Мин – беренсе мосолман!

(«Ваҡыт!» гәзите, №7, 28.12.2010)

Кешене намаҙ уҡырға саҡыра башлаһаң, йыш ҡына киң билдәле бер үк һылтауҙар ишетергә тура килә: «Ни бит әле ул, ысынында мин шундай насар кеше», йә «Минең йөрөгән ҡыҙым (егетем) бар», йә «Мин әле әҙер түгел кеүек», йә «Иң тәүҙә барлыҡ насар ғәҙәттәремдән ҡотолайым да, шунан намаҙ уҡый башлармын» һәм башҡаһы. Бындай кешегә беҙ ни әйтергә тейеш?

Иң тәүҙә һорарбыҙ: ә иртәгә үлеп китһәң, ни эшләрһең? Бөгөн урамға сығырһың да, тайып йығылып, башыңды төкөрһөң, һәм бөттө – һин инде был донъяла ЮҠ! Ә шунан? Шунан, үлемде күреү менән, кеше бөтә хаҡиҡәттең ниҙә булғанын аңлар (тик һуң инде). «Һеҙ унан ҡасаһығыҙ, әммә үлем һеҙҙе, әлбиттә, барып табыр…» — тигән Аллаһ (Ҡөрьән, «Йыйылыш» сүрәһе, 62:8). Һәм Үлем фәрештәһе һинең йәнеңде тамағың аша тартып алыр, ул саҡта һинең тамағың аша сәнскеле ботаҡ һурып алған саҡлы ауыртыу булыр. Ә шунан? Шунан тәһәрәтләнмәү һәм намаҙ уҡымау арҡаһында бысранған, һаһыған һәм насар еҫтәр аңҡытып торған йәнеңде ике фәрештә беренсе күккә тиклем мендерерҙәр, әммә һине беренсе күк аша ла индермәҫтәр. Шунан һинең йәнеңде кире ергә ташларҙар. Һәм уның алдында ямаҡай йөҙлө кеше пәйҙә булыр, уның йөҙөнә ҡарарлыҡ түгел. Ул кеше – һинең насар эш-ғәмәлдәрең ул!

Һәм ҡәбереңә һорау алыусы ике фәрештә ебәрелер. Беренсе һорауҙары: «Һин кемгә табындың?» Һин нимә тип яуап бирерһең? «Аллаһ» типме? Ә һин был донъяла үҙеңдең тик Аллаһҡа ғына табынғаныңды иҫбат итерлек нимә эшләнең?! Икенсе һорауҙары: «Тотҡан динең нимә булды?» Һин нимә тип яуап бирерһең? «Ислам» типме?! Ислам беҙгә ғибәҙәт ҡылырға ҡуша. Аллаһ та һиңә «Намаҙ уҡы!», «Намаҙ уҡы!» ти. Бер намаҙыңды ла уҡымаған көйө ҡәбергә инеп ятып, нимә тип яуап бирмәксе булаһың?! Өсөнсөһөндә: «Кем һеҙгә Аллаһтан рәсүл булып килде?» — тип һорарҙар. Беләһегеҙме, шәһәҙәттәре камил булмағандар нисек ыҙалаясаҡ был яуап менән?! «М-м-м, м-м-м… Иҫемә төшөрә алмайым исемен…» — тип иларҙар улар. Мөхәммәт! Аллаһ рәсүле һәм һуңғы пәйғәмбәрҙең исеме – Мөхәммәт . Әгәр һин ысынлап та шулай шаһитлыҡ килтерәһең икән, ошо донъяла уҡ быны үҙ эштәрең менән иҫбатла! Бүтән бер кешенең дә һүҙен уның һүҙенән өҫтөн ҡуймағаныңды иҫбат ит, донъялағы бөтә нәмәгә лә ул өйрәткәнсә ҡарауыңды күрһәт. «Юҡ! Раббың менән ант итәмУлар үҙҙәре араһындағы барлыҡ буталсыҡтарҙа һине(Мөхәммәт), хөкөм итеүсе иткәнгә тиклем иманға килә алмаҫтар...» (Ҡөрьән, «Ҡатындар» сүрәһе, 4:65). Һәм был аят барлыҡ эштәргә лә ҡағыла. Нимәлер атҡарып сығырға уйлайһың икән, иң тәүҙә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең  ул турала нимә әйткәненә ҡара. «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһҡа буйһоноғоҙ һәм Уның рәсүленә буйһоноғоҙ, эштәрегеҙҙе юҡҡа сығара күрмәгеҙ!» (Ҡөрьән, «Мөхәммәт» сүрәһе, 47:33).

Бөгөндән үк үҙеңде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә үҙ алдыңа маҡсат ҡуй! «Әйт: «Минең намаҙым һәм минең тәҡүәлегем, минең ғүмерем һәм минең үлемем – ғаләмдәр Раббыһы Аллаһ хаҡына. Уның тиңдәше юҡ! Был миңә әмер ителде, һәм мин – беренсе мосолман!» (Ҡөрьән, «Мал-тыуар» сүрәһе, 6:162-163). Ғаиләңдә әле берәү ҙә намаҙ уҡымаймы? Ә һин БЕРЕНСЕ бул! Ауылыңда берәү ҙә яулыҡ ябынып йөрөмәйме? Ә һин БЕРЕНСЕ бул! Аллаһ ризалығы өсөн! «…һәм мин – беренсе мосолман!» – ниндәй оло һүҙҙәр! Беренсе булып Ҡөрьән уҡый башла, беренсе булып намаҙға баҫ, беренсе булып ураҙа тот! Һәм һин, һис шикһеҙ, уңышҡа өлгәшерһең, һәм һинең артыңдан бүтәндәр эйәрер, ин шә Аллаһ!

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s