Яулыҡ, дини байрамдар кемгә ҡамасаулай?

(«Ваҡыт!» гәзите, №7-8 (38-39), 27.07.2012)

Башкортостан хиджаб

Беҙ был («Яулыҡ, дини байрамдар кемгә ҡамасаулай?» һәм «Әҙәпле ҡатын-ҡыҙ – хазина» тигән) мәҡәләләрҙе Салауат районының урындағы башҡорт баҫмаһы – «Йүрүҙән» гәзитенең интернет-сайтынан алдыҡ. Аңлауыбыҙса, уларҙа «Иман» рубрикаһы актуаль темаларға һәм көслө, үткер итеп яҙылған материалдарға бай. Шуларҙың араһынан мосолман башҡорт халҡы өсөн иң ауыр һәм иң оят темаларҙың береһе булып ҡала килгән яулыҡ (хиджәб) мәсьәләһенә ҡағылышлыларын үҙебеҙҙең гәзиттә лә тәҡдим итмәксебеҙ. Ниңә район һәм ауыл кимәлендәге бәләкәй түрәләр тарафынан яулыҡ ябынған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата агрессив көрәш бара – бөгөн дөйөм халыҡ алдында ҡалҡып сыҡҡан ошо ҙур проблемаға иғтибар йүнәлтелгән был мәҡәләләрҙә. Авторҙарҙың береһенә эйәреп, беҙ ҙә, «Ваҡыт!» гәзите, үҙ уҡыусыларыбыҙҙы ошо көнүҙәк мәсьәлә буйынса фекер алышырға саҡырабыҙ. Ә «Йүрүҙән» тигән яҡшы гәзит сығарыусы коллегаларыбыҙға, Аллаһы Тәғәлә иман, сәләмәтлек һәм бәрәкәт бирһен, тип теләп ҡалабыҙ.

Яулыҡ, дини байрамдар кемгә ҡамасаулай?

Йәки ни өсөн мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ғәҙелһеҙлек менән көрәшергә мәжбүр?

Һуңғы йылдарҙа дин йәмғиәтебеҙҙә киң таралды. Һәр ауылда тиерлек мәсеттәр асыла, дини байрамдар үткәрелә, йәштәр никах уҡытып өйләнешә, бәпестәргә муллалар исем ҡуша.

Хәҙер урамдарҙа мосолманса кейенгән йәштәрҙе йыш күрергә була. Был иһә йәштәребеҙҙең иманға тартылыуы хаҡында һөйләй. Ләкин бөгөнгө Европа кейеменә күнеккән йәмғиәтебеҙ һаҡаллы, түбәтәй кейгән, хиджәб ябынған егет-ҡыҙҙарҙы ҡабул итергә әҙер түгел. Дини уҡыу йорттарын тамамлаған, мосолман ҡанундары менән йәшәгән, шуға ярашлы кейенгән йәштәргә эшкә урынлашыуы ла ауыр. Сөнки ундайҙарҙы күпселек эш биреүселәр өнәп етмәй. Хәҙер үҙәк телевидение, төрлө матбуғат биттәре мосолманса кейенгән кешеләрҙе ваһһабсылар, террорсылар, тип күрһәтеп, йәмғиәттә кире фекер тыуҙыра. Шуға күрә был мәсьәлә ике яҡлы бәхәскә алып килә.

«Һаҡаллы» һәм «яулыҡлы» йәштәр проблемаһын республика матбуғат баҫмалары ла күтәреп сыҡты, Өфөлә ошо мәсьәләгә арналған түңәрәк ҡор үткәрелде. Унда дин әһелдәре менән йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре был бәхәсте ыңғай сисеү юлдарын эҙләне.

Беҙҙең районда ла бындай, мосолман кейеменә ҡарата, бәхәсле осраҡтар булғаны бар. Күптән түгел Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов граждандарҙы ҡабул иткәндә, бер ауылдың имам-хатибы уға уҡытыусы ҡатынының дини ҡанундарға ярашлы кейенеүенә мәғариф етәкселегенең ҡаршы килеүе һәм был үҙ сиратында гражданлыҡ хоҡуғының боҙолоуына илтеүе хаҡында һөйләне. Хөкүмәт вәкиле был ғәҙелһеҙлекте инҡар итмәне.

Район мәғариф бүлеге етәкселеге иһә мәктәп Уставына һылтана. Уҡытыусылар ошо ҡағиҙә-талаптарҙы үтәргә тейеш, тип баралар унда. Был да аңлашыла, балаларҙың күбеһенең ата-әсәһе хиджәб бөркәнеп, оҙон итәкле күлдәккә уранған уҡытыусыға риза булмаҫ ине. Сөнки Совет осорондағы быуын ул саҡтағы атеизм ҡарашлы яҙыусыларҙың балаларҙы мәҙрәсәләрҙә сыбыҡлап, төрлөсә язалап уҡытҡан «яуыз» абыстайҙарҙы, мулла-мәзиндәрҙе һүрәтләгән әҫәрҙәрен уҡып, аңына дин әһелдәре хаҡында кире фекер һеңдергән. Колхозлашыу заманында үҫкәндәр, пионерҙар, комсомолдар осоронда тәрбиәләнгәндәрҙең күптәре әле лә Аллаһты ла, мулланы ла танырға теләмәй. Ул төшөнсә бөгөнгө мәғариф системаһында ла һаҡланып килә. Мәктәп программаһына дин дәрестәрен индерергә ашыҡмайҙар бит.

Ә дин әһелдәре бының менән килешмәй. Райондың имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хәҙрәт Фәрхиев былай ти: «Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында, педагогия университет-училищеларында мосолман дине буйынса кейенеүсе студенттар бихисап. Уларға уҡырға, һөнәр алырға рөхсәт ителә, ә ни эшләп ошо белгестәр аҙаҡ мәктәптә уҡыта алмай? Улар бит яулыҡ ҡына ябынып йөрөй, йөҙ-ҡулдары асыҡ ҡала, ғәрәп илдәрендәге кеүек пәрәнжә ябынып йөрөһә, тағы бер хәл. Ҡайһы берәүҙәргә кейем генә түгел, Ураҙа, Ҡорбан ғәйете кеүек дини байрамдар ҙа хеҙмәткә хоҡуғын боҙа, имеш. ӘлхәмдүлиЛләһ, юғары дәүләт етәкселәре, депутаттар – барыһы ла дин яҡлы. Был дин мәсьәләләрен улар дөрөҫ хәл итеренә ышаныс бар».

Мөҙәрис хәҙрәт бөгөнгө эскелек, ғаиләләр тарҡалыуы, суицид осраҡтары күбәйеүенең диндең артта ҡалыуында күрә. Уның фекеренсә, балаларҙы тәрбиәләүҙә дин яҡшы роль уйнар ине. Йәмғиәттә тәртипһеҙлек, енәйәтселеккә лә урын ҡалмаҫ ине.

Ни тиһәң дә, бөгөн был мәсьәлә актуаль булып ҡала. Диндарҙар үҙ ҡанундарынан сыҡмаҫҡа тырыша, ә мәғариф ғәмәлдәге Устав менән эшләү яғында. Был ике яҡлы бәхәсте, бәлки, бергәләп хәл итеү юлын эҙләрбеҙ? Ошо темаға фекер алышырға саҡырабыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

Айҙар НОҒАМАНОВ.
18 октябрь, 2011 йыл.

1 комментарий (+add yours?)

  1. Trackback: Әҙәпле ҡатын-ҡыҙ – хазина | "Ваҡыт!"

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s