Нәсихәттәр

Мифтахетдин АҠМУЛЛА (1831-1895)

(Шиғырҙан өҙөктәр)

Стих Акмуллы

Иң әүәле кәрәк нәмә – иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
«Хоҙай, кисер!» — тигән менән эш бөтмәйҙер,
Иман шартын өйрәнмәһә – Иван, тигән.
 
Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа – күмел, тигән.
 
Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.
 
Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер!» — тиеү – хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.
 
Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән – мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.
 
Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә лә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.
 
Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас – юлдаш, тигән.
 
 Алдыбыҙҙан киткәне юҡ хәүеф-хәтәр,
Ә был халыҡ, белә тороп, ғафил ятыр.
Ғәфләттән һис уяныу юҡ, оялыу юҡ,
Ҡаруандар үтеп ятыр ҡатар-ҡатар.
 
Бар ғибрәттәр күҙ алдында – күреп ятыр,
Ҡулы менән ҡанса әҙәмде күмеп ятыр.
Күп күрҙек беҙ ҡәбер ҡаҙған егеттәрҙе –
Араһында уйын-көлкө тулып ятыр.
 
Ни файҙа «аһ» орғандан, үлгәндән һуң,
Эштәр үтеп, гүр ғазабын күргәндән һуң?
Аллаһтан ҡурҡыу тигән ҡайҙа ҡалды,
Зар илар урындарҙа көлгәндән һуң?..
 
Әҙәме был замандың булды шундай,
Яман холҡо менән халыҡ һис тә уңмай.
Дин яғына һис кем артыҡ күңел ҡуймай,
Ә донъяға зирәклеге Әфләтундай[1].
 
Яҡшылар хаҡтан күңел ауҙырмаған,
Ә яманға Хоҙай рәхмәт яуҙырмаған.
Белемһеҙ үҙе белмәҫ, йүнгә күнмәҫ,
Холҡо – тинтәк һыйырҙай һауҙырмаған.
 
Һеҙ бикар бер муллаһыҙ ултырмағыҙ,
Өйрәнмәй фарыз, вәджиб, тик тормағыҙ.
Ул мулланың уҡыу яғы яҡшы булһын,
Күргән тиеп мулла хөрмәт, ҡотормағыҙ.
 
Хәлен белмәй, мулламын тип ҡаңҡаймаһын,
Йәш сабый балаларға ҡатаймаһын[2].
Был яҡта бит эштәр күп – артын белһен,
Дини китап уҡыным тип ҡаҡаймаһын.
 
Беҙ төрлө халыҡ булдыҡ үлмәгәндәй,
Яңғыҙ баш гүрестанға бармағандай.
Туғрылыҡ был заманда тороп ҡалған –
Тура әйтеүсе арт яҡта тороп ҡалған.
 
Ҡай муллалар халыҡҡа ялғанлайҙар,
Хәйерҙән ҡаламын тип ҡур(ы)ҡҡандан.
Көсө бар мирзаларға ярамһанып,
Шәриғәтте күңел өсөн бороп һалған.
 
Ябраил төшөп әйтһә лә, күнмәгәндәй,
Ҡара ҡан эсебеҙгә тулып ҡалған.
Дин китһә лә, заң ҡуйырға риза түгел –
Күңелебеҙ шул сәбәптән һыуып ҡалған.
 
Ҡағынған был заманда буҙ балалар
Харамлыҡ яғына тиҙ ҡуҙғалалар.
Тыйыуһыҙ бит, алдына йөрөп үҫкән,
Имен торһа ярар ине ҡыҙ балалар.
 
Ә боҙоҡтар берен-бере ҡолдай[3] икән,
Хыянатын белә тороп ҡорғай икән.
Залимдарға әҙерләнгән Йәһәннәм бар –
Хоҙайым был донъяла ормай икән…
 

[1] Әфләтун – Платон.

[2] Ҡатайыу – ҡаты күңелле булыу.

[3] Ҡолдау – ярҙам итеү.

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s