Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!

(«Ваҡыт!» гәзите, №1 (80), 15.01.2014)

Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән!

Барса маҡтауҙарыбыҙ – ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа. Уның сәләме һәм бәрәкәте һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәткә ﷺ, уның ғаиләһенә, сәхәбәләренә һәм Хөкөм көнөнә ҡәҙәр Ҡөрьән һәм Сөннәт юлынан барыусы барлыҡ мосолмандарға ирешһен!

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Бына миләди 2014 йылға ла аяҡ баҫтыҡ, һижри календарь буйынса был 1435 йылдың рабиғүл-әүүәл айына тура килә.

Уҙған йыл редакция өсөн төрлө ваҡиғаларға бай булды. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: «Ихтимал, һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнә торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙҙең өсөн хәйерле, һәм, ихтимал, һеҙ берәй нәмәне ярата торғанһығыҙҙыр, ә ул һеҙҙең өсөн насар. Ысынлап та, Аллаһ белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!» («Һыйыр» сүрәһе, 2:216).

Белеүегеҙсә, гәзитебеҙҙең баш мөхәррире алышынды, редколлегия ла үҙгәрештәр кисерҙе. Ҡай саҡ гәзитте баҫтырыуға аҡса ла етмәгән осорҙар булды, «Ваҡыт!» хеҙмәткәрҙәре бушлай эшләп йөрөнө. Фәҡәт Аллаһ ризалығы өсөн, иншә Аллаһ. Уларҙың был ғәмәлдәре ҡабул булһын.

Йәнә шуны иҫегеҙгә төшөрөп үтергә ине, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ: бергә булмайынса тороп, динебеҙҙе үҫтереп булмаясаҡ, сөнки беҙ – Мөхәммәт ﷺ өммәте, берҙәм өммәт. Хәҙистәрҙә телгә алыныуынса, Ислам өммәте – бер бөтөн тән, бер бинаның таштары кеүек.

Мин, баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы булараҡ, редакция исеменән һеҙгә, ҡәҙерле уҡыусылар, телефон һәм хаттар аша әйтелгән йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн, доғаларығыҙ һәм саҙаҡаларығыҙ өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Аллаһы Тәғәлә барыһын да ҡабул итһен, яҡшылыҡ менән ҡайтарһын һәм Үҙенең ихлас ҡолдарына вәғәҙә иткән Йәннәт баҡсаларына индерһен.

«Ваҡыт!» гәзитен даими алдырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Хатта ҡайһы бер уҡыусыларыбыҙ туғандарын, яҡындарын яҙылырға өгөтләй, яҙҙыра.

«Ваҡыт!» гәзите – ул, иң тәү сиратта, Ислам хаҡындағы сәхих, дөрөҫ ғилем. «Ваҡыт!» – ул Аллаһтың хаҡ динен таратыу, һәм Хөкөм көнөндә бының өсөн һәммәбеҙгә лә ҙур әжер булыр, иншә Аллаһ.

Гәзит һандары һуңлап баҫылып килеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙең менән бергә ҡалдығыҙ. Күрһәткән ышанысығыҙ өсөн джәзәкүмү-Ллаһу хайра.

Редакция коллективы бер урында тормай, һеҙҙең менән бергә үҫешә. Иншә Аллаһ, киләсәктә һеҙҙе тағы ла яҡшыраҡ материалдар менән ҡыуандырмаҡсыбыҙ.

Аллаһ бәрәкәт бирһен – гәзитебеҙ татар телендә лә сыға башланы («Безнең Вакыт!» исеме менән). Шулай уҡ нәшриәт эше лә әүҙем генә башланып китте. Ишморат хәҙрәт Хәйбуллин етәкселегендә «Дин дәрестәре», «Намаҙ китабы» исемле хеҙмәттәр донъя күрҙе. Тиҙҙән яңы китаптар, тәржемәләр нәшер ителәсәк, иншә Аллаһ.

Билдәле булыуынса, гәзитебеҙҙе күберәк хаҡлы ялда булған оло быуын вәкилдәре уҡый. Ә бит улар – йәштәргә өлгө! Ҡыҙғанысҡа күрә, йәштәр дингә бик үк ылығып бармай, уларҙың күбеһе аҙғын тормош алып бара…

Йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреү – барыбыҙҙың да төп бурысы. Һеҙгә, оло быуын вәкилдәре, мөрәжәғәтем: балаларығыҙҙа һәм ейәндәрегеҙҙә Аллаһҡа һәм уның рәсүленә ﷺ ҡарата мөхәббәт тәрбиәләгеҙ, ғилем алыуға, дини китап-гәзиттәр уҡыуға һөйөү уятығыҙ. «Ваҡыт!» гәзитен уҡыһындар, имандарын арттырһындар. Был, шулай уҡ, уларҙың үҙ туған телен онотмауына, ата-бабалар ҡалдырған мираҫты һаҡлауына ла сәбәп булыр, иншә Аллаһ.

Һәм ахырҙа – ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа маҡтау!

Әхмәт СӘҒӘҘИЕВ

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s