Һаҡ булығыҙ: «батасылар» сектаһы!

Һаҡ булығыҙ: батасылар сектаһы

Бисми-Лләһи-ррахмәни-ррахим! Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле, Рәхимле һәм Мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән башлайбыҙ. Ул – ысын күңелдән хаҡиҡәт эҙләгәндәрҙе тура юлға күндереүсе, һәм Ул – үҙ нәфселәрен юғары ҡуйғандарҙы яҙыҡ юлда ҡалдырыусы.

Һуңғы тиҫтә йыл Башҡортостанда, бигерәк тә Урал аръяғы райондарында, киң таралыу алған «батасылар» сектаһы тураһында һәр кем инде ниндәйҙер кимәлдә хәбәрҙарҙыр. Улар дин исеме менән ҡапланып, халыҡ араһында күрәҙәлек, сихыр, ендәр менән аралашыу, ҡәберҙәргә табыныу кеүек көфөрлөк ғәләмәттәрен тараталар. Кешеләрҙең дини яҡтан ғилемһеҙ һәм шул сәбәпле төрлө «мөғжизә» күрһәтеүселәргә тиҙ ышанып барыусанлығы менән файҙаланып, үҙҙәренең сафтарын арттыралар, ә был хәрәкәтте ойоштороусылар иһә кеҫәләрен ҡалынайта. «Иман юлына баҫтым», — тип алданған кеше, эйе, бәлки, эсеүен дә ташлайҙыр, намаҙын да уҡый башлайҙыр, әммә белегеҙ: был «батасылар» саҡырған дин Ислам түгел, ә мәжүсилек, улар менән аралашыусы сихри көстәр иһә әүлиәләр түгел, ә кафыр ендәр.

Дини гәзит булараҡ, был тема буйынса беҙгә, «Ваҡыт!» редакцияһына, күп шылтыратҡандары бар. Кешеләр борсола, аптырана, икеләнә, ҡайғыра – һәр кем дөрөҫлөктөң ҡайҙа икәнен белергә теләй, әммә эргәләрендә Ҡөрьән менән хәҙистәргә таянып аңлатыусылар ғына юҡ. Һөҙөмтәлә, был афәт йылдан-йыл ҙурыраҡ масштаб ала бара. Мәҫәлән, яңыраҡ район гәзиттәренең береһендә ошо секта тураһында баҫылып сыҡҡан мәҡәләнең бер өҙөгөнә генә күҙ һалайыҡ: «…Кешеләрҙең заманында изге булып һаналған шәхестәрҙең зыяратын борсоуы ла хафаға һала. Данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең (йәне Йәннәттә булһын) исеме менән нисек кенә аҡса эшләмәйҙәр хәҙер! Ниндәйҙер уйҙырмалар яҙыла, артабан уларҙың дауалау көсө тураһында хәбәр тараталар. Беҙҙең тиҙ ышаныусан халыҡ сираттағы алдаҡҡа ышанып, был китаптарҙы һатып алып, кемеһе башы аҫтына, бәғзеләре ауыртҡан еренә ҡуйып «дауалана». Һуңғы ваҡыт, Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберен ҡотҡарыу акцияһын үткәрергә кәрәк, тип уйлай башланым. Һеҙ унда йыйылған халыҡты күргәнегеҙ бармы? Ҡәбер өҫтөнә аш-һыу ҡуйыла, ем һибелә, хатта кейем-һалым ҡалдырыла! Мәрхүм кешенең ҡәберҙән сығып, кейенеп, ашап ултырасағына ышаныумы был? Шул уҡ Төркөстан-Ҡаҙағстанға барып «хаж» ҡылып йөрөүселәр Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә… төнөн йыйыла. Хаҡ мосолмандың ҡараңғыла зыяратта йөрөүен күҙ алдына килтереп буламы? Юҡ бит. Уларҙың хәҙрәттең ҡәбере өҫтөнә аҡ япмалар ябып, уны ҡырҡҡыслап, һәр береһен айырым хаҡ менән һатыуҙарын нисек аңларға?» — тип аптырана автор. Аллаһ һаҡлаһын! Бындай күренештәрҙән бала кешенең генә түгел, өлкән кешеләрҙең дә психикаһына зыян килеүе бик мөмкин…

Ҡыҫҡаһы, был «батасылар» күп кенә ябай халыҡтың тамам башын бутанылар. Аллаһтан ҡурҡыу ҙа юҡ, оялыу ҙа юҡ, тигән шикелле. Шуға ла был сектаны фаш итеү эшендә беҙгә, мосолмандарға, ҙур әүҙемлек күрһәтер кәрәк. Аллаһы Тәғәлә Үҙе ярҙам бирһен инде! Был блогтың «Секталар» тигән рубрикаһының «Батасылар» («Аҡ юл») тигән бүлегендә һеҙҙең иғтибарға «Ваҡыт!» гәзитендә төрлө йылдарҙа донъя күргән, әммә бөгөн дә актуаллеге һис юғалмаған, ә хатта, киреһенсә, арта төшкән бик яҡшы мәҡәләләр тәҡдим итмәксебеҙ. Уҡығыҙ, күсермәләр эшләп булһа ла таратығыҙ, кешеләрҙең күҙҙәре асылһын, аңдары уянһын ине.

Эйе, әлбиттә, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ араһында ла ошо «батасылар» менән ҡатышып йөрөгәндәр барҙыр. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла хаҡиҡәткә ихлас ынтылыусы йөрәктәр насип итһен ине. Әгәр кем дә кем беҙҙең яҙғандар менән риза түгел, үҙ фекерен аяттар һәм сәхих хәҙистәр менән дәлилләп хат яҙып ебәрә ала, баҫтырырбыҙ, ин шә Аллаһ.

Тура юл бер генә, аҙашыу юлдары иһә күп, шайтанға алданмағыҙ!

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s