Йорт хайуандары тураһында

Хайуандарға ҡушамат

ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм! Йорт хайуандарына ҡушаматтар биреү дин күҙлегенән ҡарағанда килешәме ул? Ниндәйҙер сикләүҙәр бармы?

ЯУАП: Үә ғәләйкүм әссәләм! Ислам хайуандар менән яҡшы мөғәмәлә итергә ҡуша һәм уларға ниндәй ҙә булһа ла зыян күрһәтеүҙе тыя. Мөхәммәт пәйғәмбәр  Аллаһы Тәғәләнең был донъя өсөн яралтҡан барлыҡ нәмәләренә ҡарата ла рәхимле, шәфҡәтле булырға өйрәткән.

Ҡушаматтарға килгәндә, Ислам хайуандарға ҡушамат биреүҙе тыймай. Пәйғәмбәр  үҙе лә ғәҙәттә ҡулы аҫтындағы хайуандарға берәй ҡушамат бирер булған. Мәҫәлән, уның ишәгенең исеме Ғүфәйр, дөйәһенең исеме Кисүә булғаны билдәле һәм башҡа.

Шул уҡ ваҡытта диндә изге, ҡәҙерле һаналған исемдәрҙе хайуандарға ҡушырға ашығып бармаҫ кәрәк. Мәҫәлән, Аллаһы Тәғәләнең исемдәрен, пәйғәмбәрҙәр исемдәрен, «Аллаһ» һүҙенән торған исемдәрҙе ҡушыу бөтөнләй тыйыла. Шулай уҡ конкрет берәй кешене үпкәләтеүе мөмкин булған ҡушамат-исемдәрҙән дә йыраҡ булыу зарур. Ҡалған бөтә исем-ҡушаматтар, әгәр улар урындағы йола-ғәҙәттәргә ҡаршы килмәйҙәр икән, рөхсәт ителә. Аллаһу Тәғәлә әғләм.

Белешмә: Дин өлкәһендәге үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы «Ваҡыт!» гәзите редакцияһына wakyt@yandex.ru электрон почта адресы буйынса яҙып ебәрә алаһығыҙ. Шулай уҡ, гәзиттең «Вконтакте» сайтындағы төркөмөндә лә һеҙҙең һорауҙарға һәр саҡ шат булырбыҙ: vk.com/wakyt

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s