«Үпкәләрем таҙа һауа һорай…»

Шиғыр

Үпкәләрем таҙа һауа һорай,
Тәмәкесе, туҡтат төтәүеңде!
Былай ҙа бит бысраҡ беҙҙең һауа,
Ә һин инде икенсеһен ҡабаң.
Шул ағыуға күпме хаҡ түләнең?
Һин бит ҡоло кескәй бер үләндең,
Үҙ нәфсеңә ҡаршы тора алмай.
Һине үлән түгел, шайтан еңде.
 
Ҡолаҡтарым инде тоноп бара,
Әңгәмәсем, туҡтат ғәйбәтеңде!
Күп һөйләүҙән нисек телең һынмай,
Юҡты бар, тип миңә, күҙ ҙә йоммай,
Шул ғәйбәттән ләззәт табаһыңмы?
Ишетмәнең минең һорауымды.
Туҡтатырға һине тапмам сара,
Телеңә һин ултыртҡанһың енде.
 
Ә урамға сыҡһаң, күҙ асҡыһыҙ –
Беҙҙә хәҙер ҡыҙҙар ярым шәрә!
Кибеттәрҙә юҡмы йүнле күлдәк,
Көпә-көндөҙ ник сисенмәк кәрәк?
Бар ирҙәргә асыҡ алдың-артың,
Үҙ иреңә ҡалыр ни оятың?!
Йәннәт бағы түгел, әй, ҡатын-ҡыҙ,
Һеҙгә, ах(ы)ры, Тамуҡ ҡәҙерлерәк.
 
Эскесегә иһә һүҙ табалмам,
Малын түгел, һатып эскән йәнен!
Күршеләрең донъя көткән саҡта,
Һыраға тип һин эҙләйһең аҡса.
Ташлар инең, сәбәп таба шайтан,
Һәм һин ҡабат аҙғынлыҡҡа ҡайтаң,
Әйҙә, атла шулай утҡа табан,
Һағынғанһың икән ағыу тәмен…
 
Бөгөнгөңдө күреп, йөрәк яна:
Ҡол булдыҡ бит, халҡым, яуһыҙ-ниһеҙ.
Эсеп-тартып йәштәр күңел аса,
Өлкәндәрҙең бар уйҙары — аҡса.
«Ник бөләбеҙ?» — тиеп тамаҡ ярма,
Кәңәшмәләр йыйып, һүҙ туҙҙырма,
Афәтеңдең бар сәбәбе шунда –
Һин бит динһеҙ, халҡым, шундай динһеҙ!..
 

Айгиз САФИН

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s