«Мин арыным», имеш…

Йәштәребеҙ үҙ-үҙҙәрен үлтереүҙән туkтармы, юkмы?

Суицид в Башкортостане

(«Ваҡыт!» гәзите, №1, 27.02.2010)

Был фажиғәле теманы беренсе һанда уҡ күтәрергә кәрәкмәй ҙә кеүек (ни тиһәң дә, үлем-һәләкәт тураһында яңылыҡтар былай ҙа көн һайын бер туҡтауһыҙ өҫтөбөҙгә яуып ҡына тора), әммә, икенсе яҡтан, хәлебеҙ көндән-көн ҡурҡынысыраҡ була барған ваҡытта, был эште оҙаҡҡа һуҙыу хыянатҡа тиңдер. Башҡорт улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡуйҙай айҡаған суицид тураһында бөгөнгө һүҙ.

Былтыр нисек Йәштәр йылы республикабыҙҙа 12 йәшлек үсмерҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы менән башланып китһә, быйыл беҙҙә иғлан ителгән Республика йылы ла дүрт милиционерыбыҙҙың, Бәләбәй районынан 14 йәшлек кадеттың һәм Йылайыр районы һылыуының үҙ теләктәре менән был донъянан китеүҙәренән башланды. Ә Силәбелә эш таба алмай интеккән яҡташыбыҙ, үҙе аҫылынырҙан алда, балаларын да быуып үлтерә. Һәм былар барыһы ла ай ярым ваҡыт эсендә генә! Ә күпме ошоға оҡшаш фажиғәле осраҡтар киң массаларға билдәһеҙ көйө ҡала әле (үҙ-үҙҙәрен үлтерергә маташып та, тере ҡалғандарҙы берәү ҙә иҫәпләмәй). Ахыр сиктә, Интернетҡа инеп яңылыҡтар ҡарарға ҡурҡаһың, яңы килгән гәзитте лә ҡаушай-ҡаушай ғына асаһың: тағы ла берәй милләттәшебеҙ шулай мәғәнәһеҙ көйө беҙҙең менән хушлашманымы икән? Кем сиратта?! Араларында яҡын танышыбыҙ, онотоңҡорай биргән берәй туғаныбыҙ юҡмы?..

«Ҡайҙа, ҡайһы этапта беҙ эшләп еткермәйбеҙ: бәлки, ғәйеп район башлыҡтарында, мәктәптәрҙә, ата-әсәләрҙәлер? Беҙ бит имен, тыныс республикала йәшәйбеҙ, уның үҫеше өсөн күп көс түгелә, күп аҡса сарыф ителә, Президентыбыҙ йәмғиәтебеҙ тормошоноң һәр өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә… Әммә әле йәшәй ҙә башламаған йәш егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың был тормоштан ялҡып өлгөрөүе, үҙ-үҙенә ҡул һалырға ашығып барыуы ҡыҙғаныс, йәл…» — тип көйөнә Премьер-министр Рәил Сарбаев та. Һуңғы арала, ниһайәт, властең төрлө кимәлдерендә саң ҡаға башланылар: конференциялар йыялар, докладтар уҡыйҙар, һәр министрлыҡ тиерлек үҙ проектын тәҡдим итә һәм башҡаһы. Әммә бөгөнгө көнгә тиклем республикабыҙҙа берәү ҙә был ҡазаның аныҡ ҡына сәбәптәрен әйтә алмай. «Эшһеҙлектән», — тине берәү (улай тиһәң, дүрт милиционерҙың да эше, үҙ вазифаһы булған бит), «Ата-әсәләр балаларын тәрбиәләй белмәй», — ти икенсеһе (ә улар кемдән, ҡайҙан ҡарап өйрәнергә тейеш һуң?), «Бөгөнгө үҫмерҙәр үҙ хис-тойғоларына хужа түгел», — тип тә ҡарайҙар (үҙ хис-тойғоларын ауыҙлыҡлай алырлыҡ ниндәй рухи ҡорал биргәнебеҙ бар һуң уларға?). Ахыры килеп, яңыраҡ: «Был бик ҙур һәм етди проблема, беҙгә уны өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле», — тип ҡуйҙылар. Тимәк, әле ниндәйҙер ҡарарға килеп, шуға ярашлы ниндәйҙер эштәр атҡара башлағанға тиклем, тағы ла бер нисә йыйылыш, тиҫтәләгән доклад уҡыуҙар үтеп китеүен көтөргә тура киләсәк. Ә әле бына Интернетта тағы бер ҡыҙыҡай үҙен үҙе үлтерергә йыйыныуы тураһында яҙған…

Дөйөм алғанда, донъяла һәр 40 секунд һайын бер кеше үҙ-үҙенә ҡул һалып үлеп тора. Һөҙөмтәлә был ҡурҡаҡлыҡ юлын һайлағандар һаны йыл һайын 1,5 миллион тирәһе тәшкил итә. Һәм был һан йылдан-йыл арта ғына (хатта, табиптар күҙаллауынса, 2020 йылға суицид үлем сәбәптәре араһында, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән генә ҡалышып, икенсе урынға сығасаҡ). Донъя буйынса йылына уртаса 100 мең кешегә 14-15 суицид осрағы тура килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, 100 мең кешегә 20 бындай үлемдең тура килеүе халыҡтың тәрән әхләҡи-психологик көрсөктә булыуын күрһәтә. Рәсәйҙә был күрһәткес – йылына 38-40 кеше… (Был йәһәттән иң ҡурҡыныс булған 1999 йылда был һан 66, ә Себер төбәктәрендә хатта 85 кеше тәшкил иткән! Дөйөм алғанда иһә, Октябрь инҡилабына тиклем Рәсәй империяһында 100 мең кешегә йылына 3 суицид осрағы тура килгән булған, ә яңы СССР-Рәсәй тарихында иң түбән күрһәткес 1986 йылға ҡарай – 100 мең кешегә 23 осраҡ, эскелек менән көрәшеүҙең ваҡытлыса һөҙөмтәләренең береһе булғандыр был). Нимәһе мөһим, илдең төрлө төбәктәрендә суицидҡа ҡараш та төрлөсә, бөтөнләй сағыштырғыһыҙ: мәҫәлән, Коряк округында 100 мең кешегә йылына 98 тирәһе осраҡ теркәлһә, Ненец округында – 102 (!) (улар артынса Коми, Марий Эл республикалары, Чукот, Коми-Пермь округтары эйәреп килә); шул уҡ ваҡытта Дағстанда 100 мең кешегә 3 осраҡ тура килә, Төньяҡ Осетияла – 2 (улар рәтенә, шулай уҡ, Ҡарасәй-Черкес, Ингушетия, Чечня республикалары ҡушыла). Нимәнән килә был айырма? Һаналып киткән Төньяҡ Кавказ республикалары әллә ни етеш, төҙөк, тыныс тормошта ла йәшәмәйҙәр, шикелле, шул уҡ Рәсәй составында, шул уҡ «демократия», глобализация осоронда көн күрәләр. Бәлки, уларҙың тотҡандай диндәре, таянғандай ҡиммәттәре барҙыр? Улай тиһәң, беҙ Башҡортостанды ла бай тарихлы, бай мәҙәниәтле, илһөйәр халыҡ йәшәгән матур төбәк тип беләбеҙ бит, әммә беҙҙә ниңәлер йыл һайын 100 мең кешенең 30, 35, йә 40-ы мотлаҡ аҫылынып, ағыу эсеп, йә үҙ-үҙенә атып ҡуя. Кемдеңдер улы, ҡыҙы, атаһы, әсәһе. Эйе, ысынлап та, «ҡайһылыр этапта эшләп еткермәйбеҙ», ахыры…

Миҫалдар тулыраҡ булһын өсөн, тағы ла бер сағыштырыу: донъяның мосолман төбәктәрен дөйөм алып ҡарағанда, унда 100 мең кешегә яҡынса 0,1 суицид осрағы тура килер, насрани (христиан) дәүләттәрен дөйөм алғанда  – уртаса 11,2 осраҡ, ә индуистарға – 9,6, һәм буддистарға – 17,6.

Иғтибар иттегеҙме: суицид кимәле бит туранан-тура халыҡтарҙың ниндәй кимәлдә динле булыуына бәйле. Йәғни, һүҙҙә генә түгел, ә эштәрендә лә ысын мосолман булып йәшәргә тырышҡан халыҡтарҙы был афәт урап тигәндәй үтә. Һәм, киреһенсә, ни тиклем халыҡ мәжүсилек ҡанундары менән йәшәй, юҡ-бар ырым-юрауҙарға ышанып, сихыр, күрәҙәселек һәм башҡа менән мауыға, шул тиклем уларҙа үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары ла күп (үҙҙәрен буддист тип һанаған Азия халыҡтарының, йә иһә шаманизм менән булышҡан коряк, ненец ҡәүемдәренең күрһәткестәренә ҡарағыҙ).

«Үҙен тимер менән үлтергән кеше Тамуҡта ла шул тимере менән үҙен сәнскеләп-ҡырҡҡылап ыҙаланасаҡ, ағыу эсеп үлгән кеше Тамуҡта ла буйы менән шул ағыуын эсергә мәжбүр буласаҡ, бейеклектән һикереп үлгәндәр иһә Тамуҡта ла ҡабат-ҡабат Тамуҡ упҡынына һикереп алйаясаҡ», — тип әйтеп ҡалдырған Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (саллаЛлаһу ғаләйһи үә сәлләм). «Үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ. Ысынында Аллаһ һеҙгә рәхимле бит!» — тип әмер ителгән Ҡөрьәндә лә («Ҡатындар» сүрәһе, 4:29). Бындай үлем юлын һайлағандарға хатта йыназа намаҙы уҡыу ҙа әллә ни тәбрик ителмәй (һәр хәлдә Мөхәммәт пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм үҙе ундайҙар артынан йыназа намаҙы уҡымаған), ә инде уларҙы дөйөм зыяратҡа ерләргә ярамағанлығын барығыҙ ҙа тиерлек ишеткәне барҙыр (әйткәндәй, Ислам ғына түгел, православ насраниҙар ҡанундары ла шулай ҡуша). Шулай уҡ, һәр мосолман үҙен ҙур йәмәғәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп белә, ул иң тәүҙә үҙен түгел, ә бүтәндәрҙе ҡайғыртып йәшәй. Һынауҙар, бәлә-ҡаза килә икән, был – Аллаһы Тәғәләнән, уларҙы лайыҡлы рәүештә күтәрә белер кәрәк. Һин бит был донъяға тап шуның өсөн ебәрелгәнһең: йәшәр өсөн, көрәшер өсөн, тырышыр өсөн, еңер өсөн. Бына ошондай уйҙар менен йәшәй мосолман. Бәләкәй генә һынауҙарҙы ла күтәрә алмайынса, һәр бер бәләлә кемделер ғәйепләргә ашығып барған, йә иһә «мин үлһәм, ҡәҙеремде белерһегеҙ әле» тиген кеүегерәк тупаҫ эгоизмға бирелеп, аңһыҙ рәүештә элмәккә үрелә һалып барған динһеҙҙәрҙән айырыламы уйҙары? Бына шулай.

2008 йылда беҙҙең республикабыҙҙа, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2252 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған булған (шуларҙың 2151-е – аҫылыныу аша). Былтырғы Йәштәр йылы 65 үҫмеребеҙҙең үҙ-үҙен үлтереүе менән билдәле булды (12-17 йәшлек малай һәм ҡыҙҙар, ә иң бәләкәйенә ни бары 10 йәш була). Баш ҡалабыҙ Өфөлә йыл һайын 250-300 тирәһе кеше суицид ҡорбаны булып тора, ә үҙ-үҙҙәрен үлтереп маташҡандар һаны иһә – шул уҡ Өфөлә йыл һайын 4,5 мең тирәһе (ә бит уларҙың күп кенәләре аҙаҡ физик һәм психик яҡтан ғәрип булып ҡалыусан, яҡындарына өҫтәмә мәшәҡәт, дәүләт ҡаҙнаһына өҫтәмә сығым булып). Шулай уҡ, төрлө сәбәптәрҙән психик сәләмәтлеген юғалтҡандар Өфөлә йыл һайын 4-5 мең кешегә арта бара, бөгөнгө көндә 50 мең тирәһе Өфө халҡы психиатрик күҙәтеү аҫтында.

Бәлки, ниһайәт, күҙҙәрҙе асып, «дин – ул дәүләт эше түгел» тигән кеүегерәк арҡырыланыуҙарыбыҙҙы ситкәрәк ҡуйып тороп, халҡыбыҙҙың рухи, әхләҡи бушлығы, аслығы мәсьәләләрен тиҙерәк хәл итә башларға ваҡыттыр? Миҫалдарҙан күреүебеҙсә бит, бер ниндәй ил именлеге лә, туҡ йәшәү ҙә үҙ-үҙен үлтерәм тигән кешене туҡтата алмай. Теге донъя, Аллаһы Тәғәлә алдында яуап тотоу, Ожмах һәм Тамуҡ тураһында бер ниндәй ҙә белемдәре булмайынса, бөгөнгө көн менән генә йәшәп, мәғәнәһеҙ һәм йәмһеҙ көйө был донъянан ҡасып китеп, Тамуҡтарға сират баҫҡан йәштәребеҙ өсөн аҙаҡ беҙҙән дә һорау алмаҫтармы?

Айгиз САФИН

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s