Һөйәнтүҫ

Һөйәнтүҫ

Кемдер әйтер:
“Күтәрәһең ниңә тарих саңын?
Ул көндәрҙе халыҡ иҫләмәй.
Нимә кәрәк? Булған, үткән инде…
Аяҙ көндә бәлә көҫәмә”.
 
Беҙ ҡапсыҡта ятмай – тишеп сыға,
Йәшерһә лә дошман мәкерен.
Ҡанлы тарих юҡ та дәреслектә,
Тик юйылмай халыҡ хәтере…
 
Үткәндәргә инде барып булмай,
Арттарынан булмай бит үлеп…
Был тиклем дә фажиғәне белгәс,
Булмай икән йәшәү гел көлөп.
 
Мең ете йөҙ утыҙ алтынсы йыл.
Балыҡсылар ере! Һөйәнтүҫ…
Баш бирмәне халыҡ, башын һалды,
Шәһит булды һиндә, Һөйәнтүҫ.
 
Биш тиҫтәнән ашыу ауыл яна,
Нисек сыҙай утҡа йөрәгең?
Был мәшхәрҙе күрһә, Шәғәлеләр
Тешләр ине, бәлки, терһәген.
 
Аҡ-аҡ ҡарға ҡыҙыл ҡандар аҡты.
Тәфтиләүҙәр төндә килделәр…
Ир-егеттәр, салғы, һәнәк тотоп,
Динен, илен һаҡлап үлделәр.
 
Яна һарайҙарҙа йәш балалар,
Аҡһаҡалдар яна, әсәләр.
Бер ғәйепһеҙ күпме ауылдарҙа
Карательдәр үлем сәсәләр…
 
Ҡыр(ы)ҡ әсә менән сабыйҙарын
Тере килеш ергә күмделәр.
“Былар орлоҡ булһын. Халыҡ ҡурҡһын.
Ҡанлы дәрес!” – тиеп көлдөләр.
 
Матурлыҡҡа кафыр һалдаттары
Һуҙған саҡта бысраҡ ҡулдарын,
Сафлыҡ һаҡлап, янған утҡа инеп,
Шәһит булды беҙҙең ҡыҙ-ҡырҡын.
 
Аңламаны дошман был хәлдәрҙе:
“Ниндәй ғорур халыҡ – башҡорттар…
Башҡа халыҡтар бит күптән ҡолдар,
Былар көлөп үлә. Алйоттар…”
 
Белмәне шул дошман, аңламаны.
Аңламаным мин дә күп йылдар:
“Нисек һис ҡур(ы)ҡмай үлеп була?
“Ҡотолорға” күпме бар юлдар…”
 
Эйгән башты ҡылыс сапмай, тиҙәр.
Сабырлыҡтың алтын төбө бар.
Башҡорттар бит улар – яугир халыҡ,
Башын эйһә, уға донъя тар.
 
Батшаларға баш эймәгән халҡым –
Боронғонан ҡалған аманат.
Бер Аллаһҡа рөкөғ, сәждә ҡылған,
Йөрөтмәгән һис тә яманат.
 
Эйелгән баш, дуҫым, – ярым һуҡыр,
Күренмәй бит алда ни бары…
Башың күтәр, башҡорт, алда – соҡор!
Һиңә тигән ҡәбер соҡоро.
 
Тәү ҡарауға ул бәләкәй генә,
Икегә бер метр, билгеле.
Бер кем урап үтмәй был араны.
Ниңә кәрәк, ниңә бар үлем?
 
Белдем: күсенеү ул был донъянан.
Һәм ике юл биргән Аллаһым –
Динһеҙ ҡурҡаҡ Йәһәннәмгә китә,
Ә шәһиткә – Йәннәт баҡсаһы.
 
Аллаһ динен һатҡан Тәфтиләүҙәр
Ғазап сикһен әйҙә ҡәберҙә.
Йәһәннәмгә төшһөн ҡуштандары.
Тынмаҫ ҡарғыш уға был ерҙә.
 
Кемдәр иһә баш эймәне ерҙә
Бер Аллаһтан башҡа һис кемгә,
Уларҙы бит күптән Йәннәт көтә,
Кемдер инде күптән Йәннәттә.
 
Саҡырамын һеҙҙе тура юлға,
Көрәштең был булыр иң башы.
Кем Иблистең тоғро хеҙмәтсеһе?
Кемдәр шайтан ҡоло? Мин – ҡаршы.
Кемдәр донъя ҡоло? Мин – ҡаршы!..
 
Кемдәр бөгөн Тәфтиләүҙәй йөрөй,
Өндәшәмен бөгөн мин уға:
Әгәр һатһаң динде, туғаныңды,
Шиғырҙарым булһын бәддоға!
 
Һөйәнтүҫтең ҡанлы дәресенән
Кем һығымта яһар ҡайтанан?
Туҡтатайым һүҙҙе ошо ерҙә,
Һинең уйың китһен артабан…
 

Фәнзил ӘХМӘТШИН

Был турала мин ни уйлайым