«Булды ни ҙә, булманы ни» түгел!

Урал аръяғы башҡорттары үҙҙәренә мәҙрәсә талап итә

(«Ваҡыт!» гәзите, №2, 19.03.2010)

Яңы мәҙрәсә кәрәк

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында социаль өлкәлә үҫеш темптары һиҙелерлек. Юлдар, мәктәптәр, спорт һарайҙары, мәҙәниәт йорттары төҙөлә. Хатта йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә аҡрынлап яйға һалына башланы, шикелле. Аллаға шөкөр, донъя шарттарын уңайлаштырыуға йүнәлтелгән яҡшы эштәр бихисап. Әммә…

Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, бала саҡта уҡыған әкиәттәге кеүек, ҡурайҙың бер осонан бал тамһа, икенсе осонан ҡай саҡ ҡан тама. Башҡортостан матбуғаты күберәк беҙгә тик баллы яҡты күрһәтергә тырыша ла, әммә сирҙе йәшереү менән генә ауырыу һауыҡмай шул. Уны йәшереп тоторға түгел, ә, киреһенсә, асыҡларға, төрлө яҡтан тикшерергә һәм дауаларға кәрәк. Ошондай ауырыуҙарҙың иң ҡурҡынысы, әлбиттә, – бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙәге әхләҡ-тәрбиә мәсьәләһе. Нисек кенә йылдан-йыл тормош шарттары яҡшырмаһын, әммә, танырға кәрәк, йәмғиәттә, дөйөм алғанда, әхләҡ кимәле түбәнгә тәгәрәгәндән-тәгәрәй. Әсәләргә ҡарата мөхәббәт-ихтирам тик радиоҡотлауҙарға ҡалып бара, атай һүҙе һүҙ түгел, туған үҙ туғанының хәлен белмәй, күрше хаҡы онотолдо, юҡ ҡына сәбәптән дә үпкәләп, дошманлашып барабыҙ, ә сабырлыҡ, ихласлыҡ, йомартлыҡ кеүек сифаттар хәҙер бик һирәктәргә генә хастыр ул. Уның ҡарауы, ришүәт биреү, процентҡа аҡса алыу кеүек харам, гонаһлы эштәр ғәҙәти, нормаль күренеш һанала. Ҡыҙ булып кейәүгә сығыусылар юҡ тиерлек, ә туйға тиклем бер нисә аборт эшләтеп өлгөргәндәр һаны иҫ китмәле юғары кимәлдә ҡала килә. Ә үҙ-үҙенә ҡул һалыусы егеттәрҙе, араҡынан ағыуланып үлгән ирҙәрҙе һанай башлаһаң…

Аллаһ Үҙенең Китабында былай тип әйтә: «Эй һеҙ, Аллаһҡа инанған бәндәләр! Әгәр ҙә берәйегеҙ үҙ диненән тайпылһа, уларҙың урынына Аллаһ Үҙе яратҡан, ә улар үҙҙәре Аллаһты яратҡан, динлеләр алдында оялсан, йыуаш, ә динһеҙҙәргә ҡарата уҫал, ҡаты булған, Аллаһ юлында көрәшкән, шелтәләүселәрҙең шелтәһенән ҡурҡмаған кешеләрҙе килтерер» (Ҡөрьән, «Аш табыны» сүрәһе, 5:54).

Башҡорттарҙың кеменән генә һорама, абсолют күпселек үҙен мосолман тип иҫәпләй. Әммә артабанғы: «Кем һуң ул мосолман?» — тигән һорау улар өсөн шаҡтай уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Ә бит бар ғиллә тап шул икенсе һорауҙа. Ошо мәлдә бар бәлә асыҡлана ла инде: күпселек Ислам тураһында бер нимә лә белмәй. Ҡылған ғибәҙәттәренең дә иң яҡшыһы – айына  бер тапҡыр мәсеткә барып, шунда ултырған мулла бабайға аҡса биреүгә ҡайтып ҡалалыр (ришүәт биреүгә шул хәтле күнеккән йәмғиәт, хатта Аллаһтан да шулай ҡотолоп була, тип уйлаймы икән?). «Ниңә улай эшләйһегеҙ?» — тигән һорауға кемеһелер: «Бүтәндәрҙең шулай эшләгәнен күрҙек», — ти, ҡайһы берәү: «Нимә, һин ваһһабитмы әллә?» — тип бәйләнә башлай. «Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ динде шулай тотҡан», — тип әйтеүселәр ҙә юҡ түгел. Мин дә оҙаҡ йылдар динде исем ҡушыу, никах, йыназа һәм сессия алдынан мәсеткә барып, унда елән кейеп ултырғандарға аҡса биреү тип уйлай торғайным. Тик Исламға килгәс кенә бында бөйөк көстөң барлығын аңланым. Динде өйрәнә башлауымдың сәбәптәренең береһе – үҙ милләтебеҙҙән булған белемле йәш кешеләрҙе осратыуым, һәм уларҙың мине борсоған, шикләндергән һорауҙарға тулы яуап бирә алыуҙары булды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кемдең ауылында юҡ шул динле, яҡшы белемле имамдар. Ислам йәмғиәтендә тәрбиәләнгән олатайҙарҙың Ахирәткә китеүҙәре менән ауылдарыбыҙ һәм тотош йәмғиәтебеҙ әхләҡи көрсөккә төштө. Заманында һәр бер ауылда тиерлек мәҙрәсә, Ҡөрьәнде яттан белеүселәр (хафиздар) бихисап булған. Шулар араһында башҡорт ерҙәрендә генә түгел, тотош Рәсәйгә, хатта унан ситтә лә киң билдәле ҙур мәҙрәсәләр булыуы халҡыбыҙҙың рухи тотороҡлоғон тәьмин иткән. Кеше һанын иҫәпләү буйынса, XX быуат башында башҡорттар, бер күрһәткестәр буйынса, 1,7 миллион, ә Зәки Вәлиди яҙып ҡалдырыуынса, хатта 2 миллионға тиклем барып еткән. Тотош XVII-XVIII быуаттар буйына барған дин, ер өсөн көрәш, XIX быуатта булған туҡтауһыҙ һуғыш һәм походтар ҙа халыҡтың артыуын, тимәк, туҡтата алмаған. Һәм диндең беҙҙең халыҡка ниндәй ҙур көс биреп торғаны тураһында тиҫтәләгән миҫалдарҙың береһе генә был…

Халыҡҡа динде нисек ҡайтарырырға? Ауылдарҙағы бөгөн күберәк йола үткәреп кенә ултырған муллалар урынына белемле, көслө имамдар әҙерләр кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Тик, ҡыҙғанысҡа күрә, дингә ҡаршы рәсми эҙәрлекләү туҡтатылыуға 20 йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда имамдар әҙерләү системаһы әле лә яйға һалынмаған. Ә ситтә уҡып ҡайтҡан ике ҡул бармаҡтары менән һанап сығырлыҡ егеттәребеҙҙе, төрлө сәбәптәр арҡаһында, бөтә Рәсәй буйлап таратып бөттөк.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда өс мәҙрәсә иҫәпләнә. Әммә уларҙа, беренсенән, бик аҙ шәкерттәр уҡый. Икенсенән, ул уҡыу йорттарынан күп осраҡта һаман да шул уҡ «обрядовый» имамдар тәрбиәләнеп сыға. Йә иһә, киреһенсә, ауыл халҡы менталитетын белмәгән ҡыҙыу йәштәр, тота килеп бар донъяны үҙгәртеү теләге менән, Пәйғәмбәребеҙҙең  сөннәтенә эйәрер урынға, фетнә тыуҙырыуҙан ары китә алмай.

Әммә боҙ яулап ҡына булһа ла ҡуҙғала, туғандар! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эштәре менән ошо көндәрҙә Әбйәлил районы һәм Сибай ҡалаларында урындағы ҡоролтай йыйылыштарында булырға тура килде. Башҡорт халҡының бөгөнгөһө һәм артабанғы үҫеш юлдары ҡаралды унда, бик күп  проблемалар уртаға сығарылды. Әбйәлил районы ҡоролтайында ла, Сибай ҡалаһы ҡоролтайында ла һәр бер сығыш яһаусы тиерлек халҡыбыҙҙың киләсәге тураһында ныҡ борсолоуын белдерҙе. Һәм мәсеттәрҙең эшен йәнләндереү кәрәклеге башҡорттарҙың ҡәтғи талабы булып яңғыраны был йыйылыштарҙа. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының сығышында мәҙрәсә төҙөү мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелеүе «өҫтә» лә, «аҫта» ла был һорауҙың киҫкенлеген һәм уны хәл итер кәрәклеген аңлау барлығын аныҡ белдерә. Һөйләшеп кәңәшләшкәндән һуң, ике ҡоролтай резолюцияһына ла мәҙрәсә төҙөү мәсьәләһенең индерелеүе – боҙҙоң ҡуҙғалыуына ишара ул.

Яҙғыһын ҡояш бер ыңғай бөтә ерҙә ҡар-боҙҙарҙы иретә. Ошо бәләкәй гөрләүектәр бергә ҡушылып, ҙур ташҡынға әүерелә һәм ерҙе бысраҡтан таҙарта. Беҙ ҙә тыуған еребеҙҙе рухи-әхләҡи бысраҡлыҡтан таҙартыр өсөн һәр беребеҙ ултырған урыныбыҙҙа, йәшәгән йортобоҙҙа, урамыбыҙҙа, ауылыбыҙҙа һәм ҡалаларҙа  үҙебеҙҙең булған тиклем көсөбөҙҙө эшкә егергә тейешбеҙ. Бөгөн, ниһайәт, ҡар аҫтынан ҡабат ҡалҡып сыҡҡан йәш үләндәй, тыуған еребеҙ ҙә, кире күренештәрҙән, гонаһ-харамдан таҙарынып, ысын мәғәнәһендә сәскә атыр, тигән ышаныс нығый бара. Тәҙрә артында – яҙ һулышы, күңелдәрҙә лә ниндәйҙер тулҡынландырғыс хистәр. Оҙаҡ итеп йоҡлап, яңы уяна башлаған тәбиғәттәй, халҡыбыҙ ҙа ғәфләт йоҡоһонан аҡрынлап уяна башланы. Үҫемлектәргә нығыныр өсөн һыу һәм йылылыҡ кәрәк булғандай, халыҡтарға ла, нығыныр өсөн, иман кәрәк. Ә иманды таратыр өсөн иһә яҡшы, заман талаптарына яуап биргән дини уҡыу йорттары кәрәк.

Ҡасандыр башҡорттар бергәләшеп үҙҙәре өсөн бөйөк бина – Ҡарауанһарай төҙөгәндәр. Был ул ваҡыттағы заман талабы. Бөгөн дә беҙ бөтә ил менән ошо беренсе үҙебеҙҙең мәҙрәсәбеҙҙе булдырырға тейешбеҙ. Сөнки тиҙ арала ауылдарға дини белем ҡайтарыу – ул бөгөнгө көн талабы. Дини белем менән генә, ин шә Аллаһ, ауылдарҙан ширк, эскелек, суицид, урлашыу һәм башҡа бөтә бәләләрҙе сығарып ташлап буласаҡ. Дини белем менән донъябыҙға бәрәкәт, әсәләргә ысын ихтирам, атай һүҙе, туғандар, күршеләр хаҡы  ҡайтасаҡ, Аллаһтың башҡа беҙ күргән һәм күрмәгән ниғмәттәре ҡайтасаҡ, ин шә Аллаһ! Исламға ҡайтырға ВАҠЫТ!

Фәнзил ӘХМӘТШИН

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s