«Ваҡыт!» гәзите тураһында

(«Ваҡыт!» гәзите, №5 (84), 24.03.2014)

«Ваҡыт!» иғлан афишаға

Был битте ауыл һәм ҡалаларҙағы иғлан таҡталарына йәбештереп сығырға мөмкин

Әссәләмү ғәләйкүм, дин ҡәрҙәштәрем! Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән беҙ эшебеҙҙе дауам итеп торабыҙ – «Ваҡыт!» гәзите, беҙҙе ҡыуандырып, килә, уны уҡып торған яҡташтарыбыҙҙың дини ғилеме лә арта, тип ышанабыҙ. Ислам диненең үҫеше ҡыйынлыҡһыҙ булмаһа ла, барыбер ҡыуандыра – күп милләттәштәребеҙ иманға ҡайтып, намаҙға баҫа. Пәйғәмбәрҙәрҙең эштәрен дауам итеп, кешеләргә дини белем еткереүсе, Ҡөрьән хеҙмәтен башҡарыусы ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ, уларҙың үҙҙәренә һәм ғаиләләренә Аллаһы Тәғәләнең ярҙамын һорайбыҙ. Амин.

Ошо изге эш – туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға һәм яҡташтарыбыҙға Исламды өйрәтеү (дәғүәт ҡылыу) – ул, ысынлап та, иң сауаплы һәм бөйөк эштәрҙең береһе. Был эш бынан алда йәшәп киткән бар пәйғәмбәрҙәргә лә йөкмәтелгән булған. Ә пәйғәмбәрҙәргә ярҙамсы булып динде аңлатҡан кешеләр тураһында ошондай хәҙис бар: «Минән бер генә аят булһа ла еткерегеҙ». Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ғәли ибн Әбү Талибҡа: «Аллаһы Тәғәлә һинең аша бер генә кешене булһа ла тура юлға күндерһә, был һиңә ҡыҙыл дөйәләргә эйә булыуҙан да хәйерлерәк булыр», – тигән. Ошо һәм башҡа хәҙистәрҙе иҫтә тотоп, беҙҙең өҫтөбөҙҙә ятҡан яуаплылыҡты аңлап, матур һүҙҙәр һәм күркәм холҡобоҙ менән кешеләрҙе Аллаһ юлына саҡырайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәрем.

Шул уҡ ваҡытта шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: ислам диненә Аллаһы Тәғәлә үҙе еңеү яҙған, һәм Ҡөрьәндә Раббыбыҙ: «Аллаһтың нурын ауыҙҙары менән һүндерергә теләйҙәр, әммә Аллаһ Үҙ нурын тамам ҡылыр, кафырҙар быны яратмаһалар ҙа», – ти. Шулай булғас, һеҙ йә беҙ тырыштыҡмы, юҡмы, был яҙылған тәҡдиргә тәьҫир итмәҫ. Әгәр беҙ Аллаһы Тәғәләнең Китабына, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Сөннәтенә эйәрмәһәк һәм уларҙы кешеләргә еткермәһәк, беҙ тик үҙебеҙгә генә зыян килтерербеҙ – Раббыбыҙ беҙҙең урынға икенсе халыҡты килтереп, шул халыҡ аша Үҙ динен өҫтөн ҡылыр: «Әгәр теләһә, Ул һеҙҙе юҡ итер һәм яңы халыҡ килтерер», — тиелгән бит Ҡөрьәндә. Шулай уҡ: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр Аллаһҡа ярҙам итһәгеҙ, Ул да һеҙгә ярҙам итер һәм һеҙҙең аяҡтарығыҙҙы нығытыр. Ә иман килтермәгән кешеләргә – һәләкәт, һәм уларҙың эштәрен Ул юҡҡа сығарыр»… Пәйғәмбәребеҙ иһә ﷺ бер һүҙендә: «Аллаһы Тәғәлә ошо Китап (Ҡөрьән) аша ҡайһы бер халыҡтарҙы күтәрһә, ҡайһы берәүҙәрҙе төшөрә», – тине. Ҡыҫҡаһы, ошо донъяла – бәхет, ә теге донъяла Йәннәт теләгән халыҡ Аллаһы Тәғәләнең Китабына ныҡ тотоноп йәшәргә тейеш. Бындай кешеләргә Раббыбыҙ бар ҡыйынлыҡтарҙан да ҡотолорға ярҙам итер: «Аллаһтан ҡурҡҡандарға Ул сығыу урыны яһар һәм уйламаған яҡтан ризыҡландырыр. Кем Аллаһҡа тәүәккәлләй, шуға Ул (Аллаһ) еткән».

Ошоларҙы һәр мосолман, һәр туғаныбыҙ, һәр дуҫыбыҙ һәм яҡташыбыҙ аңлаһын өсөн, беҙ динебеҙ үҫешенә һәм көсәйеүенә иң ҙур әһәмиәт бирергә тейешбеҙ. Әлбиттә, бөгөнгө көндә беҙҙең мөмкинселектәребеҙ сикле, дәғүәт каналдарыбыҙ һанлы ғына, ләкин ошо «Ваҡыт!» гәзите менән генә лә беҙ ҙур уңыштарға ирешеп килдек. (Раббыбыҙға бөтмәҫ-төкәнмәҫ маҡтауҙар, һәм киләсәктә лә шулай булһын, амин). Беҙ эшләргә тырышҡан бәләкәй генә хеҙмәткә аяҡ салыусылар ҙа юҡ түгел, ағай-эне, – ҡайһы ваҡыт белемһеҙ кешеләр «Ваҡыт!»ҡа ниндәйҙер ялалар яғып, кешеләргә уҡытмаҫҡа маташа. Ундай мосолмандарға беҙ юғарыла килтерелгән аяттарға иғтибар итергә кәңәш бирәбеҙ: был динде, беҙ булмаһаҡ, башҡалар килеп күтәрер ине, сөнки Аллаһтың вәғәҙәһе – хаҡ.

Гәзитебеҙҙең «сәйәсәте» – тура һүҙҙән тартынмай, дөрөҫлөктө йәшермәй, мөһим нәмәнән баш тартып, әһәмиәтһеҙ мәсьәләләр менән мауыҡмай, Аллаһы Тәғәләнең Һүҙен түкмәй-сәсмәй ғәзиз халҡыбыҙға еткереү. Кемгәлер был оҡшамауы ла бар, тик беҙҙе был туҡтатырға тейеш түгел. Ә һеҙҙән, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, шуны һорайбыҙ: «Ваҡыт!» тураһында яман һүҙ һөйләүсе кешеләргә иғтибар итмәгеҙ, «гәзиттә булған хаталарҙы редакцияға ебәрегеҙ, егеттәр үҙҙәре һеҙгә аңлатһын», тип кәңәш бирегеҙ ҙә, «Ваҡыт!»ты туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға еткерергә тырышығыҙ.

Ҡайһы ваҡыт уйлап ҡуям: ошо «Ваҡыт!»тың йәшәп килеүе беҙ йөрөгән ерҙәрҙә ҡасандыр түгелгән ҡандарҙың… халҡыбыҙҙың иң аҫыл ирҙәренең «Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар!» тип ыңғырашыуҙарының… Аҡмулланың «Уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тип ыҙалауҙарының… ата-бабаларыбыҙҙың киләсәк быуындарға ҡалдырған васыят һәм аманаттарының… халҡыбыҙҙың күңелендә йәшәгән өмөттәренең буш булмауына матди бер дәлил түгелме икән?..

Ишморат хәҙрәт ХӘЙБУЛЛИН,
«Ваҡыт!» гәзитенең дини мөхәррире.

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s