«Аллаһ юлына баҫмаған кеше ахыр сиктә бушлыҡҡа барып терәлер»

Ишмурат Хайбуллин

(«Ваҡыт!» гәзите, №7, 28.12.2010)

Ишморат Нәзир улы ХӘЙБУЛЛИН – Өфө мосолмандарына ғына түгел, бөгөн инде бөтөн республикабыҙ һәм илдең күп кенә бүтән төбәктәрендәге мосолмандар өсөн дә киң билдәле шәхес. Уның Ислам нигеҙҙәре, дин тарихы, Ҡөрьән буйынса дәрестәре тиҫтәләгән-тиҫтәләгән кеше йыйһа, ғәрәп телен өйрәнеү буйынса дәреслектәре был телде өйрәнгән һәр кемдең өҫтәлендә яталыр. Ә «Ваҡыт!» гәзитендә иһә йыл дауамында уның аҡида буйынса лекциялары баҫылып килде һәм, иншәЛлаһ, киләһе йылда ла улар дауам итәсәк. Иҫке ялған идеалдар юҡҡа сығып, күпләп дингә ҡайтыу өсөн халҡыбыҙ алдында ҙур мөмкинлектәр асылған ваҡытта шундай белемле, әүҙем йәш егетебеҙҙең булыуы – Аллаһы Тәғәләнең беҙҙең халыҡҡа күрһәткән рәхимлеге ул, әлхәмдүлиЛләһ. Кем ул, ҡайҙан ул, дингә нисек ҡайтҡан, республикабыҙҙағы бөгөнгө Ислам хәлен нисек баһалай – ошо һәм башҡа һорауҙар менән уның үҙенә мөрәжәғәт иттек.

– Әссәләмү ғаләйкүм! Ишморат хәҙрәт, үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Үә ғаләйкүм әссәләм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү! Мин үҙем Учалы районы Мәҫкәү ауылында 1977 йылда донъяға килгәнмен. Бәләкәй сағымда ғаиләбеҙ менән районыбыҙҙың бер нисә ауылында йәшәргә тура килде. 1995 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамланым. Шул уҡ йылдың көҙөндә, студенттар менән алмашыныу программаһына ярашлы, ун кешелек төркөм составында мине лә Мысырҙың (Египет) баш ҡалаһы Ҡаһирәгә «Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетына ғәрәп телен өйрәнергә ебәрҙеләр. Шунда мин дин менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып китеп, 19 йәшем тигәндә намаҙға ла баҫтым, Аллаға шөкөр. 2004 йылда инде, ундағы педагогия факультетының ғәрәп теле бүлеген тамамлап ҡайтҡас, үҙебеҙҙең баш ҡалабыҙҙа ғәрәп теле, Ҡөрьән буйынса уҡытыу эштәре алып бара башланым. Әлеге ваҡытта Өфөләге «Фәләҡ» мәсетендә имам булып торамын, шунда йома намаҙҙарын үткәрәм. Ғаилә хәленә килгәндә инде, тормош иптәшем Зөлфиә менән Әхмәт исемле ул һәм Латифа исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ, әлхәмдүлиЛләһ.

– Ә дин һеҙҙе нимәһе менән үҙенә шулай ылыҡтырҙы һуң?

– Үҫмер саҡта мин, һәр егеткә тиерлек был хас булғанса, бөтә нәмә менән дә берҙәй ҡыҙыҡһындым: һәр төрлө темаға күпләп китаптар уҡыр инем, спорт менән дә шөғөлләндем, алыҫ ерҙәрҙе барып күрергә хыялландым һәм башҡалар. Мысырға осҡан саҡта минең инде донъяға ҡарашым ниндәйҙер кимәлдә формалашып бөткән ине: биология миңә «бөтә был тормош осраҡлы рәүештә генә барлыҡҡа килгән», «көслөнөкө – замана» тип өйрәтһә, психология фәне иһә «бер кем дә бер кемгә лә бер нәмә лә бурыслы түгел» тип йыуатты. Әммә дини йәмғиәт араһына барып эләгеп, ислам динен аңлатып биргән бер нисә китапты уҡып сыҡҡандан һуң, беҙгә мәктәптә, университеттарҙа нисә йылдар буйы өйрәтеп киленгән күп кенә теория-принциптарҙың ни тиклем примитив һәм бер яҡлы булғандарын аңланым. Ислам иһә минең бөтә һорауҙарыма ла тулы һәм аныҡ рәүештә яуап бирҙе. Был донъяға ниңә тыуыуыбыҙҙың, ниһайәт, мәғәнәһе аңлашылды, алдымда аныҡ маҡсаттар барлыҡҡа килде, Аллаһҡа ҡарата, үҙемә ҡарата, бүтәндәргә ҡарата бурыстарым аныҡ билдәләнде.

– Бөгөнгө көндә ҡайһы бер йәштәр «Дин уҡыуыма, эшемә һәм бүтәнгә ҡамасау ғына булмаҫмы икән?» тип уйлай…

– Беҙҙең ошонда килеп йәшәп китеүебеҙҙең мәғәнәһе – ул иманда булыу, дин тотоу, ғибәҙәт ҡылыу, һынауҙар аша үтеү. Иң мөһим эштәр – шулар. Беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәлә ҡулындабыҙ – был донъяла ла, үлгәндән һуң да. Уның әмерҙәрен үтәмәһәк, бары үҙебеҙгә генә зыян килтерербеҙ. Аллаһы Тәғәлә Үҙенең китабы Ҡөрьәндә беҙгә намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, зәкәт бирергә, хаж ҡылырға һәм бүтән шундай ғәмәлдәрҙе үтәргә әмер иткән бит, «теләһәң – эшлә, теләмәһәң – эшләмә» тимәгән. Үҙебеҙҙе мосолман халыҡ тип һанау менәнме ни, Аллаһ ҡушҡанды ла үтәмәһәк, ниндәй мосолман һуң беҙ? Шул уҡ намаҙ – ул мосолмандарҙың иң беренсе һәм бөйөк ғәмәле. Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә алдында иң тәүҙә намаҙҙарыбыҙ, аҙаҡ ҡына ҡалған эштәребеҙ өсөн яуап тотасаҡбыҙ.

Уҡыуға, спортҡа, эшкә килгәндә инде, былар барыһы ла Исламда тик хуплана ғына. Уҡыу, белем алыу, мәҫәлән, мосолманға һуңғы һулышына тиклем фарыз (мотлаҡ) һанала. Күпселек фәндәрҙең дә төп ҡағиҙәләре, нигеҙҙәре, тикшереп ҡараһаҡ, мосолман ғалимдарына барып тоташа бит. Бөгөн дә беҙ мосолман студенттарҙың, эш кешеләренең көн дә кистәрен, бүтәндәр телевизор алдында йә урамда ял иткән саҡтарҙа, мәсеттәргә яңы белем артынан күпләп килеүен күрәбеҙ, әлхәмдүлиЛләһ. Спортҡа килгәндә инде, белегеҙ: физик яҡтан көслө, етеҙ, сос мосолман, көсһөҙ, ығыш, яй мосолманға ҡарағанда, Аллаһы Тәғәләгә нығыраҡ һөйкөмлөлөр. Сөнки көслө мосолман үҙенең, үҙ ғаиләһенең генә намыҫын түгел, бүтән диндәштәренең дә, дөйөм йәмәғәттең дә намыҫын һаҡлай, яҡлай ала. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ҙә (саллаЛлаһу ғаләйһи үә сәлләм) физик күнекмәләргә ҙур иғтибар бирер булған. Эш һәм аҡса темаһына килгәндә лә, шул уҡ: малын хәләл юл менән тапҡан бай мосолман ярлы, булдыҡһыҙ мосолманға ҡарағанда Аллаһы Тәғәлә алдында һөйкөмлөрәктер. Сөнки ул үҙен, үҙ ғаиләһен ҡарай ғына түгел, бүтәндәргә лә ярҙам итә, йәмғиәт өсөн төрлө файҙалы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Бында мин, ярлылыҡ насар, тимәйем, ризыҡты бит Аллаһы Тәғәлә, кемгә күпме кәрәк, белеп бирә. Ә мөмкинлектәрең булып та, шуларҙы файҙаланмау, буйы менән һоранып ҡына тик ятыу һәм ярлылығың өсөн Аллаһҡа зарланып ултырыу – шул насар.

Динлеләр менән динһеҙҙәр араһында тағы ла бер айырма: динһеҙ кеше бөтә был белем алыу, спорт, аҡса йыйыу, мал туплау кеүек эштәрҙе үҙе өсөн, был донъяла ниндәйҙер файҙа, дан алыр өсөн эшләһә, мосолман кеше китап уҡығанда ла, физик күнекмәләр яһағанда ла, мал-мөлкәтен арттырғанда ла Аллаһы Тәғәләнең ҡәнәғәтлелеге тураһында уйлай. Уның өсөн белем, көс, аҡса үҙҙәре мөһим түгел, ә Аллаһтың унан риза булып ҡалыуы мөһим. Һәм был изге ниәттәре өсөн мосолмандар был донъяла ла, теге донъяла ла Аллаһтың рәхмәтенә ирешер, иншәЛлаһ.

Әммә, тағы ла берҙе иҫкәртеп ҡуям: иң беренсе беҙ иман ныҡлығы, дин таҙалығы, ғибәҙәттәрҙең даимилығы кеүек эштәрҙе ҡайғыртырға тейешбеҙ. Шуларыбыҙ тәртиптә булһа, ҡалған эштәребеҙ ҙә тәртиптә буласаҡ.

– Ә «дин тотмайынса ла дөрөҫ йәшәп була» тигәндәргә ни тип яуап бирерһегеҙ?

–Әлбиттә, улай китһәң, һәр кемдең үҙ «дөрөҫлөгө» бар килеп сығасаҡ. Хатта бур ҙа үҙен ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы тип һанай, «урлашырға ярамай, әлбиттә, ләкин ни эшләмәк кәрәк – хаҡтар юғары, балалар күп, ҡайҙа ҡарама насар кешеләр», имеш. Кеше үлтереүселәрҙең, фәхишәләрҙең, наркомандарҙың, эскеселәрҙең – барыһының да үҙ «дөрөҫлөгө» бар, бик һирәктәр генә үҙенең насар кеше икәнлеген таный ул. Тарихта төрлө ваҡытта барлыҡҡа килеп торған идеологиялар ҙа бит тик үҙҙәрен генә хаҡлы һанаған: фашистар ҙа, коммунистар ҙа, тигәндәй. Ә ҡайҙа һуң, улай булғас, ысын дөрөҫлөк? Быны һәр кем үҙе өсөн үҙе хәл итергә тейештер. Әгәр һин бөтә был галактикалар, планеталар, тәбиғәт күренештәре, кеше, хайуандар, беҙҙең организм, Ер шарындағы тәртип һәм матурлыҡ һәм башҡаларҙы ни бары мәғәнәһеҙ осраҡлыҡтар һөҙөмтәһе тип уйлайһың икән, үлгәндән һуң үҙ ҡылыҡтарыбыҙ өсөн яуап бирмәйәсәкбеҙ, тип хыялланаһың икән, тимәк һин, дарвинист, атеист булараҡ, «тере ҡалыу өсөн көрәшеүҙә бөтә ысулдар ҙа ҡулай», «бер милләттең икенсе милләткә ҡарағанда таҙараҡ, аҡыллыраҡ булыуы», «тормоштан бөтә нәмәне лә алып ҡал» кеүек хайуани принциптарҙы үҙең өсөн «дөрөҫлөк» тип алаһың. Хатта, гуманист булып, ғәҙеллек, азатлыҡ өсөн көрәшкән хәлеңдә лә, һинең ул көрәшеңдә бәрәкәт булмаясаҡ, ә теге донъяла иһә, Аллаһтың һине бар иткенен һәм һиңә ризыҡ биргәнен инҡар иткенең өсөн, ҡаты яза көтәсәк. Ә инде бөтә был йәшәйештең барлыҡҡа килеүендә, кешеләрҙең тыуып-үлеп тороуында һәм башҡа шундай күренештәрҙә ниндәйҙер хикмәт күрһәң, бөтә был донъяларҙы бар итеүсе Ул бер һәм мәңгелек икәнлегенә ышанһаң, һәр халыҡҡа төрлө ваҡытта Уның тарафынан кешелеккә пәйғәмбәрҙәр ебәрелеүен ишетһәң һәм Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙе һуңғы пәйғәмбәр тип таныһаң, һин, мосолман булараҡ, Аллаһ һәм Уның рәсүле ҡушҡандарҙы үтәргә тейешһең. Дарвинизм тигәндәй, йыл һайын был теорияның дөрөҫ булмауын иҫбатлаусы яңы дәлилдәр табылып тора. Уның һаман да мәктәптәребеҙҙә төп тәғлимәт булып ҡала килеүе, күрәһең, кемгәлер бик ныҡ кәрәктер. Ә дарвинизм үҙе ялған булғас, тимәк, уға нигеҙләнгән ҡалған бөтә теория-идеологиялар ҙа (атеизм, расизм) ялған килеп сыға.

Иман нурынан мәхрүм булған кеше был донъяла йән рәхәте тапмаҫ һәм күңел бушлығын ялған «әүрәткес»тәр – тәмәке, иҫерткес эсемлек, наркотик һәм тағы ла меңәрләгән (зарарлы булмаһа ла, файҙаһыҙ) нәмәләр менән тултырырға тырышыр. Ләкин Яралтыусыһы, Аллаһы Тәғәлә, юлына баҫмаған кеше ахыр сиктә үкенес һәм бушлыҡҡа барып терәлер. Был – бер кешенең бәләһе. Ә шундай хәлдә бер кеше түгел, тотош милләт ҡалһа?.. Беҙҙең халҡыбыҙға, бүтән бер нәмәгә лә әүрәмәйенсә генә, баштарыбыҙҙы сит-ят идеялар менән ҡыйламайынса ғына, тиҙерәк кире Ислам юлына ҡайтыр кәрәк. Артыҡ ныҡ һуң булмаҫ борон…

– Беҙҙең республикала Ислам, бүтән республикалар менән сағыштырғанда, әле ниндәй кимәлдә?

– Башҡа өлкәләр менән сағыштырғанда Башҡортосанда ислам диненең үҫеше бик яй бара (бының сәбәптәре күп, һәм был турала берәй ҡасан айырым һөйләшербеҙ, тип уйлайым, иншәЛлаһ). Һәм беҙ, мосолмандар, был хәл менән риза түгелбеҙ. Ғөмүмән, был хәл мосолмандарҙы ғына түгел, бәлки, бүтән конфессияларҙы ла борсорға тейеш. Сөнки дөрөҫ ғилем булған ерҙә генә халыҡтарға бер ниндәй ҡурҡыныс та янамай. Ә инде ғилемле кешеләрҙең аҙ булыуы сит илдән килеүсе төрлө ялған фекерҙәргә (Аум Синрикё, «Аҡ ҡәрҙәштәр», дианетиктар, «Иегова шәһиттәре» һәм башҡаға) юл аса. ислам дине иһә тик изгелеккә генә өндәй. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ нисә быуаттар буйына Ислам ҡанундары буйынса йәшәгәндәр, һәм ул замандарҙа йәмғиәт эсендә тәртип, тәрбиә эше, һис шикһеҙ, юғары кимәлдә булған.

– Башҡортостанда динебеҙҙе артабан таратыу эштәрендә, һеҙҙеңсә, яҡын киләсәктә ниндәй аҙымдар иң ҡулай?

– Минеңсә, республикабыҙҙа ислам динен үҫтереү, таратыу, дини белем биреү системаһын камиллаштырыу өсөн түбәндәге эштәрҙе яҡын арала тормошҡа ашырыр кәрәк: республика күләмендә сит ил мосолман университеттары менән килешеүҙәр төҙөп, студеттарҙы күпләп шунда уҡырға ебәрергә; Башҡортостандың үҙендә бер нисә мәҙрәсә асырға; ауыл имамдарына ярҙам күрһәтеп, уларҙың эштәрен ай һайын тикшереп торорға; башҡорт телендә күпләп дини китаптар сығарыуҙы, ниһайәт, яйға һалырға. Бынан башҡа ла эштәр байтаҡ. Һәм былар барыһы ла – күптән инде эшләнергә тейеш булып та, һаман да эшләнмәй ятҡан эштәр. Хөкүмәтебеҙҙең дә, «халыҡ мәнфәғәтен яҡлар өсөн» төрлө заманда төҙөлгән төрлө йәмәғәт ойошмаларының да был өлкәлә шундай пассив булыуҙары хафаландырмай ҡалмай, әлбиттә.

– Ә бөгөнгө ауыл имамдарына нимәләр кәңәш итер инегеҙ?

– Ауыл имамдарының эше ауыр. Өҫтәрендә ятҡан яуаплылыҡ та бик ҙур. Ҡала имамдарынан айырмалы рәүештә, ауыл имамдары үҙҙәренә лә, ғаиләһенә лә ныҡ иғтибар бирергә тейеш. Ауыл кешеһенең көнкүреш-йәшәйеше бит бөтә ауыл халҡының күҙ алдында. Ә бүтәндәрҙе иманға, тәртипкә, әхләҡи камиллыҡҡа саҡырыусы имам үҙе лә ҡалғандарға бөтөн яҡлап үрнәк булырға бурыслы. Үҙҙәренең төп эштәрен бер туҡтауһыҙ алып барһындар, кеше килмәй тип мәсетте йоҙаҡҡа бикләп ҡуйырға түгел. Йома намаҙына ауылдан бер кеше генә йөрөһә лә, имам йома вәғәзен мотлаҡ алып барырға тейеш. Хатта микрофон аша вәғәзен тышҡа яңғыратып торһон. Көнөнә мотлаҡ биш тапҡыр аҙан ҡысҡыртһындар. Бәлки, кемдәрҙер зарланһа ла, аҙанығыҙ тыныслыҡты боҙа, тип, уларҙың һүҙҙәренә алданмаһындар. Дин юлында ныҡ торорға кәрәк. Хатта аҙна һайын, мәҫәлән, йоманан бер көн алда, кешеләргә йома намаҙы тураһында иҫкәртеп йөрөһөндәр, мәсеткә саҡырһындар. Балалар, үҫмерҙәр өсөн дини дәрестәр бирһендәр, йәштәр бит дингә тиҙерәк һәм еңеләрәк ылыға.

Эйе, күпселек ауыл имамдарының белем-дерәжә кимәлдәре түбән. Әммә бында бошоноп ултырырға түгел, ә белемде арттырыу юлдарын эҙләр кәрәк. Мәҙрәсәләргә уҡырға керһендәр, ситтән тороп булһа ла. Ҡөрьәнде шыма уҡырға өйрәнһендәр, юҡһа ҡай саҡ сүрәләрҙе бөтөнләй боҙоп уҡыусылар бар. Имам – ул дини тормошта баш кеше, шуны халыҡ та, имам үҙе лә оноторға тейеш түгел. Кешеләрҙең ҡәнәғәтлелегенә ирешер өсөн, халыҡ шулай һөйләй, шулай теләй, тип, диндә булмаған нәмәләрҙе лә дини йола тип үтәп йөрөүселәр осрай, был бик насар. Ахыр сиктә, беҙгә барыбер халыҡ алдында түгел, ә Аллаһ алдында яуап тоторға тура киләсәк бит.

– Һуңғы һорау. Балаларының Исламға килеп, дин буйынса йәшәй башлауын күп кенә тип әйтерлек ата-әсәләр, дөрөҫөн әйткәндә, ауыр ҡабул итә. Бының төп сәбәбе ниҙә, һеҙҙеңсә? Һәм был осраҡта балаларға ла, ата-әсәләргә лә нимә кәңәш итер инегеҙ?

– Эйе, замана стереотиптарында тәрбиәләнгән күп кенә ата-әсәләр, балалары дингә нык бирелеп китмәһен, донъяһын онотоп ҡуймаһын, тип борсолған булып, йыш ҡына уларҙы хатта мәсеткә ебәрергә лә ҡурҡа. Мин быға үҙем шәһит булғаным бар. Был ҡыҙғаныс күренештәр беҙҙең халыҡтың дини аң-зиһененең бөтөнләй түбән кимәлдә булыуын күрһәтә. Ата-әсәләр, бигерәк тә, телевизорҙан йыш ҡына күрһәтелгән «яуыз мосолман» образынан ҡурҡалар. Күбеһе Аллаһы Тәғәләгә ышанып та етмәйҙер бәлки… Ундай ата-әсәләргә мин шундай һорау бирәһем килә: мәсеткә йөрөп тә, наркоман, эскесе, бур, йөрөмтәл йә кеше үлтереүсегә әйләнеп киткән баланы күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр. Шул уҡ ваҡытта беҙ иманһыҙлыҡ арҡаһында тормоштары юҡҡа сыҡҡан миллионлаған кешеләрҙе ишетә йә күрә беләбеҙ. Балаларығыҙҙың ысын мосолман булыуынан ҡурҡмағыҙ, ә, киреһенсә, Аллаһы Тәғәләнән үҙегеҙгә һәм һеҙҙән ҡаласаҡ быуындарға иман һорағыҙ! Балаларға килгәндә инде, әгәр ата-әсәләре уларҙың дин тотоуына ҡаршы булһа, йомолоп, һөйләшеүҙәрҙән ҡасып, ирешеп-талашып бармаһындар ине. Дин бит ата-әсәләр менән һәр саҡ яҡшы мөғәмәлә итергә, уларҙың ҡушҡанын үтәп барырға тырышырға (әгәр ҡушҡандары дингә ҡаршы килмәһә, әлбиттә), ҡартайған көндәрендә уларҙы ҡарарға ҡуша. Диндең һеҙҙең өсөн ҡамасау түгел, ә, киреһенсә, таяныс, этәргес көс, ярҙамсы булғанын раҫлап тороғоҙ. Уҡыуығыҙҙа, эшегеҙҙә, ғаилә эсендә бүтәндәргә һәр саҡ өлгө булығыҙ һәм, шул уҡ ваҡытта, дәғүәт (дингә саҡырыу) эштәрен дә онотмағыҙ. Аллаһы Тәғәлә уларҙың да йөрәктәрен асһын, гонаһтарын ғәфү итһен, тип доғалар ҡылығыҙ. Ата-әсәләрҙең балалары өсөн, ә балаларҙың ата-әсәләре өсөн ҡылған доғалары ҡабул булыусан. Барыбыҙға ла тура юлда булып, хаҡ мосолман булып йәшәргә һәм Аллаһ алдына ла шул хәлдә барып баҫырға яҙһын ине, иншәЛлаһ.

– ИншәЛлаһ! Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Гәзитебеҙ биттәрендә һеҙҙең менән әле тағы ла күрешербеҙ, тип уйлайым. Дин өсөн, халыҡ өсөн тырышыуҙарығыҙға Аллаһы Тәғәлә риза булып ҡалһын. Әссәләмү ғаләйкүм!

– Үә ғаләйкүм әссәләм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү!

Айгиз САФИН әңгәмәләште.

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s