Таныш булығыҙ: «Шәкерт»

Шәкерт Шакирд

Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү! «Ваҡыт!» гәзитенә яңы ҡушымта өҫтәлеп сыға башлауына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Иншә Аллаһ, был шулай даими ҡушымта булыр. Йәғни, кем «Ваҡыт!» гәзитенә яҙыла, ул шул рәүешле «Шәкерт»те лә уҡып бара аласаҡ.

«Ни өсөн кәрәк булды был? Был ике гәзит бер-береһенән нимәһе менән айырыла?» — тип аптырарһығыҙ.

Беренсенән, был ике гәзитте төрлө коллективтар сығара. «Ваҡыт!»ты башлыса Өфөлә эшләһәләр, «Шәкерт» иһә Мысырҙа ижад ителә. Алыҫ аранан тороп бергә эшләүе ҡыйыныраҡ, шуға күрә гәзит эсендә махсус ҡушымта сығара башлау – был йәһәттән бик отошло һәм уңайлы вариант.

Икенсенән, «Ваҡыт!»тың нәшер ителеүенә инде дүрт йыл тулды. Был үҙе ярайһы уҡ оҙон ғүмер. Был ваҡыт эсендә Башҡортостанда дин хәле лә бер ни тиклем үҫеште, аудитория ла үҙгәрҙе. Элек башҡортса дини баҫма сығыуы – үҙе үк ҙур ҡыуаныс булһа, хәҙер инде материалдарҙың сифаты һәм йөкмәткеһе яғынан яңы кимәлдәр тураһында уйлай башларға ваҡыт. Был махсус ҡушымта – ана шул яңы кимәлгә үрләп маташыуҙың бер күренеше ул.

Ҡушымтаның йөкмәткеһенә килгәндә, бында темалар түбәндә һанап үтелгән алты рубрика, алты йүнәлеш сиктәрендә генә буласаҡ. Был «тарлылыҡ»тың үҙенә күрә плюстары бик күп. Ҡушымтаның «махсуслығы» ла тәү сиратта уның тап ошо үҙенсәлегенән килә лә инде. Шулай итеп, «Шәкерт»тә буласаҡ рубрикалар:

1) Ғилем: ғилем юлынан барыусы кешенең әҙәбе, ғилем алыу тәртибе, ҡайҙа уҡырға барырға, нисек уҡырға, дини вуздар, бөйөк ғалимдарҙың тормошонан үрнәктәр;

2) Аҡида: мосолман аҡидаһын тормоштан алынған миҫалдар нигеҙендә еңел һәм тиҙ генә аңларлыҡ итеп өйрәнеү, беҙҙең аҡидабыҙ көндәлек йәшәйешебеҙҙә ниндәй сағылыш табырға тейеш, уның биләгән урыны ниндәй, тәүхид һәм ширк мәсьәләләре һәм башҡа шундай һорауҙарға аныҡ яуаптар;

3) Әҙәп-әхләҡ, тәрбиә: практик кәңәштәр, беҙҙең тормоштан алынған миҫалдар, беҙҙең ерлеккә ярашлы конкрет темалар, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сираһынан әҙәп-әхләҡ һәм тәрбиә дәрестәре;

4) Һорау-яуап: һан һайын, төрлө кәрәкле һәм актуаль мәсьәләләр буйынса, ябай һәм аңлайышлы тел менән;

5) Имамға ярҙамға: вәғәздәр, төрлө дини йолаларҙы атҡарыу тәртиптәре, дин таратыу эше буйынса кәңәштәр һәм миҫалдар, фиҡһ мәсьәләләренә ҡағылышлы бәхәстәрҙе уртаға һалып тикшереү, хәнәфи мәҙһәбен өйрәнеү, ғәрәп теле һәм тәджүид дәрестәре, китаптар һәм сайттар рекламаһы һәм бүтән файҙалы мәғлүмәттәр;

6) «Еңел биттәр»: кроссворд, викториналар, дәғүәт-һүрәттәр, ҡыҙыҡлы факттар һәм башҡаһы.

Ҡушымтаның төҙөлөшөнә килгәндә иһә, ул түбәндәге үҙенсәлектәрҙән ғибәрәт буласаҡ:

а) Һәр материал йыйнаҡ һәм бөтөн, бер мәҡәлә лә бер нисә һанға һуҙылмай, йә иһә башы бер һанда булып, аҙағы икенсе һанға ҡалмай, башы ла, уртаһы ла, аҙағы ла – бер биттә;

б) Хәрефтәр эрерәк һәм юлдар араһы ҙурыраҡ, шрифтта иһә уҡыу өсөн уңайлы булған китап (book) стиле ҡулланыла;

в) Һәр хәҙистең ҡайҙан алынғанлығы, унда ниндәй һан аҫтында торғанлығы, уның ниндәй дәрәжәлә дөрөҫ булыуы (сәхих, хәсән, зәғиф, ялған), дөрөҫлөгө ниндәй китапта тикшерелгән булыуы, унда был хәҙис ниндәй һан аҫтында килеүе – барыһы ла мөмкин тиклем теүәл итеп күрһәтеләсәк (ғөмүмән, бөтәбеҙ ҙә хәҙистәрҙең дөрөҫлөлөгөнә иғтибар итергә өйрәнәйек).

1 комментарий (+add yours?)

  1. Аноним
    Авг 08, 2016 @ 00:46:22

    Рамиль молодец, так держать🙂

    Ответить

Был турала мин ни уйлайым

Заполните поля или щелкните по значку, чтобы оставить свой комментарий:

Логотип WordPress.com

Для комментария используется ваша учётная запись WordPress.com. Выход / Изменить )

Фотография Twitter

Для комментария используется ваша учётная запись Twitter. Выход / Изменить )

Фотография Facebook

Для комментария используется ваша учётная запись Facebook. Выход / Изменить )

Google+ photo

Для комментария используется ваша учётная запись Google+. Выход / Изменить )

Connecting to %s