«Башҡорт мәсьәләһе»

"Башҡорт мәсьәләһе"

Тарих факультетында уҡыған сағымда күп төрлө дисциплиналар араһында тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү фәне лә бар ине. Мин үҙем иһә ул ваҡытта ни өсөндөр лекция-семинарҙарға артыҡ иғтибар итмәй торғайным. Баҡ тиһәң, ныҡ хаталанғанмын икән. Тарих фәненең нигеҙе булған икән ул тарихи сығанаҡтар. Тап шул сығанаҡтар менән эш итә белмәү күп хаталарға килтерә лә инде.

Беҙҙеңсә, кешелек өсөн иң ҙур, иң мөһим сығанаҡ ул – Ҡөрьән. Эйе, ҡайһы бер скептик тарихсылар Ҡөрьәнде сығанаҡ тип ҡабул итмәгән була. Әммә шул уҡ тарихсылар ҡайҙалыр, ниндәйҙер бабай һөйләгәнде, йә иһә ниндәйҙер монах йә сауҙагәр яҙып ҡалдырғанды мөһим дәлил итеп еңел ҡуллана алалар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә лә тарихыбыҙҙы күпселек белгестәр атеистик совет осоронан ҡалған принциптар аша өйрәнә. Әммә халҡыбыҙ ислам динен ҡабул иткәндән алып башҡорттарҙың теге йәки был эштәрен аңлау өсөн беренсе нәүбәттән уларса фекерләү фарыздыр бит? Күп ихтилалдарҙың, йәмәғәт ҡарарҙарының асылын, шул осорҙа динле булған ихтилал етәкселәренең ҡыланышын аңлау һәм өйрәнеү өсөн, һис шикһеҙ, ислам динебеҙҙе тулыһынса аңларға кәрәк. Әммә динде фәнни яҡтан ғына белгән түгел, ә динде үҙе тулайым тотҡан, Исламды эстән өйрәнгән тарихсы ғына хаҡиҡәткә нығыраҡ яҡынлашыр. Ә тарихыбыҙға динде белмәгән тарихсыларҙың күҙлегенән ҡарау – ул, минеңсә, һуҡыр ҡараш. Мәҫәлән, шул уҡ ихтилалдарҙы ғына алып ҡарағанда ла, иң тәүҙә күҙгә салынған факт – ул күп яуҙарҙың башында муллаларҙың, абыҙҙарҙың, имамдарҙың тороуы. Йәки, мәҫәлән, ни өсөн башҡорттар ислам динен еңел ҡабул иткән, ә көсләп суҡындырыуға ҡаршы быуаттар буйы йәне-тәне менән, мал-мөлкәтен сарыф итеп, ҡаршы һуғышҡан һуң?..

Үҙем, Аллаға шөкөр, дингә ҡайтҡас, халҡыбыҙ тарихына ҡарашым күпкә үҙгәрҙе. Быға тиклем аңлашылмаған күп нәмәләргә күҙҙәрем асылды. Ошо гәзитебеҙ биттәрендә, Алла бирһә, үҙ тарихыбыҙҙы ана шул яңы, мосолманса ҡараш аша сағылдырып биреп барырға уйлайбыҙ.

Халҡыбыҙ тарихында сикһеҙ батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ тулы биттәр ҙә, ҡот осҡос фажиғәләр ҙә, төрлө мөғжизәләр ҙә етерлек. Рәсәй дәүләте менән килешеү төҙөгәндән һуң, күпмелер ваҡыт үткәс, башҡорттарҙа дин тотоуы ла көндән-көн ауырлаша бара. Документтарҙан күренеүенсә, күп саҡта Рәсәй чиновниктарын мосолмандарҙың һан яғынан артыуы борсой. Башҡорттарҙың күп һәм көслө булыуы сәбәпле, рәсми Петербург был ерҙәрҙә үҙенең баҫып алыу сәйәсәтен яйға һала алмай аҙаплана. Ахыры, Рәсәй чиновниктары был «башҡорт мәсьәләһен» тамам хәл итеп ҡуйырға ҡарар итә.

Беренселәрҙән булып был «ауыр мәсьәләне» хәл итеүҙе  1725 йылда Көнгөр бургамистры Юхнев тәҡдим итә: бөтә башҡорттарҙы илдең үҙәк уездарына күсереп ултыртырға, суҡындырып, феодал-крепостниктарға таратып бирергә, ә бушаған урындарға инде урыҫ халҡын килтереп ултыртырға («Я мню, без кровопролития, ежели намерение впредь будет для опасения, чтоб онибунтовали, надлежит их сколько возможно вывесть в Русь и разделить, и от того в Руси людей умножитца и бусурман (мусульман) примут в христианскую веру и потому Башкиры будут от них пусты и на такой доброй земле можно впредь русских поселить»).

Ҡаҙан губернаторы А. П. Волынский иһә 1730 йылда был мәсьәләне урында уҡ, башҡорттарҙың ерендә хәл итергә тәҡдим итә. Төп бәләне ул башҡорттарҙың мосолман булыуында күрә һәм уларҙы «христианам неприятели» тип атап йөрөтә. Башҡорттар һан яғынан күбәймәһен өсөн, һәр төрлө ысулдар менән уларҙы бөтөрөү маҡсаттарында, ул ҡараҡалпаҡтарға һәм ҡаҙаҡтарға барымталар һәм һуғыштар ойоштороуҙы тәҡдим итә, «чтобы махометаня у нас не были блиско в соседстве». Шулай уҡ, ул башҡорт ерҙәренең карталарын төҙөү өсөн ат һатып алыусылар сүрәтендә геодезистарҙы ебәрергә, ошо ерҙәрҙе ғәскәрҙәр менән уратып, ҡаласыҡтар төҙөп, гарнизондарында күпләп драгундар һәм йәйәүле ғәскәрҙәр тупларға пландар төҙөй. «Под смертной казнью запретить «иноверцам» иметь огнестрельное оружие, продолжать практику аманатства; ослабить или разорить башкир экономически, т.е. путем введения новых податей». Ошо сараларҙан һуң Волынский, «тамошний богомерский народ» «не будет умножатца», тип ышанған.

А. П. Волынскийҙың тәҡдимдәрен белгән Ырымбур экспедицияһы начальнигы И. К. Кириллов та үҙенең Кабинетҡа «изъяснения»ларында (1735 йылдың ғинуары) мосолмандар менән көрәшеү ысулдары тураһында яҙа («способко умалению сих махометан»). Уны  ла «своевольный» халыҡтың ишәйеүе борсой: «без прибылых от многоженства настоящих башкирцев великое множество людей и время от времени прибывают». Шуға күрә ул инде татар халҡында һынап ҡаралған ысулдарҙы тәҡдим итә: «везде их перед войски в первых на пропажу посылали, вменяя в службу», йәғни башҡорттарҙы, мосолмандары, һуғыштар ваҡытында иң алғы рәттәргә ҡуйырға, бүтән мәлдәрҙә иһә оҙайлы хәрби хеҙмәткә ебәрергә, «то время жены без плода останутца, а кого убьют, тот и вовсе не возвратитца». Был тәҡдимдәрҙең һөҙөмтәһе булып мосолмандар «умножатца от многоженства не станут» булырға тейеш, уныңса. Ошо тәҡдимдәрҙең күп өлөшө һуңыраҡ Кириллов, Румянцев, Тевкелев һәм башҡалар тарафынан әүҙем тормошҡа ашырыла. Ә 1735 йылдың декабрендә баш ҡалала Рәсәй императрицаһы Анна Иоанновна Кирилловтың башҡорттарҙы тулыһынса бөтөрөү планын раҫлай. Бына Анна Иоанновнанаң 1736 йылдың 11 февралендәге указынан өҙөктәр:

4-се п. Башҡорттарға ҡорал йөрөтөү тыйыла.
5-се п. Тимерлектәр һәм тимер менән эшләү тыйыла.
6-сы п. Башҡорттарға ҡорал һатыу тыйыла.
13-сө п. Йыйындар тыйыла.
14-се п. Ахундар һаны ҡыҫҡартыла, яңы мәсеттәр төҙөү тыйыла.
15-се п. Башҡорттарға Ҡаҙан татарҙары менән никахлашыу тыйыла.
 

Буйһонмаусыларҙы – каторгаға. Быларҙан башҡа, башҡорт волост старосталарын һайлап ҡуйыу ысулы кире ҡағыла, уларҙы хәҙер урыҫ администрацияһы тәғәйенләй башлай (дежавюмы?).

Башҡорттарҙы бөтөрөү планының тағы ла бер авторы: Ҡотломөхәммәт Мамыш улы Тәфтиләү, ул уҡ Алексей Тевкелев (1674-1766). Тевкелевтар – мырҙалар тоҡомонан. «Хеҙмәт» юлын ул Петр I заманында башлай. 1711 йылдағы Пруссия һәм 1722-1723 йылдарҙағы Фарсы походтарында тәржемәсе була. 1716 йылда А. Бекович-Черкасскийҙың Урта Азияға походында ҡатнаша. 30-сы йылдарҙа Ырымбурҙа хәрби административ хеҙмәттә эшләй, 1734 йылдан – Ырымбур экспедицияһы етәксеһе И. К. Кирилловтың ярҙамсыһы. 1734 йыдың 8 майында уға Анна Иоанновнаның шәхси указы менән полковник дәрәжәһе бирелә. 50-се йылдар башында инде Рәсәй империяһының сит диндәр буйынса эштәр комиссияһы етәксеһе, һуңынан – И. И. Неплюевтың ярҙамсыһы. 1755 йылдың 4 сентябрендә Сенат указы менән генерал-майор дәрәжәһен ала. 1766 йылда 92 йәшендә үлә. («Кемдең ғүмере оҙон һәм изге эштәре күп, шулар кешеләр араһында иң яҡшыларҙан булыр, ә кемдең ғүмере оҙон һәм насар эштәре күп, шулар кешеләр араһында иң ямандарҙан булыр», тигән хәҙис бар).

Тәү ҡарауға, заманының уңышлы улы, татар милләтенән була тороп, империя кимәлендәге ҙур шәхескә әүерелә. Тик ниндәй эштәре өсөн «ҡолдар һәм хужалар иле» Рәсәй үҙ итте икән был әҙәм балаһын?

Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Ҡотломөхәммәт Тәфтиләү үҙ динен алыштырып, суҡынып, Алексей Иванович Тевкелев исемен йөрөтә башлай. Төрлө йылдарҙа Рәсәй ғәскәрҙәренең баҫҡынсы походтарында ҡатнашып, хәрби баҫҡыс буйлап юғары күтәрелә. Ул башҡорт-татар, башҡорт-ҡаҙаҡ араларын яҡшы белә. Ҡаҙаҡ хандарын Рәсәйгә буйһондороуға күп өлөш индерә. Тап ошондай ҡәбәхәт маңҡорт, динен һатҡан кеше кәрәк була ла инде «башҡорттар мәсьәләһен» хәл итеү өсөн. Тевкелев башҡорттарҙы юҡ итеү планын эшләүҙә әүҙем ҡатнаша, ә 1734 йылда инде Ырымбур экспедицияһы етәксеһе И. К. Кирилловтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

Башҡорттарға ситтән ярҙам килмәһен өсөн, иң тәүҙә уларҙың ҡаҙаҡ хандары менән араларын боҙорға ҡарар итәләр, шулай уҡ Ҡаҙан татарҙары менән дә араларын өҙәләр (хатта, үрҙә әйтеп үтеүемсә, башҡорттарға каторга ҡурҡынысы аҫтында Ҡаҙан татарҙарынан кәләш алыу тыйыла). Шулай итеп, башҡорттар 1735 йылға каратель ғәскәрҙәре менән бергә-бер тороп ҡала.

Үрҙә әйтелгән пландарға ярашлы, тиҙҙән башҡорттарға ҡаршы геноцид яуы башлап та ебәрәләр, дөрөҫөрәге – «тәреле поход». Сөнки тәү сиратта уларға башҡорттарҙың мосолман динендә булыуҙары тынғы бирмәй. 1735-1742 йылдарҙа башҡорт халҡының шулай ныҡ ҡырылыуға дусар булыуының төп сәбәбе, минеңсә, тап шунда – халҡыбыҙҙың диндә ныҡ тороуында, суҡынырға ризалашмауында.

Һәм бына 1735 йылда «башҡорт мәсьәләһен» хәл итеү буйынса «махсус операция» башланып китә. Тәфтиләү үҙ ғәскәрҙәре менән Бөрө ҡалаһынан сыға һәм төньяҡҡа табан юл тота. Өс ай эсендә генә лә ул үткән ерҙәрҙә 51 ауыл урынына янған торомбаш һәм мәйеттәр генә ятып ҡала.

Ул афәтле йылдарҙың әлеге мәлдә тарихсылар тарафынан иң өйрәнелгән фажиғәһе булып Себер юлы Балыҡсы волосында урынлашҡан Һөйәнтүҫ ауылының юҡҡа сығарылыуы ваҡиғаһы торалыр. 1736 йылдың 24 ғинуарында Тәфтиләүҙең бойороғо буйынса ойошторола был геноцид акты. Тәфтиләүҙең бухгалтеры булған тарихсы П. И. Рычковтың яҙыуынса, «около 1000 человек с женами и детьми их в этой деревне перестреляно и от драгун штыками, …сверх того 105 человек собраны были в один амбар и тут огнем сожжены». Ошо өс юллыҡ тарихта меңдән артыҡ кеше яҙмышы яҙылып ҡалған. Был тиклем ҡәбәхәтлекте нисек кенә йәшереп маташһалар ҙа, ул тарих бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған.

Иҙел буйҡайҙары йәмле ине,
Тәфтиләүҙәр утҡа тотмаһа.
Илкәйҙәрҙең ҡанлы күҙ йәштәре
Төшмәй икән, төшәр булмаһа.
Ҡара ла ғына урман ҡая бите
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр, тип, бер саҡта.
(Халыҡ йырынан)
 

Һөйәнтүҫ ауылынан башҡа ул көндәрҙә тағы ла 50 ауыл яндырыла. Уларҙың күбеһе ҡайтанан тергеҙелмәй. Солтанбәк, Сарс, Ҡашҡа, Билгеш һәм тағы ла бер нисә ауыл ғына ваҡыт үтеү менән ҡабат йәшәп киткән.

Дөйөм алғанда, 1735-1740 йылдарға ҡарата тулы булмаған киләһе мәғлүмәттәр бар:

– «Ырымбур комиссияһы»: 300 ауыл яндырылған; 135 кеше һөргөнгә ебәрелгән; 7 455 кеше язалана; 2 882 кешенең ҡатыны һәм балалары помещиктарға таратып бирелә; 1 097 баш һыйыр һәм йылҡы малы тартып алына.

– «Башҡорт комиссияһы»: 396 ауыл яндырылған; 3 101 кеше һөргөнгә ебәрелгән; 9 438 кеше язаланған; 6 909 кешенең ҡатыны һәм балалары помещиктарға таратып бирелә; 17 154 баш һыйыр һәм йылҡы малы тартып алына.

Әммә был мәғлүмәттәр генә тулыһынса дөрөҫлөктө асып бирмәй, ахыры. Мәҫәлән, икенсе сығанаҡтар буйынса, 1740 йылдың 14 июненән 10 сентябренә тиклем ваҡыт эсендә генә карателдәр тарафынан 1 010 ауыл (йәмғеһе 8 208 ихата) яндырылған булған, ә шул уҡ йылдың 11 сентябренән октябрь айынаса 537 ауыл юҡҡа сығарыла.

Был һандар буйынса ла әле үлтерелгәндәрҙең, язаланғандарҙың, һалдатҡа алынғандарҙың, помещиктарға таратып бирелгәндәрҙең, аслыҡтан вафат булғандарҙың аныҡ ҡына һанын билдәләп булмай. Ғәҙәттә тарихи әҙәбиәттә ҡорбандар һаны 60-65 мең кеше иҫәпләнә. Ҡара-Табын волосының «тоғро старшинаһы» Ҡыҙрас Муллаҡаев тархан иһә, 1735-1736 йылдарҙа ғына 50 мең тирәһе башҡорт үлтерелә, тип иҫәпләй. 1739 йылдың февралендә Ырымбур экспедицияһы етәксеһе В. Н. Татищев үҙенең Кабинетҡа яҙған докладында был карателдәр акцияһының фажиғәле эҙемтәләрен шулай тасуирлай: «Ҡаҙан һәм Нуғай юлдары шундай итеп туҙҙырылған, халыҡтарының яртыһы ғына, бәлки, тере ҡалғандыр, Уса һәм Себер юлдары ул хәтлем үк ҡорбандар күрмәһә лә, мал-мөлкәттәре күпләп тартып алынғанлыҡтан, халыҡ аслыҡтан ҡырыла»… Ә бит алда әле бына-бына башланырға торған Ҡараһаҡал яуы буласаҡ, аҙаҡ – Батырша яуы, йөҙәрләгән башҡорт ғаиләләренең мәкерле ҡаҙаҡ хандары тарафынан вәхшиҙәрсә ҡырып һалыныуы ла алда әле… Башҡорттар был яуҙы аҙаҡҡаса алып баралар. Ҡорал тоторлоҡ ирҙәр бөткәс кенә, халыҡ баҫҡынсыларға ҡаршы һуғышыуҙан туҡтап ҡала. Пугачёв яуында ҡатнашасаҡ яңы быуын үҫеп еткәнсе…

Был һандарҙы ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үткәрәм. Рәсәй империяһы башҡорттарға ҡарата ниңә шул тиклем дә яуызлыҡ күрһәтте икән? Үҙ урыҫ халҡын бахыр ҡол хәленә ҡалдырған империалистар башҡорттарҙың иркен йәшәүен шулай күрә алманымы, әллә халҡыбыҙҙың үҙ динле, үҙ һүҙле булыуҙары уларҙы шулай ярһыттымы?..

Ике йыл тирәһе элек беҙҙең заманда үҙенә күрә «каратель органдары» ролен үтәүселәр минең өйҙә, машинамда тентеү үткәргәйнеләр. Рәсми һорау алыуҙан һуң булған «дуҫтарса» һөйләшеү ваҡытында бер ихласланып киткән тәфтишсе, улар өсөн иң ҡурҡынысы – бөгөн башҡорттарҙың Исламға ҡайтыуы, тип әйткәйне. Ул ваҡытта ныҡлап аңлап бөтмәгән инем, ни өсөн дингә килгән халыҡтың улар өсөн бәлә булыуын. Әммә үрҙәге тарихи сығанаҡтар менән танышҡас, анлашылды: тик диндә булған халыҡ ҡына үҙ ирке, үҙ азатлығы өсөн аҙаҡҡаса ныҡ тора ала. Һәм һәр төрлө йылдарҙа ла әллә күпме ҡан-көс халыҡты тап шул диненән яҙҙырыу өсөн түгелә лә. Һәм бөгөн дә бит башҡорттар шул тура юлға ҡабат ҡайтмаһын өсөн һәр төрлө кимәлдәрҙә ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡтар уйлап сығарып ҡына торалар. Нисәнсе йыл инде юғары уҡыу йорттарында намаҙ ҡылыу өсөн залдар бирелмәй, шул уҡ ваҡытта иһә дискотека һәм бүтән мәғәнәһеҙ саралар өсөн ул залдарҙың ишеге һәр саҡ асыҡ. Башҡортса дини китаптар бөтөнләй юҡ тиерлек. Баш ҡалабыҙҙа бер генә мәсеттә лә дин башҡортса аңлатылмай. Беҙҙең балаларыбыҙ балалар баҡсаһында ла, аҙаҡ мәктәптәрҙә лә харам ризыҡ менән туҡланырға мәжбүр… Һанай китһәң, әле лә туҡтамаған бит «башҡорт мәсьәләһен» хәл итеү буйынса ҡасандыр иғлан ителгән «махсус операция». Тик хәҙер ҡайҙандыр саҡырып килтерелгән тәфтиләүҙәр генә түгел, күп саҡта үҙебеҙҙең халыҡтан үҫеп сыҡҡан маңҡорт улдарыбыҙ алып бара беҙгә ҡаршы был һуғышты, йә аңһыҙ, йә мәкерле рәүештә, – үҙҙәренең шәхси күҙлегенән сығып, үҙҙәрен генә ҡайғыртып…

Фәнзил ӘХМӘТШИН

Редакциянан:

«Донъяла йәшәргә һәм башҡалар рәтендә ғүмер һөрөргә теләгән милләт үҙенең үткән көндәрен белергә һәм үҙ тарихы менән дуҫ булырға тейеш», — тип әйтеп ҡалдырған Ризаитдин бин Фәхретдин. «Тарих сәхифәһе» исемле махсус рубрика асып ебәреүебеҙҙең дә төп маҡсаты – халыҡты уятырға теләү, майланған йөрәктәрҙе ҡуҙғатырға, томаланған күҙҙәрҙе асырға тырышыу, эйелгән баштарҙы күтәрергә саҡырыу.

Һәр халыҡ үҙ тарихын белергә тейеш – быға шик юҡ, ул тарих ниндәй генә ҡанлы, аяныслы һәм ҡыҙғаныс булһа ла. Һәм өлкәндәр уны үҙ балаларына, ә улар – артабан телдән-телгә күсерергә бурыслы. Халҡыбыҙҙың йәш вәкилдәре тарихтан ғибрәт, тарихтан һабаҡ алып үҫһендәр өсөн. Был уларға киләсәктә күп кенә хаталарҙы урап үтергә ярҙам итер, иншәллаһ. Тарих шуның өсөн дә тарих бит ул. Әммә ошо урында барыһын да ҡаты ғына итеп иҫкәртеп ҡуйырға мәжбүрбеҙ: беҙҙең гәзиттә килтерелгән тарихи факттарҙы йә автор һығымталарын ниндәйҙер провокацион маҡсаттарҙа ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Ҡыҙыулыҡ бер ҡасан да файҙалы һөҙөмтәләр бирмәгән. Һәр нәмәлә лә айыҡ аҡыл, белем һәм кәңәшлелек менән эш итеү фарыз!

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s