Ниңә кеше намаҙҙан ҡурҡа?

(«Ваҡыт!» гәзите, №3 (34), 19.04.2012)

Ниңә кеше намаҙҙан ҡурҡа

Бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ, мосолман кеше – ул намаҙ уҡыусы кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә әүәҫ. Кемгә кәрәкһә, динде шуға аңлатабыҙ. «Улай булғас, ниңә үҙең намаҙ уҡымайһың һуң?» — тип һораһаң, намаҙ уҡымаҫҡа тауҙар хәтле сәбәп эҙләп сығаралар. Күрәһең, кеше, һөйләй-һөйләй, аҡлана-аҡлана, Хужа Насретдин кеүек үҙе лә шуға ышана башлай. Беҙҙең был холҡобоҙҙо белгән Раббыбыҙ: «(Ҡайһы бер кешеләр) шулай Аллаһты һәм мөьминдәрҙе алдарға теләй, әммә ысынында улар үҙ-үҙҙәрен генә алдайҙар», — тигән (Ҡөрьән, «Һыйыр» сүрәһе, 2:9).

Кеше ниңә намаҙ уҡыуҙан ҡурҡа һуң? Аллаһы Тәғәлә быны ике яҡтан сығып аңлатты.

Беренсенән: «Был фәҡәт шайтан ғына үҙенең ҡуштандары менән һеҙҙе ҡурҡыта», — тине (Ҡөрьән, «Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 3:175).

Кешенең намаҙҙан булһынмы, ураҙа тотоуҙан булһынмы һәм, ғөмүмән, бөтөн изге ғәмәлдәрҙе үтәүҙән ҡурҡып шикләнеүе – ул шайтандан. Кеше үҙе лә намаҙҙың да, ураҙаның да, бүтән изгелектәрҙең дә бер зыяны ла юҡ икәнен, хатта, киреһенсә, был донъяла ла, Ахирәттә лә уларҙың бары тик файҙаһы ғына бар икәнен белә. Ата-әсәһе, олатай-өләсәһенең намаҙ уҡыуҙары менән ғорурланып, ҡыуанып һөйләй, ләкин уның күңеленә шайтан шундай ҡурҡыуҙар һала: «Бөгөн уҡыһаң, иртәгә лә уҡырға кәрәк», «Бәй! Дуҫтар килһә, туйҙар, байрамдар етһә, нисек «отмечать» итеп, өйгә шатлыҡ-ҡыуаныс кертмәҫкә?», «Намаҙ уҡый башлаһаң, яҡты донъя бөтә, һәр саҡ тыйылып, үҙеңде язалап йәшәйәсәкһең» һәм башҡа, һәм башҡа.

Икенсенән: «Үҙҙәренең эшләгән эштәрен шайтан уларға матур итеп күрһәтә», — тине Раббыбыҙ (Ҡөрьән, «Мал-тыуар» сүрәһе, 6:43). Йәғни, дин тотмаһа ла, намаҙын уҡымаһа ла, донъяһы бара бит. Ата-баба намаҙ уҡыһа ла, беҙҙән артыҡ ерҙәре юҡ бит. Беҙҙең бына, намаҙ уҡымаһаҡ та, өйөбөҙ ҙә ҙур, газы ла бар, һыуы ла бар. Эшләп ашайбыҙ. Бер нәмәгә мохтажлығыбыҙ юҡ, Аллаға шөкөр. Беҙгә Аллаһтың биргәне лә етә. Кемдең гонаһы күп, шул уҡыһын! Минең гонаһым юҡ. Бына ошондай «изге уйҙар» менән шайтан беҙгә нәсихәтен бирә, тормошобоҙҙо «биҙәй». Ләкин, аятын дауам итеп, Аллаһы Тәғәлә һуңынан шулай ти: «Иҫтәренә төшөрөлгән нәмәне (йәғни динде) онотҡас, Беҙ уларға һәр нәмәнең (йәғни боҙоҡлоҡтоң да, ниғмәттең дә, байлыҡтың да, иҫәнлектең дә һәм башҡаның) ишектәрен астыҡ. Һәм улар үҙҙәренә бирелгән шул нәмәләргә шатланған ваҡытта Беҙ уларҙы иҫкәрмәҫтән тоттоҡ (йәғни үлтерҙек йәки язаға тарттырҙыҡ), һәм бына улар – өмөтһөҙ!» (шул уҡ сүрә, 6:44).

Шуға ла: «Бына шулай-шулай эшләгән ине, үҙенә насип булманы, үлеп китте», йәки «ауырып китте», йәки «малы юҡҡа сыҡты» һәм башҡа, тип күп ишетергә тура килә. Һаҡ булығыҙ! Әгәр кеше диндә булмай тороп, уға Аллаһтың ниғмәттәре туҡтауһыҙ килә икән, тимәк, Аллаһ уға бөтөн ишектәрҙе асып, аҙаҡ һиҙмәҫтән язаһын бирәсәк.

Шулай итеп, намаҙҙан ҡурҡыу – ул шайтандан, быны барыбыҙға ла үҙебеҙ алдында танырға кәрәк…

Илдар хәҙрәт ХӘЙРУЛЛИН,
Өфө районы, Авдон ҡасабаһы имам-хатибы.

1 комментарий (+add yours?)

  1. танхылу гизатуллина
    Июл 27, 2014 @ 18:46:04

    Кулынан килhа йоротhoн айза

    Ответить

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s