Был «ас» заманға алданып, динһeҙ ҡалып ҡуймайыҡ!

(«Ваҡыт!» гәзите, №1, 27.02.2010)

Әссәләмү ғаләйкүм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү, хөрмәтле мосолман милләттәштәр!

Ислам динендә күркәм бер ғәмәл бар. Ул – ниәт. Һөйөклө Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм: «Бөтә эштәр ниәткә ҡарап баһалана, һәр кем үҙ ниәтенә ярашлы маҡсатына ирешер», — тип әйтеп ҡалдырған. Беҙҙең ошо гәзитте сығара башлауыбыҙҙың маҡсаты – халҡыбыҙҙы динһеҙлек һаҙлығынан алып сығыу, татлы телдәргә әүрәп, тәрән йоҡоға талғандарҙы уятыу, аҡты ҡаранан, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтеү.

Эйе, дин темаһын күтәреүселәр бер беҙ генә түгел. Аллаға шөкөр, һирәкләп-һирәкләп кенә булһа ла, республика гәзит-журналдарында, радиола, телевидениела динебеҙгә ҡағылышлы материалдар күренгеләп ҡала. Әммә уларҙың күпселеге йә үҙҙәре дин тотмаған (йәғни, үҙҙәре саҡырғанға үҙҙәре эйәрмәгән, ә материалдары иһә шул сәбәпле бәрәкәтһеҙ булған) журналистар тарафынан яҙыла, йә иһә, әхләҡ-тәрбиә һорауҙарына ғына ҡағылып, социаль-мәҙәни үҫеш, ижтимағи-сәйәси хәл-торошобоҙ мәсьәләләрен бөтөнләй ҡайғыртмай. Ә бит Ислам – ул йома көнө муллаға хәйер биреү, әбейҙәрҙе «аят сәйе»нә саҡырыу һәм ишек башына доға элеп ҡуйыу ғына түгел, Ислам – ул үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыусы, йәмғиәттәге һәр кемдең үҙ хоҡуҡтарын һәм үҙ бурыстарын билдәләүсе, килеп тыуған һәр сетерекле хәлдән сығыу юлын күрһәтеүсе, һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға, белем алырға, рухи һәм физик яҡтан камиллашырға саҡырыусы, ҙур-ҙур халыҡ массаларын бергә туплай алырлыҡ һәм барыбыҙҙы ла бер йүнәлештә алып бара алғандай көслө һәм камил тәғлимәт, быуаттар тарафынан тикшереү үткән рухи һәм донъяуи ҡиммәттәр тупланмаһы. Ислам – ул Аллаһ алдында яуап тоторға әҙерләнеп йәшәү, Аллаһы Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт булһын тип тырышыу, был донъяла ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк өсөн көрәш. Ислам намыҫын һаҡлаған халыҡтарҙы Аллаһ Үҙе һаҡлар, дине өсөн көс түккәндәргә тағы ла күберәк көс бирер, ә иманлылар был донъяла ла, теге донъяла ла Аллаһтың рәхимлелеген, мәрхәмәтлелеген күреп йәшәр, иншәЛлаһ. Исламды иң ябай халыҡ та аңларлыҡ, юғары белемле белгестәр ҙә ҡабул итерлек итеп, уны бар тулылығында, бар дөрөҫлөгөндә күрһәтеү – шул беҙҙең ниәт.

Беҙҙең гәзитебеҙҙә, шулай уҡ, Алла бирһә, күптән инде бүтәндәр тарафынан күтәрелгән проблемалар ҙа ҡараласаҡ, яңы һорауҙар ҙа ҡуйыласаҡ. Һәм, иң мөһиме, беҙ һүҙ әйтеү менән генә тынысланып ҡалырға йыйынмайбыҙ. «Үҙең эшләмәҫ нәмәне һөйләмә», — тигән ҡағиҙә бар диндә. Гәзитебеҙҙә ниндәйҙер проблема күтәрелә икән, тимәк беҙ уны ентекле һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә аҙағынаса хәл итеп ҡуйырға бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ, иншәЛлаһ. Был урында «беҙ» тигәнем ул – беҙҙең республикала йәшәүсе мосолман башҡорттар, беҙҙән ситтә тороп ҡалған мосолман милләттәштәр, ҡасандыр беҙгә яҡлау һәм тыныс урын һорап килгән бүтән мосолман ҡәрҙәштәребеҙ. Гәзитебеҙгә һәр кем үҙ материалын ебәрә ала, һәр кем әңгәмәләрҙә, бәхәстәрҙә һәм, иң кәрәге, төрлө проблемаларҙы урындарҙа хәл итеү буйынса эштәрҙә ҡатнаша ала. Ала ғына түгел, хатта тейеш тә!

Гәзитебеҙ иң бәхәсле мәсьәләләрҙе уртаға һалып өйрәнеү майҙанына әйләнһен ине, ауыл һәм ҡала йәштәренең, ололарҙың һәм балаларҙың күпләп дингә килеүенә сәбәпсе булһын ине, милләтебеҙҙең бер фекергә, бер ҡарарға килеп, артабан дөрөҫ йүнәлештә аңлы аҙымдар менән атлай башлауына этәргес булһын ине, иншәллаһ. Бер бөтөнгә тупланырға ВАҠЫТ, башҡорттар! Наҙанлыҡ һәм иманһыҙлыҡ йоҡоһонан уянырға ВАҠЫТ, Урал хужалары! Аныҡ эштәр менән шөғөлләнә башларға ВАҠЫТ, мосолмандар!

Күпме генә мал йыйһаң да,
Еткән кеүек булмаҫ ул.
Йүг(е)реп-йүг(е)реп эшләһәң дә,
Ил ҡаҙнаһы туймаҫ ул.
 
Ғүмерҙәр бит тиҙ үтеүсән,
Яуаплыраҡ булайыҡ.
Был «ас» заманға алданып,
Динһеҙ ҡалып ҡуймайыҡ!
 

Шулай итеп, хәйерле сәғәттә, бисмиЛләһи-ррахмәни-ррахим!

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s