450 йыллыҡ уйҙар

Фәнзил ӘХМӘТШИН

(поэма)
 

Ҡыуанағыҙ тағы нимә табып?
Тағы ниндәй бөйөк тантана?
Тик ниңәлер минең күҙҙәремдә
Шатлыҡ түгел, йәшле ҡан тама.
 
Башҡорт илкәйендә шау-шыу үтте,
Күргәнемде һеҙгә яҙамын.
Уйлаһаң, был дүрт быуатлыҡ байрам,
Әллә 450 йыллыҡ язамы?
 
Әйтте бер йәш түрә (ул бит «күпте» күрә),
Байрам кәрәк, имеш, халыҡҡа.
Ләкләнеләр уны журналистар –
Һүҙҙе һалыусылар ҡалыпҡа.
 
Йырла, башҡорт, бер тамаша булһын,
Беҙҙең тоғролоҡто күрерҙәр.
Ана, күршеләргә аҡса төшкән,
Беҙгә лә ҙур өлөш бирерҙәр.
 
Алданырға һәр саҡ яратабыҙ.
Был аҡсалар тиште кеҫәләр.
Шул кеҫәлә булған мал-мөлкәттәр
Кемдең ҡаҙнаһына төшәләр?!
 
Беҙгә кәрәк «никах» яңыртырға…
Мәңге бергә, мәңгелек дуҫлыҡ.
Тик ниңәлер байрам бик тиҙ үтте,
Күңелдәрҙә ҡалды тик бушлыҡ.
 
Ошо бөйөк байрам «бахмурынан»
Айыға (а)лмай оҙаҡ ау(ы)рыныҡ.
Бер мәл айнып, күҙҙе нығ(ы)раҡ асһаҡ –
Үҙгәргән шул икән донъя ныҡ.
 
Йәш түрәбеҙ яңы оя тапҡан,
Талай хәҙер иҫке хужаһын.
Кәнтәй этте күпме ашатһаң да,
Көслө арлан – уның нужаһы.
 
Нимә булды, ҡайҙа беҙҙекеләр?
Килеп тулған төрлө килмешәк…
Улар бында именлекте һаҡлай?!
Кемдән һаҡлай? Минән?! Ни эшләп?
 
Ирек кәрәк тиһәң, һин – экстремист,
Башҡорт тиһәң – бөгөндән фашист.
Ҡөрьән уҡып, бар сөннәтте тотҡан,
«Аллаһ» тигән һәр кем – ваһһабист.
 
Үҙгәрҙе һуң ҡасан был донъялар?
Ҡайҙа башы бөтә бәләнең?
Ҡасан, башҡорт, һин тайпылдың икән
Юлдарынан Аллаһ Тәғ(ә)ләнең?
 
Тауышланмағыҙсы әле берүк,
Бәхәстәрҙән тынып торайыҡ.
Тарих ҡуласаһын кире бороп,
Шул көндәргә ҡабат барайыҡ.
 
Кәңәшле ил һис тә тарҡалмаҫ, тип,
Ҙур ҡоролтай йыйған башлыҡтар.
Һәм Аҡ батша менән ҡул бирешеп,
Рәсәй-илгә ингән башҡорттар.
 
Аҡ батшаның талабы шул булған:
Сиктәрҙе һаҡлағыҙ дошмандан,
Әгәр илгә ҡара һуғыш килһә,
Яу сығайыҡ берҙәм Ватандан.
 
Күктәрҙә бөркөттәй осоғоҙ һеҙ,
Кейек кеүек ҡырҙа йәшәгеҙ,
Йылғаларҙа йөҙөгөҙ балыҡтай,
Башҡорттар, азат һеҙ һәммәгеҙ…
 
Шайтан юлы хәйлә-мәкер тулы –
Ышанмағыҙ татлы теленә.
Дуҫлыҡ тиеп, килешеүҙәр төҙөп,
Күпме бәлә килде илемә!
 
Килешеүҙең аманатын һаҡлап,
Илде яҡлап батыр улдарың,
Күпме ғәзиз йәндәр ҡорбан булды,
Күҙ йәштәрен түкте толдарың.
 
Әйт тураһын, һин, Шәғәле Шаҡман!
Аҡ батшаға барҙың әүәле,
Милләтеңде һаҡлап ҡалырға һуң
Булманымы бүтән әмәле?
 
Мәғәнәһеҙ, бөтмәҫ һуғыштарға
Һәр саҡ сапты Рәсәй, шашынып.
Сит әсәнең үгәй балалары
Алыштарға сыҡты ышанып.
 
Алдар батыр Азов походында
Еңеп сыҡты черкес батырын,
Данлап уны күккә сөйгән ҡулдар
Белмәне шул аҙаҡ аҫырын.
 
Француздарҙы Парижғаса ҡыуҙыҡ,
«Любезные» булып Рәсәйҙең…
Амурҙарҙың башы Ҡаһым-түрә
Ағыуынан кемдең сәсәне?!
 
Порт-Артур ҙа тигән таш ҡаланы
Япондарҙан башҡорт һаҡланы.
Күпме ирҙәр үлде, башын һалды…
Йырҙан башҡа даны ҡайтманы.
 
Дәүләт төҙөр өсөн Вәлидиҙәр
Ленин менән барып килеште.
«Ҡағыҙ бите, — тине, — был килешеү», —
Һорап барғас беҙҙең өлөштө.
 
Муса Мортазиндар күп алданды,
Күпме башҡорттарҙы ҡырҙылар…
Аҡҡа ышанһалар, атты аҡтар,
Ҡыҙылдарға сыҡһа – ҡыҙылдар.
 
Фашист танктарына ҡылыс менән
Ҡаршы сапты башҡорт уланы.
Кемдер герой булды, миҙал алды…
Шайморатов герой булманы.
 
Һуғыш бөткәс, тыныс тормош еткәс,
Үгәй әсә тағы шашына.
Килешеүҙәр бик тиҙ онотола –
Яңы бәлә эҙләй башына.
 
Йә барып ул Афғанстанға керә,
Йә Кавказды ҡанға батыра.
Булған малын гел ҡоралға тыға,
Дошман таба алмай ҡотора.
 
Үҙаллылыҡ кәрәкме? Алығыҙ һеҙ
Күпме йота (а)лһағыҙ умырып…
Чечендарҙан алды ҡаны менән,
Беҙҙән алды кире ҡоҫтороп.
 
Шәғәлеләр, Зәки, Мортазалар
Күпме ышандылар һүҙҙәргә.
Һуҡыр тауыҡтарға – бары тары,
Инмәй шул нур йомоҡ күҙҙәргә.
 
Көпә-көндөҙ, халҡым, аҙашабыҙ,
Тура юлды күрмәй түрәләр.
Үлем башҡорттарҙы һис ҡурҡытмай –
Аҫылынып күпме үләләр…
 
Ул коммерсант түгел, колхозник та,
Башҡорт юлы – динле яу юлы.
Ул бит яугир, сәсән телле шағир,
Башҡорт улы, мосолман улы!
 
…Үлмәҫ өсөн, тәндәреңде һаҡлап,
Динһеҙҙәрҙең күстең диненә.
Көнө-төнө юҡ дуҫлыҡты данлап,
Тамуҡтарҙың еттең сигенә…
 
Теҙләнеүҙән тубыҡтары туҙған
Һуҡыр түрәләрҙән ял(ы)ҡтыҡ.
Күпме ғүмер уҙа эҙләнеүҙә
Зиндан эстәренән азатлыҡ.
 
Ап-аҡ ҡағыҙҙарға ҡара менән
Тағы килешеүҙәр төҙөрбөҙ.
Тик ҡол булыр ҡолдар етәксеһе,
Тағы күпме быға түҙербеҙ?
 
Уйҙар… уйҙар… Туҡта. Туҡтағыҙсы!
Ҡайҙа бәхет? Ҡайҙа бәрәкәт?
Ошо юлдан беҙ артабан китһәк,
Алда көтөр бәлә, һәләкәт!!!
 
…Тәү килешеү булды Аллаһ менән,
Яралтҡанда бөтә йәндәрҙе.
Хужа итеп әҙәмдәрҙе Ерҙә,
Бар итте Ул аҙаҡ тәндәрҙе.
 
Һәм һораны Раббым һәр бер йәндән,
Булдырмаҫҡа бөйөк бер бәлә:
– Минме Раббығыҙ? («Ә ләстү би-Раббикүм?»)
– Эйе, шикһеҙ! («Ҡаалү Бәлә!»).
 
Шул Әл-Мисаҡ заманынан алып
Һәр бер йәндең биргән анты бар.
Кем аманат тота – шуға Ожмах!
Килешеүҙе боҙһаң – Тамуҡтар…
 
Һәм Исламда булған һәр кешене
Көтә Йәннәт, көтә баҡсалар.
Ә Аллаһҡа ҡаршы килгәндәрҙе
Көтә бары утлы ҡамсылар.
 
Башҡа килешеүҙәр – ул аҙашыу,
Ваҡытлыса – шундалыр хикмәт.
Иблис менән дә бит «килешеп» була,
Әммә хаҡы бының бик ҡиммәт.
 
«Демократия», «суверенитет»,
Беҙҙең уй-фекерҙе ағыулай.
«Илем» тигәндәрҙе мәкер Иблис
«Федерализм» менән бығаулай.
 
Бәйһеҙ уйҙар тағы алға саба,
Йүгәнһеҙ шул улар, тышауһыҙ.
Ҡараңғыла күпме интеккәндәр
Һис бер нурһыҙ, һыуһыҙ, һауаһыҙ.
 
Һәм зинданға, Аллам, нурың инде,
Үҙгәрҙеләр шул саҡ донъялар.
Мин атлығам тышҡа – яҡтылыҡҡа,
Тота алмаҫһығыҙ, диуарҙар.
 
Яҙҙар еткәс кемдең күргәне бар
Һарайҙарҙан сыҡҡан айғырҙы,
Эй ҡыуана, сабып туя алмай,
Уҙып китеп ҡолон-тайҙарҙы.
 
Мин дә, зинданымдан сығыр өсөн,
Диуарҙарҙы көн дә һелкетәм.
Беләм, сығыу бынан бик-бик ауыр,
Тик яҙ килер тиеп мин көтәм.
 
Әйтте берәү: «Ишек бикһеҙ. Тик һин
Тауышланма, беҙҙе уятма.
Ниндәй матур төштән мәхрүм иттең!
Башҡаға бар, беҙҙе ҡаңғыртма».
 
Ишек асыҡ?! Ташлап китер кәрәк
Тиҙ(е)рәк, тиҙ(е)рәк, тиҙ(е)рәк, тиҙерәәәк!..
Ә әсәйем? Туған, дуҫ-иштәрем?
Улар йоҡлай һаман иҙерәп.
 
Китергәме?.. Юҡ, уятыр кәрәк…
Уянығыҙ, әйҙә, тороғоҙ!..
Тынлыҡ. Иблис кенә йырын һуҙа:
«Әли-бәли-бәү-бәү. Янығыҙ, янығыҙ…»
 
Китергәме? Әллә көтөргәме?..
Ишетәмен аҙан тауышын.
Тимәк кемдер әле уяу икән!
Көтөлмәгән бүләк – табышым.
 
Бергәләшеп уятабыҙ хәҙер,
Кемдер йоҡлай, кемдер уяна.
Кемдер күҙен асып кире йома,
Ә кем уяныуға ҡыуана.
 
Тик ваҡытым ғына етмәҫ кеүек,
Күпме ваҡыт ҡалған – билдәһеҙ.
Ашығамын, эх, өлгөрөр кәрәк,
Доға ҡылам, уйҙа һаман һеҙ.
 
«Эй бер Раббым, беҙ таныйбыҙ Һине,
Һинән башҡа һис бер юҡ илаһ.
Белемеңде беҙгә еткереүсе –
Мөхәммәт, рәсүлү-Аллаһ.
 
Эй бер Аллам, ярлыҡасы беҙҙең
Гонаһтарҙы, мәкруһ эштәрҙе.
Дин юлына ҡайтар башҡорттарҙы,
Бөтә өлкәндәрҙе, йәштәрҙе!
 
Ас йөрәген, ислам динен күрһәт
Ғәмһеҙлеккә батҡан ҡолоңа.
Ишетһен ул Һүҙҙе, ас күҙҙәрен,
Сығар уны тура юлыңа.
 
Урынлаштыр Үҙ ҡөҙрәтең менән
Ошо ерҙә дөрөҫ ҡанундар.
Уралымда тыуһын Салауаттар,
Тыумаһындар динһеҙ Ҡарундар…»
 
Бер саҡ ҡояш ҡалҡыр көнбайыштан –
Ҡиәмәттең бел, һин, билдәһен.
Килтерерҙәр ғәмәл дәфтәрҙәрен,
Килешеүгә ҡуйып нөктәһен.
 
Эй туғаным, әйҙә, ҡайт Исламға,
Тура юл бит күптән билгеле.
Кемгә күпме генә ваҡыт ҡалған?..
Аллаһ – Рахман, Аллаһ – Рәхимле!
 

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s