Аллаһ тураһында Ҡөрьән аяттары

Дин дәрестәре: 2-се дәрес.

Аллаһ тураһында Ҡөрьән (Коран) аяттары

Беренсе дәрестә әйткәнсә, Аллаһы Тәғәлә тураһында иң яҡшыһы Ул Үҙе белә. Һәм Ул Үҙе тураһында Ҡөрьәндә күп нәмәләр әйткән. Беҙ был аяттарҙың бөтәһен дә, әлбиттә, яҙып сыға алмайбыҙ. Ләкин ҡайһы берәүҙәре менән танышып китәйек. Шулай итеп Ҡөрьән аша беҙ Аллаһы Тәғәлә тураһында күберәк белем алырбыҙ, ин шә Аллаһ.

Мәҫәлән, Аллаһы Тәғәлә «Һыйыр» сүрәһендә Үҙе тураһында былай тигән: «Аллаһ – Унан башҡа илаһ юҡ, Ул – Тере, Мәңге! Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай. Күктәрҙә һәм ерҙә булған бар нәмәләр – Уныҡы. Уның рөхсәте булмаһа, кем Уның алдында берәйһен яҡлаша алһын? Ул уларға тиклем ни булғанын да, уларҙан һуң ни буласағын да белә. Ә кешеләр Уның белеменән тик Ул рөхсәт иткәнде генә аңлай алыр. Уның Күрсие күктәрҙе һәм ерҙе биләй. Бөтә был нәмәне һаҡлау Уға ауыр түгел. Ул – Бейек, Олуғ!» (Ҡөрьән, «Һыйыр» сүрәһе, 2:255).

Был аят – бик мәшһүр аяттарҙың береһе. Уны «Аятүл-Күрси» тиҙәр, йәғни «Күрси аяты». Был аят Ҡөрьәндең иң бөйөк аяты булып һанала. Ни өсөн? Сөнки ул Аллаһы Тәғәлә тураһында һөйләй. Шулай итеп, Аллаһ – Әл-Хәйй (Тере), Әл-Ҡәййүм (Мәңге; йәки икенсе төрлө тәржемәһе: Бөтөн тереклектең эштәрен Үҙ ҡулында тотоп тороусы).

«Унан башҡа илаһ юҡ», – йәғни, Аллаһы Тәғәләнән башҡа ғибәҙәткә лайыҡ булған илаһ юҡ. Беҙ тик Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт итергә тейешбеҙ. Унан һорарға, Уға өмөт итергә, Унан ярҙам көтөргә, Уның ризалығы өсөн эштәр эшләргә.

«Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай», – йәғни, Аллаһы Тәғәлә башҡа тере йәндәр кеүек йоҡламай, сөнки йоҡо – ул Аллаһы Тәғәлә бар иткән ҡайһы бер мәхлүктәрҙең генә сифаты. Ә Аллаһ Үҙе бар иткән нәмәләренә (йәғни мәхлүктәргә) оҡшамаған, һәм Уны беҙ күҙ алдыбыҙға килтерә алмайбыҙ.

«Уның рөхсәте булмаһа, кем Уның алдында берәйһен яҡлаша алһын?» Әгәр Аллаһы Тәғәлә беҙҙе Ҡиәмәт көнөндә йыйып, беҙҙән хисап ала башлаһа, бер кеше лә икенсе кешене яҡлаша алмаясаҡ, һәр кеше үҙенең гонаһтары тураһында ғына уйлар һәм үҙ ҡотолоуын ғына ҡайғыртыр.

«Ул уларға тиклем ни булғанын да, уларҙан һуң ни буласағын да белә. Ә кешеләр Уның белеменән тик Ул рөхсәт иткәнде генә аңлай алыр». Аллаһы Тәғәлә үткәнде лә, хәҙергене лә һәм киләсәкте лә белә, ә беҙ, кешеләр, Уның белеменән тик Ул теләгән ҡәҙәр генә белә алабыҙ. Беҙҙең белемебеҙ сикле.

«Уның Күрсийе күктәрҙе һәм ерҙе биләй. Бөтә был нәмәне һаҡлау Уға ауыр түгел. Ул – Бейек, Олуғ!» Күрсий – ул Аллаһы Тәғәләнең Тәхете алдында була торған нәмә (русса – Подножие Трона). Тимәк, Аллаһы Тәғәләнең Тәхете бар. Һәм Аллаһы Тәғәлә ошо ер һәм бөтөн күктәрҙән өҫтөн. Ләкин, аңлатып китәйек, Аллаһы Тәғәләнең Тәхетен беҙ күҙ алдыбыҙға килтерә алмайбыҙ. Нисек Аллаһы Тәғәләнең Үҙен күҙ алдына килтерә алмаһаҡ, шулай уҡ – Уның Тәхетен дә. Ул Тәхет – Аллаһы Тәғәлә бар иткән нәмәләрҙең береһе (йәғни мәхлүк).

Икенсе бер сүрәлә Аллаһы Тәғәлә шулай ти: «Әйт: «Аллаһ – Берәү, Аллаһ – Мәңге, Ул бер кемде лә тыуҙырмаған һәм Үҙе лә тыуҙырылмаған, һәм бер кем дә Уға тиңдәш түгел!» (Ҡөрьән, «Ихлас» сүрәһе, 112:1-4). Был – «Ихлас» сүрәһе, күп кешеләр уны яттан белә. Ошо сүрәлә Аллаһы Тәғәлә Үҙе менән таныштырып китә. Бер көн Мөхәммәт пәйғәмбәргә  Ҡөрәйеш ҡәбиләһенең мөшриктәре килеп, уға: «Әй Мөхәммәт, һин беҙгә үҙеңдең илаһың тураһында һөйләп бир – ул алтынданмы әллә көмөштәнме, һәм уның нәҫеле ниндәй?» — тиҙәр. Йәғни, улар шулай Пәйғәмбәрҙән ﷺ үҙҙәренсә көлгән булалар. Әйткәндәй, ул Мәккә мөшриктәре үҙҙәре төрлө таштан, ағастан һәм башҡа нәмәләрҙән эшләнгән боттарға (русса – идолдарға) табынғандар һәм уларҙы Аллаһы Тәғәләгә тиңдәш тотҡан булғандар. Ә Аллаһы Тәғәләгә тиңдәш тотоу, йәғни, ғәрәпсә әйткәндә, ширк, – ул Исламда иң ҙур гонаһ. Әгәр кеше Аллаһы Тәғәләнән тыш кемгәлер ғибәҙәт ҡыла икән, тимәк, ул ширк ҡыла. Һәм баяғы Мәккә мөшриктәренә яуап итеп, Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәргә  ошо «Ихлас» сүрәһен иңдерә.

Был сүрәлә Ул Үҙе тураһында: «Аллаһ – Берәү», — ти. Беҙ алда әйткәнсә, ошо донъяның бер генә Илаһы бар: иң бөйөк Илаһ, тирә-яҡты яратҡан, күктәрҙе, йондоҙҙарҙы, кешеләрҙе, бөтә тереклекте бар иткән Илаһ – Аллаһ. «Аллаһ – Мәңге». Йәғни, Аллаһы Тәғәлә һәр ваҡыт булған, бар һәм буласаҡ. «Ул бер кемде лә тыуҙырмаған һәм Үҙе лә тыуҙырылмаған». Йәғни, Аллаһы Тәғәләнең балалары юҡ. Атай йә әсәй булыу – ул кешеләргә һәм хайуандарға хас нәмә, ә Аллаһы Тәғәлә Үҙенең бар иткән нәмәләренә оҡшамаған. Шуға күрә, Аллаһтың улы йә әсәһе бар, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Аллаһы Тәғәләнең ҡатыны ла юҡ, балалары ла. Аллаһы Тәғәлә – Бер. Мәҫәлән, христиандар: «Атай, Ул һәм Изге рух», — тиҙәр, был – оло аҙашыу. «Бер кем дә Уға тиңдәш түгел». Аллаһы Тәғәлә – иң бөйөк Илаһ, башҡа илаһтар – ялған илаһтар. Шуға күрә мосолмандар: «Лә иләһә иллә-Ллаһ», — тиҙәр, йәғни «Аллаһы Тәғәләнән башҡа табыныуға лайыҡлы илаһ юҡ».

Шулай уҡ, Аллаһы Тәғәлә «Ҡыуып сығарыу» сүрәһендә былай ти: «Ул – Аллаһ, Унан башҡа илаһ юҡ. Ғәйеп нәмәне лә, асыҡты ла Ул белә, Ул – Рәхмәтле, Рәхимле!» (Ҡөрьән, «Ҡыуып сығарыу» сүрәһе, 59:22). «Ғәйеп нәмәне», тимәк, беҙ күрмәгән хәлдәрҙе, йәки киләсәкте, үткәнде, ғәйеп хәбәрҙәрҙе, бер кешенең дә ул турала мәғлүмәте булмаған нәмәләрҙе лә Ул белә. Үткән ваҡиғаларҙың ҡайһыһындыр кешеләр белә ала, ҡайһыларын белмәй, Аллаһ иһә кешеләрҙең белгәндәрен дә, белмәгәндәрен дә белә.

Артабан Аллаһы Тәғәлә ошо сүрәлә дауам итә: «Ул – Аллаһ, Унан башҡа илаһ юҡ, Ул – Батша, Изге, Тыныс, Тоғро, Һаҡлаусы, Бөйөк, Ҡөҙрәтле, Юғары күтәрелгән. Аллаһҡа дан, Уға ҡушып һөйләгәндәрҙән өҫтөн Ул!» (Ҡөрьән, «Ҡыуып сығарыу» сүрәһе, 59:23). «Батша», тимәк, Аллаһы Тәғәлә бөтөн донъяның хужаһы. «Изге», тимәк, Ул пак. Аллаһы Тәғәлә бөтөн етешһеҙлектәрҙән пак. Алда әйткәнсә, Аллаһы Тәғәләне йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа, ауырыу ҙа, сир ҙә алмай. Былар барыһы ла кешеләрҙең һәм хайуандарҙың сифаттары. «Тыныс», йәғни кеше Аллаһы Тәғәлә менән генә тыныслыҡ таба ала. «Тоғро» – Аллаһы Тәғәлә Үҙе биргән һүҙҙәргә тоғро. «Һаҡлаусы» – бөтөн донъяны Ул һаҡлап тора. «Уға ҡушып һөйләгәндәрҙән өҫтөн Ул», тимәк, Аллаһы Тәғәлә тураһында ниндәй генә яңылыш һүҙҙәр һөйләмәһендәр, Аллаһы Тәғәлә ул яңылышлыҡтарҙан өҫтөн тора. Кемдер, мәҫәлән, «Аллаһы Тәғәләнең улы бар», йәки «Уның ҡатыны бар», йәки «Аллаһы Тәғәлә фәлән-фәлән нәмәне эшләй алмай», ти икән, былар барыһы ла дөрөҫ түгел, һәм Аллаһы Тәғәлә был уйҙырмаларҙан өҫтөн.

Ошо уҡ сүрәнән киләһе аят: «Ул – Аллаһ, Барлыҡҡа килтереүсе, Төҙөүсе, Һүрәткә индереүсе. Иң гүзәл исемдәр – Уныҡы. Күктәрҙә һәм ерҙә булған нәмәләр Уға тәсбих әйтәләр. Ул – Бөйөк, Хикмәтле!» (Ҡөрьән, «Ҡыуып сығарыу» сүрәһе, 59:24). Аллаһы Тәғәләнең «Барлыҡҡа килтереүсе» (Әл-Халиҡ) тигән исеме бар. Шулай уҡ Ул – «Төҙөүсе» (Әл-Бәрий), тимәк, Аллаһы Тәғәлә кеше төҙөй алмаған нәмәләрҙе төҙөй. «Һүрәткә индереүсе», тимәк, Аллаһы Тәғәлә беҙҙең йөҙөбөҙгә, тәнебеҙгә ниндәйҙер һүрәт, форма бирә. Донъяла күпме кеше бар, улар барыһы ла бер-береһенән айырыла. Кемдер оҙон булып яратылған, кемдер – ҡыҫка, кемдер – көслө, кемдер – көсһөҙ, һәм былар барыһы ла Аллаһы Тәғәләнең хикмәте менән. «Иң гүзәл исемдәр – Уныҡы», тимәк, Аллаһы Тәғәләнең бер етешһеҙлеге лә юҡ.

Шулай уҡ «Барлыҡҡа килтереүсе» сүрәһендә Аллаһы Тәғәлә Үҙе тураһында шулай ти: «Аллаһ һеҙҙе тупраҡтан яралтты, унан һуң – тамсынан, унан һуң һеҙҙе ишле (ир һәм ҡатын) итте. Һәм әсәнең ауырға ҡалыуы һәм бала тыуҙырыуы – фәҡәт Уның белеме менән генә. Китапта яҙылған буйынса ғына оҙон ғүмерле кешегә ғүмер өҫтәлер йә иһә ғүмере ҡыҫҡартылыр. Ысынлап, Аллаһҡа был еңел!» (Ҡөрьән, «Барлыҡҡа килтереүсе» сүрәһе, 35:11).

Ошо уҡ сүрәнән тағы бер аят: «Ул төндө көнгә, ә көндө төнгә индерә (йәғни төндө көн иҫәбенә оҙонайта һәм көндө төн иҫәбенә оҙонайта), һәм Ул ҡояшты һәм айҙы буйһондорҙо: барыһы ла билдәле бер ваҡытҡа тиклем хәрәкәт итә. Ошо Аллаһ – һеҙҙең Раббығыҙ. Батшалыҡ Уныҡы, ә һеҙ Аллаһтан башҡа табынған илаһтар хатта хөрмә ҡабығы тиклем нәмәгә лә эйә түгел» (Ҡөрьән, «Барлыҡҡа килтереүсе» сүрәһе, 35:13). Йәғни, кеше икенсе бер нәмәне үҙенә илаһ итеп алған икән, уның ошо илаһының һис бер ҡиммәте лә юҡ.

Артабан: «Әгәр уларға (ялған илаһтарға) ялбарһағыҙ, улар һеҙҙең доғағыҙҙы ишетмәй. Ишетһәләр ҙә, яуап ҡайтармаҫтар ине. Һәм Ҡиәмәт көнөндә һеҙҙең уларға ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы улар танымаҫ» (Ҡөрьән, «Барлыҡҡа килтереүсе» сүрәһе, 35:14).

«Эй һеҙ, кешеләр! Һеҙ Аллаһҡа мохтаж, ә Аллаһ – Бай, Данлыҡлы!» (Ҡөрьән, «Барлыҡҡа килтереүсе» сүрәһе, 35:15).

«Үҙ-ара алдашыу» сүрәһендә Аллаһы Тәғәлә шулай ти: «Кафырҙар, беҙ бер ҡасан да яңынан терелтелеп, ҡәберҙәрҙән сығарылмаясаҡбыҙ, тип уйлай. Уларға әйт: «Киреһенсә! Раббым менән ант итәм, һеҙ мотлаҡ терелтелеп, ҡәберҙәрҙән сығарыласаҡһығыҙ, шунан һеҙгә эшләгән эштәрегеҙ тураһында хәбәр ителәсәк, был Аллаһ өсөн еңел» (Ҡөрьән, «Үҙ-ара алдашыу» сүрәһе, 64:7). Тимәк, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе Ҡиәмәт көнөндә эшләгән эштәр тураһында яуап тоттороу өсөн йыясаҡ.

Артабан ошо уҡ сүрәлә: «Аллаһҡа, Уның рәсүленә һәм Беҙ иңдергән нурға (Ҡөрьәнгә) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең эштәрегеҙ тураһында хәбәрҙар. Ул көндө Аллаһ һеҙҙе йыйылыш өсөн йыйыр. Был көн – үҙ-ара алдашыу көнө. Берәү Аллаһҡа иман килтереп, яҡшы эштәр эшләгән булһа, Аллаһ уның насар эштәрен ғәфү итер һәм аҫтында йылғалар ағып торған баҡсаға мәңге унда йәшәү өсөн индерер. Был – бөйөк уңыш! Ә кафырҙар, Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаусылар, – ут әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр. Насар был яҙмыш! Ниндәй генә бәлә-ҡаза килһә лә, ул тик Аллаһтың рөхсәте менән килә. Аллаһҡа иман килтергән кешенең күңелен Аллаһ тура юлға ебәрер. Аллаһ – Бар нәмәне лә белеүсе!» (Ҡөрьән, «Үҙ-ара алдашыу» сүрәһе, 64:8-11).

Шулай уҡ «Кәңәш» сүрәһендә Аллаһы Тәғәлә шулай ти: «Күктәрҙәге һәм ерҙәге батшалыҡ – Аллаһтыҡы. Ул нимә теләһә, шуны барлыҡҡа килтерә, теләгән кешегә – ҡыҙ балалар, теләгән кешегә ир балалар бирә. Йә иһә уларға ир бала ла, ҡыҙ бала ла бирә, һәм теләгән кешене нәҫелһеҙ яһай. Ысынлап та, Ул – Белеүсе, Ҡөҙрәтле!» (Ҡөрьән, «Кәңәш» сүрәһе, 42:49-50).

«Ярлыҡаусы» сүрәһендә Аллаһы Тәғәлә Үҙе тураһында шулай ти: «Раббығыҙ: «Миңә доға ҡылығыҙ, Мин һеҙгә яуап бирермен. Тәкәбберләнеп, Миңә ҡоллоҡ ҡылыуҙан баш тартҡан кешеләр – улар мәңге тороу өсөн Тамуҡҡа инер!» — ти. Аллаһ һеҙгә ял итеү өсөн төндө һәм күреү өсөн көндө яһаны. Ысынлап та, Аллаһ – кешеләргә йомартлыҡ эйәһе, әммә кешеләрҙең күбеһе быға шөкөр итмәй! Был – һеҙҙең Раббығыҙ, Аллаһ, бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе. Унан башҡа илаһ юҡ! Ни тиклем алданаһығыҙ һеҙ, эй, кешеләр!» (Ҡөрьән, «Ярлыҡаусы» сүрәһе, 40:60-62).

Артабан ошо уҡ сүрәлә: «Ерҙе һеҙгә тора торған урын итеүсе һәм Күкте һеҙгә түбә итеүсе – Аллаһ. Ул һеҙгә билдәле бер ҡиәфәт бирҙе, һәм ҡиәфәтегеҙҙе гүзәлләштерҙе, һәм һеҙҙе яҡшы (хәләл) нәмәләр менән ризыҡландырҙы. Был – һеҙҙең Раббығыҙ, Аллаһ. Мөбәрәк булһын ғаләмдәр Раббыһы Аллаһ! Ул – Тере, Унан башҡа илаһ юҡ. Уның алдында динегеҙҙе ихласлап (таҙартып), Уға доға ҡылығыҙ. Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа дан!» (Ҡөрьән, «Ярлыҡаусы» сүрәһе, 40:64-65).

Артабан ошо уҡ сүрәлә: «Ул һеҙҙе тупраҡтан барлыҡҡа килтерҙе, шунан – тамсынан, шунан – уҡмашҡан ҡандан. Шунан Ул һеҙҙе бәпәй итеп сығарҙы, һеҙ үҫеп нығынһын өсөн, һәм аҙаҡ ҡартайһын өсөн, әммә арағыҙҙа алдараҡ үлеүселәр ҙә бар, һәм һеҙ билдәләнгән әжәл ваҡытына ҡәҙәр етһен өсөн. Бәлки, һеҙ аҡылға килерһегеҙ! Ул терелтә һәм үлтерә. Берәй эште ҡарар итһә, Ул: «Бул!» — тип кенә әйтә, һәм ул эш була» (Ҡөрьән, «Ярлыҡаусы» сүрәһе, 40:67-68). Йәғни беҙҙең атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләм тупраҡтан яратылған ине, шунан әсәбеҙҙең ҡарынында беҙ бер бәләкәй генә тамсынан барлыҡҡа килдек.

Ошо беҙ уҡып киткән аяттарҙа Аллаһы Тәғәлә Үҙе тураһында һөйләй. Киләһе дәрестәрҙә беҙ, ин шә Аллаһ, башҡа аяттар менән дә танышырбыҙ. Икенсе дәрес тамам.

Ишморат хәҙрәт ХӘЙБУЛЛИН,
«Дин дәрестәре» китабынан.

Бынан алдағы дәрестәр:
1-се дәрес: Кем ул Аллаһы Тәғәлә?

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s