Һуҡырҙарҙың һуҡыр «эт һуғарыусылары»

Йәки йондоҙнамәгә ышанырға яраймы?

(«Ваҡыт!» гәзите, №1, 27.02.2010)

«Яңылыш ҡарашты күптәр уртаҡ фекер тип тапһа ла,
ул яңылыш ҡараш булыуҙан туҡтамай»
(Лев Толстой)
 

Йондоҙнамә

Һуңғы йылдарҙа, дөйөм халыҡ иҫәбенә ҡарата фәнни академиялар һәм ғалимдар һаны артыу менән бер рәттән, ябай халыҡтың ахмаҡлығы ла арта төштө. Был, бигерәк тә, халыҡтың юҡ-бар мәғлүмәткә ышаныуында асыҡ сағыла. Фән өлкәһендә «ялған фән» тигән төшөнсә бар, уны ғалимдар үҙҙәре «антифән» тип йөрөтә. Әлбиттә, ике тиҫтә йыл дауамында фәнде түбәнһетеү, ситкә этәреү сәйәсәте үҙ эшен башҡармай ҡалманы – был антифәндең сәскә атыуына булышылыҡ итте. Бынын һөҙөмтәһе булараҡ, ябай халыҡтың аңын томанлаусы, алдатыусы бихисап «академиктар» ҙа ҡалҡып сыҡты.

Антифәндең бөгөн иң сағыу лакмус ҡағыҙы – астрология. Антифән – тарихи төшөнсә. Мәҫәлән, мәңгелек двигателде эшләргә тырышыу үҙ ваҡытында ялған фән булмаған, сөнки һуңынан ғына уны эшләп булмауҙы иҫбатлағандар. Шулай уҡ, элек, Ҡояш менән Ер араһында бәйләнеште өйрәнгәнгә тиклем, астрология ла ялған фән булмаған. Ай менән Ҡояш тотолоуын, йондоҙҙарҙы өйрәнгән тәүге эҙләнеүҙәр осоронда кеше яҙмышына йондоҙҙарҙың йоғонтоһо тураһында бер гөлләмә уйҙырмалар, иҫбатланмаған да, әммә бер үк ваҡытта кире лә ҡағылмаған гипотезалар барлыҡҡа килә. (Был авторҙың мәсьәләгә донъяуи, йәғни «фәнни» яҡтан ҡарашы, ә ысынында иһә тәүге пәйғәмбәр һәм тәүге кеше Әҙәм ғәләйһи-ссәләм ваҡытынан уҡ иманлылар кеше яҙмышына йондоҙҙарҙың йоғонтоһо юҡ икәнен яҡшы белгән – ред.). Бөгөн был өлкәләге уйҙырма фараздар фәнни яҡтан кире ҡағылһа ла, күптәр уның ярҙамында легенда-миф ҡороп аҡса эшләүен, кеше алдауын дауам итә.

Бөгөн матбуғат биттәрендә һәм интернетта баҫылған, радио-телевидиниела һөйләнгән астрологик фараздар – алдашыу.

Беренсенән, бынан яҡынса дүрт йөҙ йыл элек Галилей, Кеплер, уларға тиклем иһә Коперник хәҙерге механикаға нигеҙ һала (бөгөнгө «рәсми» дәреслектәр буйынса – ред.), һуңынан уға Ньютон «ит үрелдерә», – һөҙөмтәлә, уларҙың хеҙмәте планеталарҙың Ер йәшәйешенә аҙ тәьҫир итеүен иҫбатланы.

Икенсенән, ғалимдар бер йондоҙлоҡ аҫтында тыуған мең бала өҫтөндә фәнни тикшеренеү уҙғара. Ул һөҙөмтәләр ҙә планеталарҙың да, йондоҙҙарҙың да был балаларҙың береһенә лә бер нисек тә тәьҫир итмәүен дәлилләй. Йәғни, һәр ҡайһыһы үҙ яҙмышы менән йәшәй булып сыға.

Бөгөн бар һары матбуғат, хатта ҡайһы бер абруйлы гәзит-журналдар ҙа, әле һаман интернеттан алынған «астрологтар ауыҙы» менән беҙгә эштә, уҡыуҙа, ғаилә эсендә, бизнеста, ялда ни эшләргә кәрәклеген өйрәтә. Күрәһең, гәзит-журналдарҙа эшләгән апай-ағайарҙың күбеһе, халыҡ йондоҙнамәләрҙе уҡый, уларға ышана, тип уйлай. Әммә бының хата уй булыуын социологик тикшеренеүҙәргә нигеҙләнеп тә дәлилләргә була: «Gallup Media» халыҡ фекерен өйрәнеү агентлығы мәғлүмәттәре Рәсәй халҡының ни бары 9 проценты ғына йондоҙнамәләргә ышаныуын, шул уҡ мәлдә 70-кә яҡын проценты Аллаһҡа ышаныуын күрһәтә. Былар барыһы ла, астрологтарҙы судҡа бирер кәрәк, тигән һүҙ түгел. Әммә шулай ҙа ил, республика кимәлендәге трибунала уларға урын биреү нимәгә, кемгә кәрәк?

Бына, мәҫәлән, ҡыҙыҡ мәғлүмәт: «Астрологтар, ҡағиҙә булараҡ, бөтәһе лә – алдаҡсы, шарлатан. Шуға күрә кемдәр уларға ышана, үҙҙәре үк теләп алданыусыға әйләнә, һәм һуңынан ул тик үҙен генә ғәйепләһен». Бынан 31 йыл элек Ҡушма Штаттарҙың «Гуманист» исемле журналында баҫылған был мөрәжәғәтнамәгә донъяның 186 билдәле ғалимы, шул иҫәптән 18 Нобель премияһы лауреаты, үҙ имзаларын ҡуйған.

Әгәр ҙә донъя кимәлендә билдәле баҫмалар һаналған «Нью-Йорк таймс», «Таймс» кеүек гәзиттәрҙе, бүтән шундай баҫмаларҙы тотоп ҡараған булһағыҙ, уларҙың береһенең дә астрологик фараздар баҫмауын күрер инегеҙ. Ниңә? Күрәһең, улар аҡыллы уҡыусы баҫмаһы булырға, йәғни интеллектуаль матбуғат сығарырға теләй.

Билдәле философ Карл Поппер үҙенең бер интервьюһында телеэкрандарҙы баҫып алған хәшәрәт, үлтереш, катастрофалар, аҙғынлыҡ йәштәрҙең донъяға ҡарашын яңылыш тәрбиәләүе хаҡында үпкәләп әйткәйне. Философ менән әңгәмәләшкән журналист шунда уҡ: «Киң мәғлүмәт саралары ғәйепле түгел. Беҙ ни бары халыҡтың ихтыяждарына яуап бирергә тырышабыҙ», — тип яуапланы. Поппер иһә: «Ләкин һеҙ үҙегеҙҙең килем, отош ихтыяждарығыҙға таянып, был ихтыяждарҙы тыуҙыраһығыҙ түгелме һуң?» — ти.

Ысынлап та, кешене аҫҡа табан тәгәрәтеү, хайуан рәүешендә тәрбиәләү – иң еңел һәм килемле эш. Шул уҡ мәлдә кешегә юғары хистәр, тәрән фекерҙәр кимәленә күтәрелергә ярҙам итеү – ауыр. Ләкин шуны онотмау мөһим: һуңғыһы кеше есеменә нығыраҡ тап килә.

Ялған фән тураһында һүҙ башлағас, бер юлы шуны билдәләп үтеү урынлы булыр. Фәндәге миф-легендаларға ҡаршы көрәшеүҙә иң яҡшы ысулдарҙың береһе – йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу. Нисекме? Тәүҙә совет осорондағы кеүек осһоҙ һәм күп тиражлы фәнни-популяр матбуғатты тергеҙергә мөмкин (мәҫәлән, «Юный техник» йәки «Квант» кеүек журналдарҙы). Шулай уҡ, уларға ҡушып, тәғәйен тематикаға ҡоролған китаптар серияһын булдырыу ҙа яҙыҡ булмаҫ.

Урындарҙа, тәү сиратта ауылдарҙа, бәләкәй фән академиялары булдырыу, түңәрәктәр системаһын тейешле кимәлгә еткереү отошло. Юҡһа музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү, йыр-бейеү, рәссамлыҡ, спорт түңәрәктәренән башҡалары юҡҡа сыҡты түгелме? Мәктәптәрҙә үк тейешле факультатив дәрестәр, түңәрәктәр булмайынса тороп, башҡорттар араһында инженерҙар, техник белгестәр, ғалимдар аҙ тиеү урынлымы? Әйткәндәй, был юҫыҡта башланғыстар ҙа юҡ түгел, бар. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек, Башҡортостан фәндәр академияһының һуңғы президенты Марат Илһамов Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙа балалар өсөн химия буйынса Бәләкәй фәнни академия булдырҙы.

Ислам астрологияны, күрәҙәселекте тулыһынса тыя. Мәҫәлән, Ислам диненең киң билдәле ғалимы Ибн Ғүҫәймин былай тигән: «Астрология – ул сихырсылыҡ менән яҙмышҡа күрәҙәселек итеүҙең бер төрө. Факттарға түгел, ә иллюзияларға ҡоролғанға күрә, ул ҡәтғи рәүештә тыйыла».

Һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ тарафынан ҡалдырылған Сөннәт тә күп төрлө хәҙистәр, аяттар ярҙамында астрологтар фараздарына ышаныуҙы тыя. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән ﷺ ҡалған бер нисә хәҙис:

«Кемдер астрология хаҡында күпмелер ғилем алған икән, тимәк ул сихырсылыҡ өлкәһенән белем алған. Шуға күрә, астрологияны күберәк өйрәнгән һайын, ул кеше шунса сихырсыға әүерелә бара»;

«Мин үлгәндән һуң мосолмандар йәмәғәте менән өс насар нәмә булыуынан ҡурҡам: үҙ етәкселәре уларҙы ыҙалатыуынан, кешеләр астрологияға ышана башлауынан һәм тәҡдиргә инанмауҙарынан»;

«Нимәлер хаҡында һорау ниәте менән күрәҙәселек итеүсегә барыусының доғаһы 40 көн дауамында ҡабул ителмәйәсәк».

Шәфҡәт ИМАНҒОЛОВ

2 комментария (+add yours?)

  1. Раиля
    Апр 09, 2014 @ 22:09:38

    Благодарю, очень нужная страница, буду рекомендовать своим друзьям.

    Ответить

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s