Боҙоҡ фильмдар ялған бәхет тәҡдим итә

(«Ваҡыт!» гәзите, №13 (20), 17.08.2011)

Телевизор яуыз

Бөгөн телевизор аша боҙоҡ фильмдарҙы (эротика-порнография булһынмы ул, боевик булһымы һәм башҡаһы) асыҡтан-асыҡ, тотороҡһоҙ күрһәтеүҙәре илебеҙҙең һәм уның хужаларының рухи байлыҡтарының ниндәй дәрәжәлә икәнен белдерә. Ҙур артист, актёр булып йөрөгәндәре лә үҙҙәренең матур, яҡшы ғаилә төҙөп, үрнәкле ата-әсә була алмағандарын ошо эштәренә (әхләҡһеҙ профессияларына) һылтайҙар һәм быны ғәҙәти, ябай күренеш итеп күрһәтәләр. Өҫтәүенә, уларҙы тапшырыу һайын тиерлек телекамера алдарына саҡырып, уларҙан аҡыл-нәсихәт һорайҙар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт  улар тураһында: «Ҡиәмәт көнө яҡынлашып килгән саҡта лайыҡһыҙ кешеләр ғөмүми мәсьәләләр тураһында һөйләрҙәр», — тип аңлатҡан ине. «Нисек итеп лайыҡһыҙ кеше бөтөн халыҡ ҡаршыһына сығып аҡыл өйрәтә алыр икән?» — тип аптырағандар ул заманда. Әммә бөгөн беҙ бының нисек икәнен асыҡ күрәбеҙ. Радио-телевидение, гәзит-журналдар аша киң халыҡ массалары алдына сығып, был йүнһеҙҙәр медицина тураһында ла, психология тураһында ла, тарих тураһында ла, һәм, ғөмүмән, уларҙан нимә һораһалар – шуның тураһында ауыҙ тултырып һөйләйҙәр. Лайыҡлы кешеләр, белгестәр иһә ситтә тора. Халҡыбыҙ ҙа, элек: «Мулла ни һөйләһә лә, уныҡы дөрөҫ», — тигән шикелле, бөгөн: «Әртистәр ни һөйләһә лә, килешә, уларҙыҡы дөрөҫ», — ти. Әммә боҙоҡ фильмдар ололарҙы ғына түгел, ә тамырыбыҙҙы, киләсәгебеҙҙе – сабый балаларҙы ағыулай. Сөнки кинола күрһәтелгәндәр балаларға сихыр кеүек йоғонто яһай.

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: «Кешеләрҙең шундайҙары бар: һис бер белемһеҙ(бүтәндәрҙе) Аллаһ юлынан яҙҙырыу өсөн,күңелле хикәйәләр һатып алалар һәм быны ҡыҙыҡ күрәләр. Уларға хурлыҡлы ғазап әҙерләнгән», — ти («Лоҡман» сүрәһе, 31:6). Кеше, ысынлап та, күпмелер ваҡыт шул фильмдарҙы ҡарап ултырып, иң тәүҙә уларға ваҡытын һата. Икенсенән, ҡайһы саҡта алама киноларҙы туранан-тура, аҡса түләп ҡарағас, беҙ уларға аҡсалата ла ярҙам итәбеҙ, һәм улар тағы ла күберәк аламалыҡ эшләй.

Күптәр, киносериалдар ҡарайбыҙ тип, телевизорҙағы ҡосаҡлашыу, үбешеү сценаларын балалары, ейәндәре менән һеләгәйҙәрен ағыҙып ҡарап ултыралар. Ә намаҙ уҡырға, Аллаһҡа ғибәҙәт итергә саҡырһаң, уларҙың, имеш, ваҡыты юҡ икән. Кемде алдайҙар? Балаларға ниндәй тәрбиә бирәләр? Аллаһы Тәғәлә: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Яғыулығы кешеләр һәм таштар булған Уттан үҙегеҙҙе һәм ғаиләләрегеҙҙе һаҡлағыҙ — тип әйтә (Ҡөрьән, «Харам ҡылыу» сүрәһе, 66:6).

Һуңғы ваҡытта ҡыҙ балаларҙың ғаиләле ир-аттар менән бәйләнешеп китеп, «иләҫ-миләҫ» хистәр ҡорбаны булыуҙарының да төп сәбәбе – ошо боҙоҡ фильмдар. Атай-әсәй өйҙә юҡ саҡта, йәки төндә, атай-әсәй икенсе бүлмәлә йоҡлап ятҡан ваҡытта, бер ниндәй күҙәтеүһеҙ, тамағы туҡ, көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән балаларға был фильмдар ныҡ-ныҡ насар тәьҫир итә. Йәштәрҙе генә түгел, был йүнһеҙ фильмдар өлкән быуынды ла боҙа. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә педофилдарҙың хасил булыуын нисек аңларға? Ысынлап та, бындай күренештәр илебеҙҙең бөгөн рухи яҡтан бик-бик ғәрип икәнен иҫбатлай.

Был йүнһеҙ, боҙоҡ фильм-сериалдар кешенең психикаһын бөтөрөп, ялған бәхет тәҡдим итәләр. Хатта ғаиләле кешеләр ҙә был фильмдарҙан һуң ситтән ниндәйҙер бер сихри енси тормош эҙләй башлай. Үҙҙәренең парҙары менән тәбиғи тормошта йәшәү урынына, ен ҡағылған кеүек, әкиәти фильмдағы алдаҡ тормошҡа ымһыналар. Ә, уйлап ҡарағыҙ, энергиялары ташып торған йәш егет һәм ҡыҙҙарҙа бындай киносеанстарҙан һуң ниндәй реакция булырға тейеш?

Шулай булғас, йәмәғәт, һаҡ булығыҙ: сираттағы фильм артына ултырған саҡта йә сираттағы DVD-диск һатып алған ваҡытта һеҙ бары тик шайтан артынан эйәрәһегеҙ!

Илдар хәҙрәт ХӘЙРУЛЛИН,
Өфө районы, Авдон ҡасабаһы имам-хатибы.

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s