Блог астыҡ, хәйерлегә булһын!

Башҡортостан мосолмандары гәзите

Әссәләмү ғаләйкүм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү!

Беҙҙе тура юлға — Ислам юлына баҫтырыусы Бөйөк Аллаһҡа бөткөһөҙ маҡтауҙар! Ул беҙҙе Үҙ байлығынан ниғмәтләндереп, ризыҡландырып, гонаһтар ҡылыуыбыҙға сабыр итеп, беҙгә төҙәлергә, тәүбәгә килергә ваҡыт биреп, беҙҙе Үҙ мәрхәмәтлелеге менән һаҡлап, бәлә-ҡазаларҙан аралап тора. Уның тәҡдире менән бөгөн беҙ теребеҙ, Уның рәхимлеге арҡаһында бөгөн беҙ Ислам тигән берҙән-бер дөрөҫ диндәбеҙ, Уның йомартлығы менән «Ваҡыт!» тигән башҡортса мосолман гәзите сығып килә, һәм фәҡәт Уның ризалығына өмөт итеп бөгөн беҙ Интернетта «Ваҡыт!» тигән махсус бит асырға ҡарар ҡылдыҡ. Йә Аллаһ, беҙҙең ошо кескәй генә эштәребеҙҙе үҙебеҙ өсөн дә, бүтән мосолмандар өсөн дә файҙалы итһәң ине, халҡыбыҙҙың иманын таҙартып, көсәйтеп, йөрәктәребеҙҙә Һинең хаҡ динеңә ҡарата дөрләп торған мөхәббәт уты тоҡандырып, ошо ерҙә Үҙ Һүҙҙәреңде иң өҫкә сығарһаң ине! Беҙҙе Һинең юлыңда дәғүәт ҡылыусыларҙан, йыһат ҡылыусыларҙан һәм шәһит булып үлеүселәрҙән ит! Йә Аллаһ, беҙҙе нисек йәһил булып йөрөгән еребеҙҙән мөслим иткән кеүек, беҙҙе артабан мөьмин, мөхсин дәрәжәләренә тиклем күтәрһәң ине! Йә Аллаһ, Әр-Рахим, Әр-Рахман, Әр-Раззаҡ, Әл-Ваһһаб, Әс-Сабур, Әл-Ғафур, Әс-Сәмиғ, Әл-Басыр, Әл-Кәрим, Әл-Хәлим! Беҙҙе мөслим иткәндән һуң кире көфөрлөккә төшөрмә, беҙҙе Йәннәт әһелдәренән ит һәм Йәһәннәм утынан һаҡла!

Эй, мосолман ҡәрҙәштәр! Был хәбәрҙе уҡып ултырыусыларҙың күбеһе инде «Ваҡыт!» гәзите менән ниндәйҙер кимәлдә таныштыр. Халык араһында дин ғилемен, дөрөҫ белем таратыу маҡсаты менән сығарыла ул баҫма. Ә был блог иһә уның электрон «көҙгөһө» кеүек булыр, иншәЛлаһ. Йәғни, гәзит биттәрендә донъя күргән материалдар бында электрон вариантта эленеп барырға тейешле. Моғайын, кемгәлер булһа ла файҙаһы тейер, тип өмөт итәбеҙ. Һәр ваҡыт «Ваҡыт!» гәзите менән бергә булығыҙ, Аллаһ биргән мөмкинлектәрҙе файҙалана беләйек! Динебеҙгә ныҡлап йәбешәйек, туғандар, — ваҡыт!

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s