, ихласлыҡ, йомартлыҡ кеүек сифаттар хәҙер бик һирәктәргә генә хастыр ул. Уның ҡарауы, ришүәт биреү, процентҡа аҡса алыу кеүек харам, гонаһлы эштәр ғәҙәти, нормаль күренеш һанала. Ҡыҙ булып кейәүгә сығыусылар юҡ тиерлек, ә туйға тиклем бер нисә аборт эшләтеп өлгөргәндәр һаны иҫ китмәле юғары кимәлдә ҡала килә. Ә үҙ-үҙенә ҡул һалыусы егеттәрҙе, араҡынан ағыуланып үлгән ирҙәрҙе һанай башлаһаң…

Аллаһ Үҙенең Китабында былай тип әйтә: «Эй һеҙ, Аллаһҡа инанған бәндәләр! Әгәр ҙә берәйегеҙ үҙ диненән тайпылһа, уларҙың урынына Аллаһ Үҙе яратҡан, ә улар үҙҙәре Аллаһты яратҡан, динлеләр алдында оялсан, йыуаш, ә динһеҙҙәргә ҡарата уҫал, ҡаты булған, Аллаһ юлында көрәшкән, шелтәләүселәрҙең шелтәһенән ҡурҡмаған кешеләрҙе килтерер» (Ҡөрьән, «Аш табыны» сүрәһе, 5:54).

Больше

Мин – беренсе мосолман!

(«Ваҡыт!» гәзите, №7, 28.12.2010)

Кешене намаҙ уҡырға саҡыра башлаһаң, йыш ҡына киң билдәле бер үк һылтауҙар ишетергә тура килә: «Ни бит әле ул, ысынында мин шундай насар кеше», йә «Минең йөрөгән ҡыҙым (егетем) бар», йә «Мин әле әҙер түгел кеүек», йә «Иң тәүҙә барлыҡ насар ғәҙәттәремдән ҡотолайым да, шунан намаҙ уҡый башлармын» һәм башҡаһы. Бындай кешегә беҙ ни әйтергә тейеш?

Иң тәүҙә һорарбыҙ: ә иртәгә үлеп китһәң, ни эшләрһең? Бөгөн урамға сығырһың да, тайып йығылып, башыңды төкөрһөң, һәм бөттө – һин инде был донъяла ЮҠ! Ә шунан? Шунан, үлемде күреү менән, кеше бөтә хаҡиҡәттең ниҙә булғанын аңлар (тик һуң инде). «Һеҙ унан ҡасаһығыҙ, әммә үлем һеҙҙе, әлбиттә, барып табыр…» — тигән Аллаһ (Ҡөрьән, «Йыйылыш» сүрәһе, 62:8). Һәм Үлем фәрештәһе һинең йәнеңде тамағың аша тартып алыр, ул саҡта һинең тамағың аша сәнскеле ботаҡ һурып алған саҡлы ауыртыу булыр. Ә шунан? Шунан тәһәрәтләнмәү һәм намаҙ уҡымау арҡаһында бысранған, һаһыған һәм насар еҫтәр аңҡытып торған йәнеңде ике фәрештә беренсе күккә тиклем мендерерҙәр, әммә һине беренсе күк аша ла индермәҫтәр. Шунан һинең йәнеңде кире ергә ташларҙар. Һәм уның алдында ямаҡай йөҙлө кеше пәйҙә булыр, уның йөҙөнә ҡарарлыҡ түгел. Ул кеше – һинең насар эш-ғәмәлдәрең ул!

Больше

Нимә ул аҡида?

Дөрөҫ аҡида

«Аҡида» һүҙе ғәрәп теленән туранан-тура «инаныу», «инаныу тәртибе» тип тәржемә ителә. Ғәрәпсә был термин «(ғ)әҡада» һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни «бәйләп ҡуйыу». Исламда был термин «йөрәгеңде нимәгәлер ныҡлап бәйләп ҡуйыу» мәғәнәһендә ҡулланыла. Кешенең ниндәйҙер принциптарҙы үҙ итеүе, шул принциптар буйынса йәшәргә тырышыуы – был уның аҡидаһы. Уның холоҡ-фиғеленә йоғонто яһаған, уның теге йәки был күренешкә ҡарата фекерен билдәләгән ҡағиҙәләр тупланмаһы ла – был да уның аҡидаһы. Һәм ниндәйҙер мосолманда берәй етешһеҙлек, йә, киреһенсә, артыҡ шаштырыу, йә иһә диндән бүтәнсәрәк ситкә тайпылыш күрәһегеҙ икән, белегеҙ: был Ислам принциптарын (аҡиданы) белеп етмәүҙән, йә уларҙы яңылыш аңлауҙан, йә иһә уларға тейешле иғтибар бирмәүҙән килә.

Һуҡырҙарҙың һуҡыр «эт һуғарыусылары»

Йәки йондоҙнамәгә ышанырға яраймы?

(«Ваҡыт!» гәзите, №1, 27.02.2010)

«Яңылыш ҡарашты күптәр уртаҡ фекер тип тапһа ла,
ул яңылыш ҡараш булыуҙан туҡтамай»
(Лев Толстой)
 

Йондоҙнамә

Һуңғы йылдарҙа, дөйөм халыҡ иҫәбенә ҡарата фәнни академиялар һәм ғалимдар һаны артыу менән бер рәттән, ябай халыҡтың ахмаҡлығы ла арта төштө. Был, бигерәк тә, халыҡтың юҡ-бар мәғлүмәткә ышаныуында асыҡ сағыла. Фән өлкәһендә «ялған фән» тигән төшөнсә бар, уны ғалимдар үҙҙәре «антифән» тип йөрөтә. Әлбиттә, ике тиҫтә йыл дауамында фәнде түбәнһетеү, ситкә этәреү сәйәсәте үҙ эшен башҡармай ҡалманы – был антифәндең сәскә атыуына булышылыҡ итте. Бынын һөҙөмтәһе булараҡ, ябай халыҡтың аңын томанлаусы, алдатыусы бихисап «академиктар» ҙа ҡалҡып сыҡты.

Антифәндең бөгөн иң сағыу лакмус ҡағыҙы – астрология. Антифән – тарихи төшөнсә. Мәҫәлән, мәңгелек двигателде эшләргә тырышыу үҙ ваҡытында ялған фән булмаған, сөнки һуңынан ғына уны эшләп булмауҙы иҫбатлағандар. Шулай уҡ, элек, Ҡояш менән Ер араһында бәйләнеште өйрәнгәнгә тиклем, астрология ла ялған фән булмаған. Ай менән Ҡояш тотолоуын, йондоҙҙарҙы өйрәнгән тәүге эҙләнеүҙәр осоронда кеше яҙмышына йондоҙҙарҙың йоғонтоһо тураһында бер гөлләмә уйҙырмалар, иҫбатланмаған да, әммә бер үк ваҡытта кире лә ҡағылмаған гипотезалар барлыҡҡа килә. (Был авторҙың мәсьәләгә донъяуи, йәғни «фәнни» яҡтан ҡарашы, ә ысынында иһә тәүге пәйғәмбәр һәм тәүге кеше Әҙәм ғәләйһи-ссәләм ваҡытынан уҡ иманлылар кеше яҙмышына йондоҙҙарҙың йоғонтоһо юҡ икәнен яҡшы белгән – ред.). Бөгөн был өлкәләге уйҙырма фараздар фәнни яҡтан кире ҡағылһа ла, күптәр уның ярҙамында легенда-миф ҡороп аҡса эшләүен, кеше алдауын дауам итә.

Больше

450 йыллыҡ уйҙар

Фәнзил ӘХМӘТШИН

(поэма)
 

Ҡыуанағыҙ тағы нимә табып?
Тағы ниндәй бөйөк тантана?
Тик ниңәлер минең күҙҙәремдә
Шатлыҡ түгел, йәшле ҡан тама.
 
Башҡорт илкәйендә шау-шыу үтте,
Күргәнемде һеҙгә яҙамын.
Уйлаһаң, был дүрт быуатлыҡ байрам,
Әллә 450 йыллыҡ язамы?
 
Әйтте бер йәш түрә (ул бит «күпте» күрә),
Байрам кәрәк, имеш, халыҡҡа.
Ләкләнеләр уны журналистар –
Һүҙҙе һалыусылар ҡалыпҡа.
 
Йырла, башҡорт, бер тамаша булһын,
Беҙҙең тоғролоҡто күрерҙәр.
Ана, күршеләргә аҡса төшкән,
Беҙгә лә ҙур өлөш бирерҙәр.
 
Алданырға һәр саҡ яратабыҙ.
Был аҡсалар тиште кеҫәләр.
Шул кеҫәлә булған мал-мөлкәттәр
Кемдең ҡаҙнаһына төшәләр?!
 
Беҙгә кәрәк «никах» яңыртырға…
Мәңге бергә, мәңгелек дуҫлыҡ.
Тик ниңәлер байрам бик тиҙ үтте,
Күңелдәрҙә ҡалды тик бушлыҡ.
 
Ошо бөйөк байрам «бахмурынан»
Айыға (а)лмай оҙаҡ ау(ы)рыныҡ.
Бер мәл айнып, күҙҙе нығ(ы)раҡ асһаҡ –
Үҙгәргән шул икән донъя ныҡ.
 
Йәш түрәбеҙ яңы оя тапҡан,
Талай хәҙер иҫке хужаһын.
Кәнтәй этте күпме ашатһаң да,
Көслө арлан – уның нужаһы.
 
Нимә булды, ҡайҙа беҙҙекеләр?
Килеп тулған төрлө килмешәк…
Улар бында именлекте һаҡлай?!
Кемдән һаҡлай? Минән?! Ни эшләп?
 
Ирек кәрәк тиһәң, һин – экстремист,
Башҡорт тиһәң – бөгөндән фашист.
Ҡөрьән уҡып, бар сөннәтте тотҡан,
«Аллаһ» тигән һәр кем – ваһһабист.
 
Үҙгәрҙе һуң ҡасан был донъялар?
Ҡайҙа башы бөтә бәләнең?
Ҡасан, башҡорт, һин тайпылдың икән
Юлдарынан Аллаһ Тәғ(ә)ләнең?
 
Тауышланмағыҙсы әле берүк,
Бәхәстәрҙән тынып торайыҡ.
Тарих ҡуласаһын кире бороп,
Шул көндәргә ҡабат барайыҡ.
 
Больше

Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!

(«Ваҡыт!» гәзите, №1 (80), 15.01.2014)

Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән!

Барса маҡтауҙарыбыҙ – ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа. Уның сәләме һәм бәрәкәте һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәткә ﷺ, уның ғаиләһенә, сәхәбәләренә һәм Хөкөм көнөнә ҡәҙәр Ҡөрьән һәм Сөннәт юлынан барыусы барлыҡ мосолмандарға ирешһен!

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Бына миләди 2014 йылға ла аяҡ баҫтыҡ, һижри календарь буйынса был 1435 йылдың рабиғүл-әүүәл айына тура килә.

Уҙған йыл редакция өсөн төрлө ваҡиғаларға бай булды. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: «Ихтимал, һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнә торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙҙең өсөн хәйерле, һәм, ихтимал, һеҙ берәй нәмәне ярата торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙҙең өсөн насар. Ысынлап та, Аллаһ белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!» («Һыйыр» сүрәһе, 2:216).

Белеүегеҙсә, гәзитебеҙҙең баш мөхәррире алышынды, редколлегия ла үҙгәрештәр кисерҙе. Ҡай саҡ гәзитте баҫтырыуға аҡса ла етмәгән осорҙар булды, «Ваҡыт!» хеҙмәткәрҙәре бушлай эшләп йөрөнө. Фәҡәт Аллаһ ризалығы өсөн, иншә Аллаһ. Уларҙың был ғәмәлдәре ҡабул булһын.

Йәнә шуны иҫегеҙгә төшөрөп үтергә ине, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ: бергә булмайынса тороп, динебеҙҙе үҫтереп булмаясаҡ, сөнки беҙ – Мөхәммәт ﷺ өммәте, берҙәм өммәт. Хәҙистәрҙә телгә алыныуынса, Ислам өммәте – бер бөтөн тән, бер бинаның таштары кеүек.

Мин, баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы булараҡ, редакция исеменән һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар, телефон һәм хаттар аша әйтелгән йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн, доғаларығыҙ һәм саҙаҡаларығыҙ өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Аллаһы Тәғәлә барыһын да ҡабул итһен, яҡшылыҡ менән ҡайтарһын һәм Үҙенең ихлас ҡолдарына вәғәҙә иткән Йәннәт баҡсаларына индерһен.

Больше

«Башҡорт мәсьәләһе»

"Башҡорт мәсьәләһе"

Тарих факультетында уҡыған сағымда күп төрлө дисциплиналар араһында тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү фәне лә бар ине. Мин үҙем иһә ул ваҡытта ни өсөндөр лекция-семинарҙарға артыҡ иғтибар итмәй торғайным. Баҡ тиһәң, ныҡ хаталанғанмын икән. Тарих фәненең нигеҙе булған икән ул тарихи сығанаҡтар. Тап шул сығанаҡтар менән эш итә белмәү күп хаталарға килтерә лә инде.

Беҙҙеңсә, кешелек өсөн иң ҙур, иң мөһим сығанаҡ ул – Ҡөрьән. Эйе, ҡайһы бер скептик тарихсылар Ҡөрьәнде сығанаҡ тип ҡабул итмәгән була. Әммә шул уҡ тарихсылар ҡайҙалыр, ниндәйҙер бабай һөйләгәнде, йә иһә ниндәйҙер монах йә сауҙагәр яҙып ҡалдырғанды мөһим дәлил итеп еңел ҡуллана алалар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә лә тарихыбыҙҙы күпселек белгестәр атеистик совет осоронан ҡалған принциптар аша өйрәнә. Әммә халҡыбыҙ ислам динен ҡабул иткәндән алып башҡорттарҙың теге йәки был эштәрен аңлау өсөн беренсе нәүбәттән уларса фекерләү фарыздыр бит? Күп ихтилалдарҙың, йәмәғәт ҡарарҙарының асылын, шул осорҙа динле булған ихтилал етәкселәренең ҡыланышын аңлау һәм өйрәнеү өсөн, һис шикһеҙ, ислам динебеҙҙе тулыһынса аңларға кәрәк. Әммә динде фәнни яҡтан ғына белгән түгел, ә динде үҙе тулайым тотҡан, Исламды эстән өйрәнгән тарихсы ғына хаҡиҡәткә нығыраҡ яҡынлашыр. Ә тарихыбыҙға динде белмәгән тарихсыларҙың күҙлегенән ҡарау – ул, минеңсә, һуҡыр ҡараш. Мәҫәлән, шул уҡ ихтилалдарҙы ғына алып ҡарағанда ла, иң тәүҙә күҙгә салынған факт – ул күп яуҙарҙың башында муллаларҙың, абыҙҙарҙың, имамдарҙың тороуы. Йәки, мәҫәлән, ни өсөн башҡорттар ислам динен еңел ҡабул иткән, ә көсләп суҡындырыуға ҡаршы быуаттар буйы йәне-тәне менән, мал-мөлкәтен сарыф итеп, ҡаршы һуғышҡан һуң?..

Үҙем, Аллаға шөкөр, дингә ҡайтҡас, халҡыбыҙ тарихына ҡарашым күпкә үҙгәрҙе. Быға тиклем аңлашылмаған күп нәмәләргә күҙҙәрем асылды. Ошо гәзитебеҙ биттәрендә, Алла бирһә, үҙ тарихыбыҙҙы ана шул яңы, мосолманса ҡараш аша сағылдырып биреп барырға уйлайбыҙ.

Больше

Назад — предыдущие записи

Отслеживать

Get every new post delivered to your Inbox.