Мосолман ир-егет алтын йөрөтмәҫ

Алтын ир-егеткә харам

ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм! «Мосолман ир-аттарға алтын балдаҡ кейергә ярамай», — тип ишеткәнем бар. Дүрт йәшлек малайыма өшкөртөлгән алтын беләҙек кейҙерәйем тигән инем, ул да ярамай килеп сығамы? Рәхмәт.

ЯУАП: Үә ғәләйкүм әссәләм! Мосолман ата-әсә үҙ балаларын бәләкәй сағынан ислам дине нигеҙҙәрендә тәрбиәләп үҫтерергә тейеш. Һәм быны, әлбиттә, баланы һәр ваҡыт тыйып, сикләп йөрөтөп түгел, ә тейешле әҙәп, мөхәббәт, наҙ, ҙур иғтибар күрһәтеп эшләргә кәрәк.

Һеҙҙең һорауға килгәндә, ата-әсәгә үҙ улдарына алтындан эшләнгән биҙәүестәр һәм, шулай уҡ, ебәктән (русса – шёлк) кейем кейҙерергә тейеш түгел. Был ҡанун түбәндәге билдәле хәҙистән килә: пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт  уң ҡулына – ебәк, ә һул ҡулына алтын алған да: «Был ике нәмә – минең өммәтем ир-аттары өсөн харам», — тигән (Әхмәд, Әбү Дауыт, Ән-Нәсәи, Ибн Мәджәһ хәҙис йыйынтыҡтарынан, яҡшы хәҙис). Йәғни, ир балаларын алтындан-ебәктән кейендереп, ата-әсә, һөҙөмтәлә, үҙ өҫтөнә гонаһ ала, тип һығымта яһарға ҡала. Ә егет кеше үҙе бик тә бик теләй икән, көмөштән, еҙҙән дә бына тигән биҙәүестәр тағып йөрөргә мөмкин.

Иғтибар: бөтә был тыйыуҙар һәм сикләүҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ҡыҙ балаларға ҡағылмай.

Өшкөртөлгән әйберҙәргә килгәндә инде, ул үҙе айырым ҙур һорау, шуға күрә уға айырым берәй мәҡәлә менән яуап бирербеҙ, ин шә Аллаһ.

Белешмә: Дин өлкәһендәге үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы «Ваҡыт!» гәзите редакцияһына wakyt@yandex.ru электрон почта адресы буйынса яҙып ебәрә алаһығыҙ. Шулай уҡ, гәзиттең «Вконтакте» сайтындағы төркөмөндә лә һеҙҙең һорауҙарға һәр саҡ шат булырбыҙ: vk.com/wakyt

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s