Ураҙа байрамының тәртибе

Ураза байрамы

(“Ваҡыт!” гәзите, №9-10, 16.08.2012)

Ураҙа байрамын мосолмандар ғәрәп телендә Ғийдүл-Фитр тип йөрөтәләр. Был «ғәдә» тигән ҡылымдан алынған, башҡортсаға тәржемә иткәндә, ҡайҙалыр барып ҡайтыу, тигәнде аңлата. Терминологияла ул билгеле бер ваҡытта йәки урында даими рәүештә ҡабатлана торған эшкә әйтелә. Шуға күрә ғәйд – ул йыл һайын бер үк ваҡытта, тейешле тәртиптә, Шәриғәт нигеҙендә үткәрелә торған байрам. Ә Ғийдүл-Фитр – ашау-эсеү байрамы мәғәнәһендә. Ул йыл һайын, Рамаҙан айы тамамланғас, 1 шәүүәл көнө үткәрелә.

Мосолмандарҙа йылына нисә байрам?

Бөтә диндәрҙең дә, халыҡтарҙың да үҙ байрамы. Был байрамдарҙың һәр береһенең ниндәйҙер үҙ асылы бар. Ғәҙәттә улар ниндәй ҙә булһа берәй ваҡиға менән бәйләнгән. Байрамдар өҫтәлеп торорға йәки төшөп ҡалырға мөмкин.

Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) Мәҙинә ҡалаһына күсеп килгәндә, урындағы халыҡтың ике байрамы бар булған. Улар был көндәрҙе уйын-көлкө, һый-ниғмәт менән үткәргәндәр. Әммә Пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм: «Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең был ике байрамығыҙҙы хәйерлерәк ике байрамға алмаштырҙы. Ул – Ҡорбан байрамы һәм Ураҙа байрамы», — ти (Әбү Дауыт хәҙистәр йыйынтығынан). Был хәл Һижри иҫәп менән 1 йылда була (миләди иҫәп менән 622 йылда).

Аллаһ рәсүленең (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) ошо һүҙҙәренән белеүебеҙсә, мосолмандарҙың ике байрамы булып, башҡа байрамдар тыйылды. Байрамдарҙы Бөйөк Раббыбыҙ Үҙе тәғәйенләй. Һәм беҙҙең өммәтебеҙҙе Ул Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр ошо ике байрам менән ҡәнәғәт ҡылды. Кем дә кем динебеҙҙә тағын өсөнсө, дүртенсе, бишенсе байрамдар иғлан итә икән, тимәк, ул беҙгә Пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм ҡалдырған һәм Аллаһ унан риза булған ислам дине менән ҡәнәғәт түгел. «Бөгөн Мин һеҙҙең өсөн динегеҙҙе теүәлләнем һәм Үҙемдең ниғмәтемде тамамланым, Исламды һеҙгә дин итеп ҡәнәғәтләндем», — тигән Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндең һуңғы төшөрөлгән аяттарында («Аш табыны» сүрәһе, 5:3). Йәғни, ислам дине – теүәл дин, уға бер ни ҙә өҫтәйһе, унан бер ни ҙә алып ташлайһы түгел. Ә кем иһә: «Беҙ тағы ла шундай-шундай байрамдарға мохтажбыҙ», — тип, Исламға яңы байрамдар, бидәғәттәр индереп маташа, ул кеше, тимәк, үҙен Аллаһ урынына ҡуйған була, әстәғәфируллаһ. Йәғни был – Аллаһтың хөкөмөндә тиңдәшлек ҡылыу – ширк гонаһы.

Йома көнө менән байрам көнөнөң айырмаһы

Күп кешеләр байрамды төрлө хөрмәтле көндәр, төрлө иҫтәлекле ваҡиғаларҙың даталары менән бутайҙар. Шулай ғөрөф-ғәҙәттә, мәҫәлән, Мәүлит көнөн, Миғраж кисәләрен һәм башҡа ҡайһы бер көндәрҙе байрам тип атап йөрөтөргә күнеккәндәр (был, әлбиттә, дөрөҫ аҡиданан ситләшеү, дин нигеҙҙәрен белмәү һөҙөмтәһендә). Ысынында иһә байрамдар тик Шәриғәтебеҙ нигеҙендә, йәғни Ҡөрьән һәм Сөннәт буйынса ғына ойошторолорға һәм үтәлергә тейеш. Ә, мәҫәлән, беҙ Мәүлит көнөн йә Миғраж кисәһен «байрам» тип иғлан итәбеҙ икән, уларҙы нисек байрам итергә икәнлеген ҡайҙан белергә тейешбеҙ?! Уға бит Сөннәттән дәлилдәр кәрәк (йәғни дөрөҫ, ышаныслы хәҙистәр). Үҙебеҙ уйлап сығарып, кем нисек теләй, шулай байрам итһә, был Аллаһ дине булырмы, әллә шайтан динеме?..

«Йома көнө – бөтә көндәрҙең башлығы, Аллаһ ҡаршыһында иң бөйөк көн, Ҡорбан байрамы менән Ураҙа байрамы көндәренән дә бөйөгөрәк», — тигән Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) (Ибн Мәджәһ хәҙистәр йыйынтығынан). Шулай уҡ, мәҫәлән, Ҡәҙер (Ҡөҙрәт) кисе лә динебеҙҙә айырым урын алып тора. «Ҡөҙрәт төнө мең айҙан да изгерәк!» — тигән Аллаһы Тәғәлә Үҙенең китабында (Ҡөрьән, «Ҡөҙрәт» сүрәһе, 97:3). Йәғни, Ҡәҙер төнөндә ҡылынған изге ғәмәлдәр мең ай буйы дин тотоуҙан да хәйерлерәк!

Байрам көндәре (йәғни был осраҡта – Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре) ашау-эсеү, күңел асыу, ҡунаҡҡа йөрөү менән айырылып тора. Һәм был көндәрҙә ураҙа тотоу ҙа ҡәтғи тыйыла. Ә йома көндәре, Ҡәҙер кисе кеүек көндәр күберәк ғибәҙәт ҡылыу менән бәйләнгән. Ә Мәүлит көнө, Миғраж, Рәғәиб кисәләренең һәм башҡа шундай көндәрҙең асылы булып иҫтәлекле дата тора. Һәм Пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм тарафынан да, сәхәбәләребеҙ тарафынан да был көндәрҙә бер ниндәй ҙә байрам ҡаралмаған. Мәҫәлән, Мәүлит көнө, йәғни үҙенең тыуған көнө хөрмәтенә Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) һәр дүшәмбе һайын ураҙа тотҡан, уның артынан эйәреүсе сәхәбәләр һәм тәбиғиндәр ҙә шулай эшләгән, берәү ҙә бөгөнгө кеүек концерт-мюзиклдар, йыр-бейеүҙәр ойоштороп йөрөмәгән. Кем ысынлап та Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙе яратһа, шул үҙенең һәр сифатында, һәр ҡылығында уға оҡшарға тырышһын, ул эшләгәндәрҙе эшләһен һәм ул тыйылғандарҙан тыйылһын.

Ғәйет намаҙының тәртибе

Ғәйет намаҙының ваҡыты – ҡояш ҡалҡып, офоҡтан һөңгө бейеклеге ҡәҙәр күтәрелгән ваҡыттан алып өйлә ваҡытына тиклем тиерлек. Әгәр берәй сәбәп менән Ураҙа байрамы намаҙын 1 шәүүәл көнө үткәреп булмаһа, уны 2 шәүүәлгә ҡалдырырға мөмкин (мәҫәлән, әгәр тышта ҡойоп ямғыр яуһа, имам булмаһа, йә иһә болоттар ҡамасаулау сәбәпле тәүге көндә үк яңы тыуған айҙы күрмәһәләр һәм башҡа). Әммә етди сәбәп булмай тороп, ваҡытынан һуң уҡылған намаҙ дөрөҫ түгел.

Ғәйет намаҙын Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) мәсеттән ситтә – ҡырҙа уҡыған. Сөнки байрам намаҙына бөтәһе лә – ҡатындар ҙа, балалар ҙа бара, халыҡ мәсеткә һыймай. Ир-егеттәр өсөн иһә был намаҙ – вәджиб (Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса), йәғни мотлаҡ үтәлергә тейешле (йома намаҙы кеүек). Кем берәй сәбәп менән дөйөм йәмәғәт намаҙына бара алмай, өйҙә (эштә) уҡыһа, унда ла мөмкин тиклем йәмәғәт йыйып уҡыһын (ғаиләһе, коллегалары менән бергә), был – сөннәт. Ғәйет намаҙҙары алдынан аҙан да, ҡәмәт тә әйтелмәй (Бохари, Нәсәи хәҙис йыйынтыҡтарынан).

Ғәйет намаҙы ике рәкәғәттән тора. Имам «Аллаһу әкбәр» тип, тәкбир әйтеп намаҙҙы башлай. Шунан эстән истифтах доғаһын уҡый («Сүбхәнәкә, Аллаһүммә…»), унан һуң өс тапҡыр ҡулдарын «Аллаһу әкбәр» тип ҡысҡырып күтәрә. Шунан һуң, ғәҙәттәге намаҙҙарҙағыса, истиғәҙә доғаһын һәм бисмилләне («Әғүҙү би-Лләһи минә-шшәйтани-рраджим», «Бисми-Лләһи-ррахмәни-ррахим» тип) эстән әйтеп, «Фатиха» сүрәһен һәм уның артынса тағы берәй сүрәне ҡысҡырып уҡый һәм артабан рәкәғәтен башҡа намаҙҙарҙағы кеүек итеп тамамлап ҡуя. Икенсе рәкәғәткә баҫҡас, эстән генә бисмилләне әйтеп, аҙаҡ «Фатиха» сүрәһен, уның артынса тағы берәй сүрәне ҡысҡырып уҡый ҙа, уҡып бөткәс, ҡулдарын тағы өс тапҡыр «Аллаһу әкбәр» тип ҡысҡырып күтәреп төшөрә. Дүртенсе тапҡыр иһә ҡулдарын күтәрмәй генә ҡысҡырып «Аллаһу әкбәр» ти һәм рөкөғкә эйелә. Унан намаҙҙы башҡа ваҡыттағы намаҙҙар кеүек үк тамамлап ҡуя.

Иҫкәрмә: ғәйет намаҙҙары ваҡытында нисә тапҡыр тәкбир әйтеп ҡулдарҙы күтәреү мәсьәләһе буйынса төрлө фекерҙәр бар, уларҙың барыһы ла – сөннәттән, шуға күрә имам нисә тапҡыр күтәрһә лә (мәҫәлән, өсәүҙән артыҡ), ҡалғандар уның артынан шунса ҡабатларға тейеш.

Әгәр имам онотолоп китеп, намаҙҙы тәкбирҙәрҙән түгел, ә ғәҙәттәгесә сүрәләр уҡыуҙан башлаһа һәм шул уҡыған ваҡытында хатаһын иҫенә төшөрһә, уға сүрә уҡыуҙан туҡтарға һәм иң тәүҙә тәкбирҙәрҙе әйтеп алырға кәрәк. Әгәр сүрәләрҙе уҡып бөткәндән һуң ғына хатаһын иҫләһә, тәкбирҙәрҙе әйтеп тормай, намаҙын артабан дауам итә.

Сөннәт буйынса ниндәй сүрәләр уҡырға?

Ғәйет намаҙҙарында Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) ҡайһы саҡта беренсе рәкәғәттә – «Бөйөк» (87-се сүрә, 19 аят), ә икенсе рәкәғәттә «Ҡаплаусы» (88-се сүрә, 26 аят) сүрәләрен уҡыр булған (Мөслим, Әбү Дауыт хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ҡайһы саҡта иһә – «Ҡаф» һәм «Ай» сүрәләрен (50-се һәм 54-се сүрәләр, 45 һәм 55 аят) (Мөслим, Әбү Дауыт хәҙис йыйынтыҡтарынан).

Имамдан башҡалар байрам намаҙын нисек уҡый?

«Намаҙ уҡый белмәйем», — тип һис бер ваҡытта ла байрам намаҙҙарынан да, йома көнө йома намаҙҙарынан да мәхрүм ҡалырға ярамай. Сөнки йәмәғәт намаҙҙарында асылда имам ғына уҡый. Ҡалғандар уның артында тыңлап торалар, һәм имам нимә эшләһә, шуны ҡабатлайҙар. Тик алдан ғөсөл-тәһәрәт алырға һәм намаҙ уҡырға ниәт итергә генә онотмағыҙ. Шулай, Мәккә-Мәҙинә ҡала мәсеттәрендә имам бер үҙе уҡығанда, әллә нисә йөҙ мең кеше уны тыңлап ҡына тора.

Ә намаҙ уҡыу тәртибен белгәндәр, имам артынан эйәреү менән бергә, эстән намаҙҙа кәрәк булған төрлө доғаларҙы ла уҡый (мәҫәлән, рөкөғкә эйелгәндә, сәждәгә киткәндә һәм башҡа шундай мәлдәрҙә).

Әгәр берәйһе беренсе рәкәғәткә һуңлаһа, ул бүтәндәр намаҙ уҡып бөткәндән һуң шул рәкәғәте өсөн ҡабат тороп, тәкбирҙәрҙе лә үҙе әйтеп ҡуйырға тейеш.

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамға барырға тейешме?

Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) йәш ҡыҙҙарға ла, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға ла – барыһына ла байрамға сығырға ҡушты. Күреме килгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сыҡҡандар. Намаҙҙа ҡатнашмаһалар ҙа, доға ҡылғандар, байрам хөтбәһе тыңлағандар (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан).

Сабый балалар байрамда ҡатнашамы?

Абдуллаһ ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын): «Сабый килеш Пәйғәмбәребеҙ ғаләйһиссәләм менән бергә байрамға сыға инек», — тигән (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан).

Ураҙа ғәйетенең тәртибе

Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) Ураҙа ғәйете көнөнөң иртәнге намаҙын уҡығас, байрамға барғанда кешеләргә фитыр саҙаҡаларын байрам намаҙына ҡәҙәр таратып бирергә ҡушҡан. Иртәнге ашты ашамай (ғәҙәттә, бер нисә финик емеше) ғәйет намаҙына китмәгән (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). Намаҙға бер юл менән барып, ҡайтҡанда икенсе юл менән ҡайтҡан (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан). Байрамға барғанда яҡшы итеп таҙарынырға, йыуынырға, еҫле май (мисек) һөртөргә һәм матур, бөхтә кейемдәрҙә барырға кәрәк. Ғәйет намаҙының алдынан да, унан һуң да бер ниндәй ҙә нәфел намаҙҙар уҡылмай (Бохари хәҙистәр йыйынтығынан).

Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) башта ике рәкәғәт байрам намаҙын уҡыған, унан һуң өгөт-нәсихәт итеп, халыҡҡа хөтбә һөйләгән. Ғәйет намаҙын уҡып таралышҡас, һәр береһе дуҫтарына, туғандарына йөрөшөп тәмле ризыҡтар әҙерләгәндәр һәм күңел асҡандар.

Илдар хәҙрәт ХӘЙРУЛЛИНДЫҢ
“Ислам донъяhында 1001 hорау” тигән китабынан.
Редакция тарафынан ҡайhы бер мөhим өҫтәмәләр менән.

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s