Әҙәпле ҡатын-ҡыҙ – хазина

 («Ваҡыт!» гәзите,  №7-8 (38-39), 27.07.2012)

Башкирка в хиджабе

«Йүрүҙән»дең былтырғы һанында хәбәрсебеҙ Айҙар Ноғаманов «Яулыҡ, дини байрамдар кемгә ҡамасаулай?» мәҡәләһендә мосолман йәштәре проблемаһын күтәргәйне. Ошо мәҡәләгә ҡарата гәзит уҡыусылар үҙ фекерен яҙып ебәрҙе. Шуларҙың береһен был һанда тәҡдим итәбеҙ.

Һуңғы ваҡытта иманға килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны әҙләп булһа ла арта бара. Йәмғиәттә яулыҡ ябынған, оҙон еңле һәм итәкле күлдәк кейгән ҡатындар күренә башланы. Был хәл беҙҙең ҡыҫҡа итәкле, ярты түштәрен күрһәтеп йөрөгән гүзәл заттарға өйрәнгән халыҡта ҡырағай кеүек ҡабул ителә. «Йөрөйҙәр инде шунда, әбейҙәргә оҡшап, замандан артта ҡалғандар…» — тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә була.

Үҙен мосолман тип һанаған кеше Ҡөрьәндә яҙылған һүҙҙәрҙең Аллаһы Тәғәләнең әмере икәнен аңлай һәм буйһона. Мәҫәлән, Изге китаптың 33-сө сүрәһенең 59-сы аятында Аллаһы Тәғәлә: «Әй Пәйғәмбәр! Үҙ ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм иманлы кешеләрҙең ҡатын-ҡыҙҙарына әйт: өҫтәренә улар бөркәнсектәр төшөрһөн. Был уларҙы ҡолдарҙан һәм еңел холоҡло ҡатындарҙан айырып торор өсөн һәм улар кәмһетелмәһен өсөн яҡшыраҡ», — тип бойора (Ҡөрьән, «Фирҡәләр» сүрәһе, 33:59).

Һеҙгә үҙенең намыҫын һаҡлаған, тәнен бер иргә лә тейҙереү түгел, күрһәтмәгән, араҡы эсмәгән, тәмәке тартмаған, намаҙ уҡыған, ата-әсәһенә ҡаршы һүҙ әйтмәгән, тыныс, итәғәтле, яғымлы, оялсан, тәүфиҡлы ҡыҙ оҡшаймы, йәки ун һигеҙе тулып өлгөрмәйсә араҡыны ла, тәмәкене лә, ирҙәрҙе лә татып ҡараған, һүгенгән, ата-әсәһе менән ҡаршылашҡан бәндә оҡшаймы? Әлбиттә, был һорауҙың яуабы билдәле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ниңәлер иман килтергән, ябынып йөрөгән ҡыҙҙарҙы йәмғиәт әле һалҡын ҡаршылай.

Кемдер: «Үҙемде мосолман тип һанайым, ә намаҙ уҡымағас, хиджәб кеймәгәс, мин мосолман түгелме ни?» — тип һорар. Намаҙ уҡымау, хиджәб кеймәү Аллаһы Тәғәләнең әмерен үтәмәү, ҙур гонаһ эшләү булып сыға. Бындай кешеләр насар, боҙоҡ мосолман тип һанала.

Мәҫәлән, бәрәңгене ҡабығынан әрсеп һалып ҡуйһаң, ул ҡарая, боҙола. Мосолман ҡыҙҙары ла хиджәбтәрен сисеп «заманса» кейенеп йөрөһә, боҙола башлай, имандары ҡаса.

Революциянан һуң яулыҡтарҙы систергәндәр, намаҙ уҡырға ҡушмағандар, мәсеттәрҙе емергәндәр, ә буйһонмағандарын төрмәгә япҡандар. Һуңғараҡ итәктәр ҡыҫҡарған, беләктәр асылған, мода артынан ҡыуғандар, ә дин көндән-көн онотола барған. Ә бөгөн ҡатын-ҡыҙ мини-юбка, топиктар, лосиналар һәм башҡа заманса әйберҙәр кейеп, әллә кемгә оҡшап йөрөй. Аталарын, ағаларын, ирҙәрен, улдарын оятҡа ҡалдырғанын аңламай был бисаралар.

Ләкин бәрәңге серек булһа ла бәрәңге булып ҡала. Мосолман боҙолһа ла, мин мосолман түгелмен, тип әйткәнсегә тиклем, мосолман булып ҡала. Тик серек бәрәңге ашағы килмәгән кеүек, боҙоҡ ҡыҙҙарҙы ла ҡабул итке килмәй шул.

Йөҙ йыл тула башҡорт ҡатынының
Һалып ташлауына яулығын.
Шул яулығы менән китте уның
Бөтөн ғиффәтлеге, һаулығы.

Яулыҡ булмау етте был баштарға,
Оят ҡасты асыҡ йөҙҙәрҙән.
Милләт ғорурлығы – башҡорт ҡыҙын
Тарихтарҙан ҡалды эҙләргә.

Ҡайҙа ҡараһаң да, булмай хәҙер
Башҡорт ҡатындарын һис танып.
Ҡиәмәттә иҫкә алыр улар
Яулыҡтарын, һағынып, уфтанып.

Эй, буласаҡ әсә, башҡорт ҡыҙы,
Ғорурлығын ҡайтар халҡыңдың!
Иманға кил, ҡапла ғәүрәтеңде,
Доғаһын ал әсәй-атайҙың.

Артур МӨХӘМӘТОВ.
Салауат районы,
Малаяҙ ауылы.
14 февраль, 2012 йыл.

1 комментарий (+add yours?)

  1. Trackback: Яулыҡ, дини байрамдар кемгә ҡамасаулай? | "Ваҡыт!"

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s