Кем ул Аллаһы Тәғәлә?

Дин дәрестәре: 1-се дәрес.

Аллаһты күҙ алдына килтермә

Иң тәүҙә: нимә ул ислам дине? Ислам дине – ул Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт итеү һәм Уға тиңдәш тотмау. Аллаһы Тәғәләгә тиңдәш тотмау – ул, тимәк, Унан башҡа бер кемгә лә табынмау, тигәнде аңлата. Был донъяла төрлө ялған илаһтарға – идеяларға, кешеләргә, таш-ағастарға, үҙ-үҙенә, аҡсаға, ҡатын-ҡыҙға һәм башҡа нәмәләргә табыныусы кешеләр күп. Ә мосолман кеше тик Аллаһҡа ғына табынырға, йәғни ғибәҙәт ҡылырға тейеш.

Ғибәҙәт ҡылыу – ул Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәрен үтәп, Уның тыйған нәмәләренән тыйылыу һәм Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса йәшәү. Ғибәҙәт – ул Аллаһы Тәғәлә ҡәнәғәт булған бөтә эштәр: намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, саҙаҡа биреү, ата-әсәне хөрмәт итеү, харамдан тыйылыу, араҡы эсмәү һәм башҡаһы. Ҡыҫҡаһы, Аллаһы Тәғәлә нимә ҡушҡан, шуны эшләп, Аллаһы Тәғәлә нимәнән тыйған, шунан тыйылыу. Мәҫәлән, кеше үлтермә, кешенең малына ҡул һуҙма. Шулай уҡ, мәҫәлән, үҙ-үҙеңде әллә кемгә һанама, ваҡыты етһә, һин – солтан булһаң да, олтан булһаң да – ергә күмеләсәкһең. Бер кеше әйтмешләй, кешеләр шахмат фигуралары кеүек, үлгәндән һуң королдәр ҙә, пешкалар ҙа бер ҡумтаға һалына. Шуға күрә, тәкәбберләнеп: «Кем ул Аллаһ? Мин үҙемә үҙем хужа!» — тип йәшәү дөрөҫ түгел.

Беренсе һорауға ҡайтайыҡ: кем ул Аллаһы Тәғәлә? Аллаһы Тәғәлә – бөтөн ғаләмде, хайуандар донъяһын, кешене яратҡан, бар иткән Илаһ. Аллаһы Тәғәләнең исеме – Аллаһ – икенсе бер ғәрәп һүҙенән, «илаһ» тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгән. «Илаһ» һүҙенә «әл» артикле ҡушылғандан һуң, «Әл-Илаһ» һүҙе булған, һәм шул «Әл-Илаһ» тигән һүҙҙе ҡыҫҡартып «Аллаһ» тип әйткәндәр. Рус телендә Аллаһты «Бог» тиҙәр, инглиз, немец телдәрендә – «God», һәм башҡа телдәрҙә лә Аллаһы Тәғәләнең үҙ исеме бар. Шуны аңларға кәрәк, был исемдәр барыһы ла бер үк Аллаһҡа ҡарата әйтелә. Аллаһы Тәғәлә – Ул Бер, бөтә донъя өсөн Ул Берәү, һәм Аллаһы Тәғәләне бөтә халыҡтар ҙа белә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ күп йылдар Аллаһы Тәғәләне инҡар итеп, йәнәһе, беҙ маймылдарҙан барлыҡҡа килгәнбеҙ, тип ышана инек. Был «Дарвин теорияһын» һуңғы йылдарҙа фән үҙе үк кире ҡаҡты. Донъяла әле бер маймыл да кешегә әйләнә алмаған һәм әйләнмәйәсәк тә. Кешене Аллаһы Тәғәлә яратҡан. Һәм Аллаһы Тәғәлә, кешене яратҡас, уны үҙ ихтыярына ҡалдырмаған. Нимә теләйһең – шуны эшләп йәшә, тигән ҡанун юҡ. Аллаһы Тәғәлә кешелек тарихы буйына Изге китаптар ебәреп торған. Ошо китаптарҙа Ул кешегә нисек йәшәргә, ниндәй эштәрҙе эшләргә, ниндәй эштәрҙән тыйылырға аңлатып биргән. Мәҫәлән, Муса пәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) – Тәүрат (Тора), Ғайса пәйғәмбәргә (ғәләйһи-ссәләм) – Инжил (Евангелие), һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәткә  Ул Ҡөрьәнде иңдергән. Шулай итеп, Ҡөрьән – ул бөтә кешелек өсөн һуңғы Китап. Йәғни, ул бары тик ғәрәптәргә, йә төрөктәргә, йә башҡорттарға ғына түгел, ә бөтә Ғаләм өсөн ебәрелгән.

Аллаһы Тәғәләнең сифаттары бар. Мәҫәлән, беҙ ниндәйҙер кеше тураһында белергә теләһәк: «Кем ул? Уның ниндәй үҙенсәлектәре бар? Был кеше нимә эшләй ала? Нимә эшләмәй?» — тип һорайбыҙ. Быны беҙ «сифаттар» тибеҙ. Шуның шикелле, Аллаһы Тәғәләнең дә сифаттары бар. Ошо сифаттарын Аллаһ Үҙе Ҡөрьәндә әйтеп биргән. Мәҫәлән, Аллаһы Тәғәләнең «Ризыҡ биреүсе» – Әр-Раззаҡ, «Ғәфү итеүсе» – Әл-Ғафур, «Сабыр итеүсе» – Әс-Сабур тигән сифаттары бар.

Ризыҡ биреүсе, – тимәк, ошо Ғаләмдә булған бөтә тереклеккә Ул ризыҡ бирә. Хатта сабый ҙа, әсәһенең ҡарынында булған ваҡытта, үҙ ризығын алып ята.

Ғәфү итеүсе, – тимәк, кеше ни тиклем генә гонаһлы булмаһын, әгәр ул тәүбәгә килеп, дөрөҫ итеп, Аллаһ ҡушҡанса йәшәй башлаһа, Аллаһы Тәғәлә уны ғәфү итә. Бер хәҙистә Мөхәммәт пәйғәмбәр : «Ислам ҡабул итеү бынан алдағы бөтә гонаһтарҙы ла юя», — тигән.

Сабырлы, – тимәк, Ул кешеләрҙең ҡылған гонаһтарына сабыр итә. Уйлап ҡарағыҙ, бер көн эсендә генә Ер шарында күпме гонаһ ҡылына, күпме кеше, Аллаһы Тәғәлә юҡ, тип көфөрлөк һөйләй, күпме кеше ғәйепһеҙ үлтерелә – быларҙың барыһына ла Аллаһы Тәғәлә сабыр итә.

Ләкин Уның ғәҙел хөкөмөнән бер кеше лә ҡотолмаясаҡ. Аллаһы Тәғәлә бер көн бөтә кешеләрҙе лә кире тергеҙеп, Мәхшәр (Йыйылыу) майҙанына йыясаҡ. Бына шул көн инде беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәлә алдында яуап тотасаҡбыҙ. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәләнең тағы Мәликү Йәүми-ддин тигән исеме бар, йәғни Ул – Ҡиәмәт көнө хужаһы, кешеләр араһында хаҡ хөкөм сығарыусы.

Аллаһы Тәғәлә, шулай уҡ, Әс-Сәмиғ – «Ишетеүсе». Кемдең нимә тураһында һөйләгәнен, хатта уйлағанын да Аллаһы Тәғәлә белә. Тауышығыҙҙы ни тиклем баҫып йәшерергә теләһәгеҙ ҙә, һеҙҙе һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәлә ишетеп тора. Шуға күрә, кешеләр, Аллаһы Тәғәлә ризаһыҙлығынан үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, көфөр һөйләмәгеҙ, ғәйбәт һатмағыҙ, ирешмәгеҙ, ата-әсәгеҙгә тауыш күтәрмәгеҙ, һеҙҙең бөтә һүҙҙәрегеҙҙе лә Аллаһы Тәғәлә ишетеп тора.

Шулай уҡ, Аллаһы Тәғәләнең Әл-Ғалим – «Белеүсе» тигән сифаты бар. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә белмәгән һис бер нәмә лә юҡ. Был донъяла нимә булғанын, үткәнде лә, хәҙергене лә, киләсәкте лә Аллаһы Тәғәлә белә. Донъяла һәр бер нәмәне Ул күреп һәм белеп тора. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, Уның әмеренән тыш хатта бер япраҡ та өҙөлөп төшмәй. Бер кеше лә Аллаһы Тәғәлә ҡушмайынса үлеп китмәй, һәм, Уның әмере килмәйенсә, бер кеше лә тыумай.

Шулай итеп, Аллаһы Тәғәләнең сифаттары бар. Киләһе дәрестәрҙә атап үткән сифаттарҙан тыш башҡаларын да белерһегеҙ, ин шә Аллаһ. Аллаһы Тәғәләне таныу Уның ошо сифаттарын белеүгә таяна. Йыш ҡына, Уның сифаттарын белмәгәндән, кешеләр Аллаһы Тәғәлә тураһында яңылыш фекер йөрөтәләр. Мәҫәлән, ябай халыҡ араһында «Алла бабай» тигән һүҙ йөрөй (әстәғфируЛлаһ!). Был һүҙҙе бер ҡасан да әйтмәгеҙ! Аллаһы Тәғәлә кеше сүрәтендә түгел. «Алла бабай» тип әйтергә ярамай, ә Аллаһы Тәғәлә тип әйтергә кәрәк. «Алла бабай» түгел, ә Аллаһы Тәғәлә! Кем дә кем Аллаһы Тәғәләне кеше сүрәтендә (йә иһә бүтән сүрәттә) күҙ алдына килтерә икән, ул кеше, тимәк, мосолман түгел. Аллаһы Тәғәләне беҙ бер ҡасан да күҙ алдына килтерә алмаясаҡбыҙ.

Мосолман кеше Үҙ Раббыһы – Аллаһы Тәғәлә тураһында дөрөҫ белем алырға тейеш. «Аллаһы Тәғәлә, минең уйымса, шундайҙыр ул», — тигән кеүек үҙең уйлап сығарған әкиәттәргә ышанырға ярамай. Һеҙҙән: «Кем ул Аллаһы Тәғәлә, һәм Уның сифаттары ниндәй?» — тип һораһалар, һеҙ иң кәмендә ошо уҡығандарҙы һөйләп бирергә тейешһегеҙ. Һеҙ әле уҡыған был нәмәләр кемдеңдер уйҙырмалары түгел, ә Ҡөрьәндән алынған белемдәр. Аллаһы Тәғәлә тураһында кем иң яҡшыһы белә? Әлбиттә, Ул, Аллаһы Тәғәлә, Үҙе. Пәйғәмбәре Мөхәммәткә  иңдергән Китабында – Ҡөрьәндә – Ул Үҙе тураһында күп нәмәләр һөйләгән. Киләһе дәрестә беҙ Ҡөрьәндән Аллаһы Тәғәлә тураһында һөйләгән ҡайһы бер аяттарҙы уҡып, өйрәнеп китербеҙ, ин шә Аллаһ (йәғни Аллаһ теләһә, Аллаһ бирһә). Беренсе дәрес тамам.

Ишморат хәҙрәт ХӘЙБУЛЛИН,
«Дин дәрестәре» китабынан.

2 комментария (+add yours?)

  1. wakyt
    Апр 29, 2014 @ 10:37:35

    «Дин дәрестәре» тигән был китап 2011 йыл дауамында «Ваҡыт!» гәзитендә өлөшләп баҫылып килеп, 2012 йылда шул уҡ гәзиттә бер һанда тулы йыйынтыҡ булып сыҡты. Был хеҙмәт мәсет-мәҙрәсәләрҙә башҡорт һәм татар телендә дәрес биреүсе хәҙрәттәргә лә, мәктәптәрҙә дин сәғәттәре алып барған уҡытыусыларға ла һәм, ғөмүмән, Ислам тураһында ниндәйҙер булһа ла нигеҙле мәғлүмәт алырға теләүсе һәр кемгә лә бик файҙалы булыр, тип ышанабыҙ. Юҡһа күпселегебеҙ бит, үҙебеҙҙе мосолман тип йөрөтһәк тә, «кем ул мосолман», «нимә ул ислам дине», «динебеҙ беҙҙе нимәгә саҡыра», «кеше был донъяла ни өсөн йәшәй» кеүек ябай ғына һорауҙарға ла яуап белмәйбеҙ. Ошо рухи фәҡирлегебеҙ сәбәпле тормошобоҙ ҙа ваҡсыллыҡ менән тулы, бәрәкәтһеҙ, маҡсаттарыбыҙ ҙа һай, аңлайышһыҙ, үҫеп килгән йәш быуынға ла бер ниндәй ҙә йүнле тәрбиә бирә алмайбыҙ.

    Әммә был донъяла һәр нәмәнең аҙағы була, ҡараңғы төндән һуң да таң ата, болоттар ҙа ҡасан да булһа тарала һәм ҡояш сыға. Һәм бөгөн шулай үҙ телебеҙҙә дини гәзиттәр, дини китаптар нәшер ителә башлауы, дини дәрестәр баҫылыуы ла шул таң атыуы, ҡояш сығыуы түгелме ни? Тик беҙ үҙебеҙ ҡараңғынан яҡтыға сығырға теләрбеҙме?..

    Ысынлап, уянырға, аңға килергә ВАҠЫТ!

    Ответить

  2. Trackback: Аллаһ тураһында Ҡөрьән аяттары | "Ваҡыт!"

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s