Кемдер Ожмахтың еҫен дә татымаҫ…

Мин һине яратам

Яңыраҡ телевизорҙан, «Йома» тапшырыуында, минең элекке таныш бер ҡыҙыҡайҙы мосолманса кейемдә күреп ҡалдым. Һәм шунда уҡ кәләш тураһында уйлап та ҡуйҙым. Шундай кәләш тураһында хыялланам мин. Үҙе матур, үҙе ихлас, үҙе итәғәтле, үҙе мосолмандарса кейенеп йөрөй… Ғөмүмән, мосолманса кейенгән һәр ҡыҙ ҙа ҙур-ҙур ихтирамға лайыҡ ул. Күпселек ҡыҙҙарҙың бит был турала уйлағыһы ла килмәй. Йәнәһе, ундайҙарға егеттәр әллә ни ҡарай һалып бармай, дискотекаға ла сығып булмаясаҡ, таныштарыңдың да сәйерһенеп ҡарай башлауҙары мөмкин һәм башҡа, һәм башҡа. Йәнәһе лә, оло йәшкә еткәс, намаҙ уҡый башларбыҙ, яулығын да ябынырбыҙ әле.

Тик егеттәрҙең дә бит төрлөһө була. Үҙҙәре йәшлек мәлен аҙғынлыҡта, матур ҡыҙҙар ҡосағында үткәрергә тырышһалар ҙа, кәләшкә әҙәпле, тыйнаҡ ҡыҙҙарҙы һайлайҙар. Тик дискотекаларҙың да бит төрлөһө була. Бейеп-йырлап ҡына ҡалмайҙар, тағы ла «күңеллерәк» булһын өсөн «төшөрөп» тә алалар. Ә ҡайҙа эске – шунда аҙғынлыҡ. Ә буласаҡ әсә өсөн былар бер ҙә генә лә һәйбәт түгел. Тик таныштарҙың да төрлөһө була. Араларында ысын дуҫтар бар. Улар һине һәр хәлдә лә аңлар. Ысын дуҫ булмағандар ҙа бар. Улар һинән ҡасан да булһа барыбер китер ине. Оло йәшкә етеүең дә бик икеле. Кеше хатта киләһе минутта үҙе менән ни булырын әйтә алмай. Шулай булғас, тағы ла берҙе ҡабатлайым: мосолманса кейенгән һәр ҡыҙ ҙур ихтирамға лайык. Хәҙерге йәштән үк шундай оло һайлау эшләгәндәр икән, аҙаҡтан да тормош һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмаҫтар.

 Ошо бәләкәй генә фекеремде бер нисә аят һәм хәҙис менән тамамлап ҡуйғым килә. «Ҡөрьән – уйлана белгәндәр өсөн», — тиелгән бит, килтерелгән өҙөктәрҙе уҡып, бәлки, ысынлап та, шул уйлана белгәндәр уйға ҡалыр…

«Әй Пәйғәмбәр! Үҙ ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм иманлы кешеләрҙең ҡатын-ҡыҙҙарына әйт: өҫтәренә улар бөркәнсектәр төшөрһөн. Был уларҙы ҡолдарҙан һәм еңел холоҡло ҡатындарҙан айырып торор һәм улар кәмһетелмәҫ. Аллаһ – Ярлыҡаусы, Рәхимле!» (Ҡөрьән, «Фирҡәләр» сүрәһе, 33:59).

Һәм, шулай уҡ, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең (саллаЛлаһу ғаләйһи үә сәлләм), киләсәкке мосолмандар өсөн иң ҡурҡыныс нәмәләрҙең береһе – ҡатын-ҡыҙ фетнәһе, тип әйтеп ҡалдырған һүҙҙәре бар.

Һәм тағы ла бер хәҙистә шулай тиелә: Ахырызаман алдынан үҙҙәре кейенгән дә һәм шул уҡ ваҡытта яланғас та булған ҡатын-ҡыҙҙар килеп сығыр, улар ир-аттарҙы үҙҙәренә ылыҡтырыу өсөн, атлағанда эйелеп-бөгөлөрҙәр һәм башҡаларҙы ла шуға саҡырырҙар, ә үҙҙәренең баштары сайҡалып барған дөйә үркәсе кеүек булыр. Улар Йәннәткә инмәҫ, хатта Йәннәттең бик алыҫ аранан һиҙелеп торған еҫен дә татымаҫ!..

Айгиз САФИН 

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s